Рөхсәтһеҙ ҙә төҙөп була, имеш18.04.2012
Мәскәүҙең көньяғында төҙөлөп ятҡан бер бина тулыһынса емерелеү сәбәпле бер кеше һәләк булған, тиҫтәләрсә төҙөүсе йәрәхәтләнгән.
Асыҡланыуынса, алты ҡатлы бина бер ниндәй рөхсәтһеҙ, документтарһыҙ (!) төҙөлгән, унда Урта Азиянан килгән кешеләр эшләгән. Енәйәт эше ҡуҙғатылған, зыян күргәндәрҙең шәхестәре асыҡлана.