Идараны юғалтҡан18.04.2012
Туймазы – Октябрьский юлында “Шкода-Октавия” автомобиле, ҡаршы һыҙатҡа сығып, “Мерседес” микроавтобусы менән бәрелешкән.
Салонда 18 кеше булған, 6 пассажир һәм автобус шоферы төрлө тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатылған. Ҡалғандарға медицина ярҙамы урында күрһәтелгән. Еңел автомобилгә 32 йәшлек юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекторы идара иткән.