Йылы һөт өсөн...15.12.2017
Таң һарыһынан сатлама һыуыҡта бер малай мәктәпкә китеп бара, ти. Автобусҡа ултырыр ине лә, аҡсаһы юҡ. Бара торғас, бала ныҡ өшөгән, хәле бөткән, асыҡҡан. Башҡа сара ҡалмағас, юл ыңғайы берәй өйгә инеп йылынып сығырға ҡарар иткән.

Ишекте йәш ҡатын асҡан. Ул малайҙы яғылған мейес янына ултыртҡан, асыҡҡанлығын һиҙеп, ҙур стакан менән йылы һөт алып килгән. “Мин һеҙҙең өсөн доға ҡылырмын”, – тип шыбырлаған бала.
Йылдар үткән. Теге ҡатын өлкән йәшкә етеп, сиргә һабышҡан. Урында бер нисек тә ярҙам итә алмағас, уны ҡалалағы түләүле дауаханаға ебәргәндәр. Дөрөҫ диагноз ҡуйыу өсөн махсус рәүештә иң тәжрибәле табип, атаҡлы профессор саҡыртылған.
Палатаға инеү менән ғалимдың йөрәге “жыу” итеп ҡалған. Яғылған мейес, йылы һөт... Бала сағындағы хәстәрлекле апай бит был! Ҡуҙғала ла, күҙен дә аса алмай ятҡан сирлене бөтөн яҡлап ҡарап, тикшереп, бар дауахананы аяҡҡа баҫтырған табип. Һөҙөмтәлә бер нисә аҙнанан сир сигенә башлаған.
Өс ай тигәндә, ҡатын бөтөнләй һауыҡҡан. Иртәгә дауахананан сығам тигән көндә уға конверт килтереп тотторғандар. Ҡатын уны асырға ла ҡурҡып, туҡтап ҡалған: “Күпме түләргә икән? Бар мөлкәтемде һатырға тура килерме?..” Ҡалтыранған ҡулдары менән конвертты асып, ҡағыҙҙы сығарған. Квитанциялағы ҡот осҡос һандарҙан һушын юғалттым ғына тигәндә, түбәндәге яҙыу күҙенә бәрелгән: “Һеҙҙе дауалау өсөн иҫәпләнгән ошо аҡса тулыһынса түләнде. Хәстәрлек, йылы һөт өсөн...”


Вернуться назад