Республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, “Яңы йылса мөғжизәле Башҡортостан-2018” проекты тормошҡа ашырыла башланы. Быйыл Өфө, Бөрө, Стәрлетамаҡ ҡалаларында, “Ҡандракүл” һәм “Абҙаҡ” тау саңғыһы үҙәктәрендә биш ҡунаҡ тирмәһе асыла. Ҡыш бабай үҙенең тирмәләренән урын алды һәм әле байрам сараларында ҡатнаша башланы. Ошо көндәрҙә “Ҡандракүл” үҙәгендә булды. 15 декабрҙә Бөрөләге “Аврора” кинотеатрына юллана. 16 декабрҙә Стәрлетамаҡтағы Гагарин исемендәге паркта барыһын да ҡунаҡ тирмәһендә көтәләр. 17 декабрь иртәһендә Ҡыш бабай “Урал риүәйәте” поезында Абҙаҡҡа юл ала. Бында ҡунаҡтар өсөн спорт ярыштары ойошторола. 18 декабрҙә Ҡыш бабайҙы Өфөләге үҙәк тирмәлә көтәләр. 24-ендә иһә ул көньяҡ райондарға сәфәргә сыға.