Иң мөһиме – рәхмәт һүҙе15.12.2017
Иң мөһиме – рәхмәт һүҙе“Мишкә торлаҡ-коммуналь хужалығы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте бөгөнгө статуста үҙенең тиҫтә йыллыҡ юбилейын билдәләне. Тарих үлсәменән ҡарағанда, был әллә ни оҙаҡ ваҡыт түгел. Әммә үткән йылдар предприятие өсөн нығыныу, үҫеш осоро булды. Заман һынауҙарын үтеп, ул район даирәһенән тыш, республиканың торлаҡ-коммуналь хужалығы тармағында ла танылыу яуланы.

Был предприятиены хаҡлы рәүештә Мишкә ауылы халҡының тормошона йән өрә тип әйтергә мөмкин. Уның эшмәкәрлеге күп тармаҡлы. Предприятие район үҙәгендәге торлаҡ һәм социаль-мәҙәни биналарҙы йылылыҡ, электр энергияһы, һыу менән тәьмин итә. Шулай уҡ газ һәм һыу селтәрҙәрен төҙөйҙәр. Коллективтың бөтә тырышлығы коммуналь ресурстарҙы ҡулланыусыларға тотҡарлыҡһыҙ, ышаныслы һәм хәүефһеҙ илтеп еткереүгә йүнәлтелгән. Был маҡсатта предприятие үҙ ҡарамағындағы 76 трансформатор ярҙамсы станцияһынан, 134 километр оҙонлоғонда электр линияларынан, үҙәк ҡаҙанлыҡтан, 25 километр һыу һәм 6,5 километр йылылыҡ селтәрҙәренән файҙалана. Үҙҙәренең производство базаһы һәм автохужалығы бар.
Торлаҡ йорттарҙа, социаль-мәҙәни биналарҙа йылы, яҡты, крандарға һыу килеп торһон һәм халыҡ заманса көнкүреш уңайлыҡтарынан тулыһынса файҙаланһын өсөн торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эшсәндәре ҙур тырышлыҡ һала.
Коллектив ағымдағы эштәр менән генә сикләнмәй, сөнки энергия ресурстарына ихтыяж йылдан-йыл арта. Был, үҙ сиратында, предприятиеның мөмкинлектәрен үҫтереүҙе талап итә. Бындай шарттарҙа производствоны модернизациялау, йыһаздарҙы яңыртыу көнүҙәк мәсьәлә булып тора. Һуңғы ваҡытта был йүнәлештә әһәмиәтле эштәр башҡарылған. Бигерәк тә электр селтәрҙәрен һәм йыһаздарҙы яңыртыуға етди иғтибар йүнәлтелә. Был аңлашыла, сөнки энергетика объекттары туранан-тура халыҡтың йәшәү именлеге менән бәйле. Мишкә ауылында быйыл ғына биш километрҙан күберәк оҙонлоҡта юғары вольтлы электр линиялары реконструкцияланған. Район үҙәгенең Западный-2 биҫтәһе дөйөм линияға технологик тоташтырылған. Был маҡсатта һигеҙ километр арала бағаналар урынлаштырылған. Технологик тоташтырыу ауылдың Ленин урамында ла башҡарылған. Безымянная урамында КТП-250-гә капиталь ремонт үткәргәндәр. Шулай уҡ Ленин, Юбилейная, Новостройка урамдарындағы линияларға ағымдағы ремонт өлөшләтә ғәмәлгә ашырылған.
Һыу үткәргестәр селтәрендә иһә иң ҡыҙыу эш ғәҙәттә ҡышҡы миҙгелгә әҙерлек осорона тура килә. Быйылғы эштәр айырыуса ҡоласлы булған. Һыу йыйғысҡа капиталь ремонт үткәргәндәр. Үҙәк һыу йыйғыста тәрәндәге насостарҙы яңыға алыштырғандар. Яңы төҙөлгән байтаҡ шәхси йорттарға ла предприятие эшсәндәренең тырышлығы менән эсәр һыу килгән. Казаков, Ленин, Матросов урамдарындағы һыу үткәргес тә капиталь ремонт планына индерелгән. Ундағы иҫкергән тимер торбалар урынына яңы полиэтилен торбалар һуҙылды. Хәҙер селтәрҙәрҙе яңыртҡанда заманса технологиялар һәм материалдар ҡулланыла. Мәҫәлән, йылылыҡ трассаларында иҫкергән селтәрҙәр полипропилен изоляциялы заманса торбаларға алыштырыла. Заманса технологияға нигеҙләнеп, район үҙәгенең Мир урамында йылылыҡ селтәренә капиталь ремонт эшләнгән. Үҙәк ҡаҙанлыҡта ла капиталь ремонтты тиҙ арала теүәлләп ҡуйғандар. Ә инде урам яҡтыртҡыстарын ремонтлағас, бөтә донъя балҡып тора. Предприятие етәкселеге торлаҡ-коммуналь хужалыҡты яңыртыуға тырышлыҡты ла, финанс сығымдарын да ҡыҙғанмай: һуңғы биш йылда предприятие хеҙмәтләндергән майҙандарҙа электр һәм йылылыҡ менән тәьмин итеү объекттарында авария хәлдәре булғаны юҡ.
Предприятиела эштең көйлө барыуына производство базаһының ҡеүәтле булыуы ныҡ булышлыҡ итә. Бында эш өсөн кәрәкле бөтә төр махсус техника тупланған.
Предприятиела 43 кеше эшләй. Уларҙың һәр ҡайһыһы – юғары квалификациялы белгес, үҙ һөнәренең оҫтаһы. Коллектив эштә лә, ижтимағи тормошта ла әүҙемлеге менән билдәле. Улар районда ғына түгел, республика күләмендәге спорт-мәҙәни сараларында һәм конкурс­тарҙа әүҙем ҡатнаша һәм призлы урындар яулай.
Халыҡтың көнкүрешен хәстәрләгән булдыҡлы хеҙмәткәрҙәрҙең үҙҙәренә лә уңайлы эш шарттары тыуҙырылған. Улар социаль пакеттан файҙалана. Бында хеҙмәт кешеһе тураһында хәстәрлек күрелә.
Предприятиеға ойошторолған көндән башлап Рауил Әлимов (һүрәттә) етәкселек итә. Мишкә – Рауил Әйүп улының тыуған ере. Ул Өфө дәүләт нефть техник институтын тамамлағас, хеҙмәт эшмәкәрлеген тыуған яғы менән бәйләй. Райондың торлаҡ-коммуналь хужалығы производство идаралығында мастер булып эш башлай һәм директор дәрәжәһенә ҡәҙәр күтәрелә. Тәрән белеме, заманса техник әҙерлеге, идара итеү һәләте предприятиеның тотороҡло эшмәкәрлеген тәьмин итергә, киләсәккә ышаныслы атларға мөмкинлек бирә. Ул йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем. Рауил Әлимов Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Почет грамотаһы менән бүләкләнгән. Әммә уның өсөн үҙе етәкләгән коллективтың хеҙмәтенә ҡарата яҡташтарының рәхмәт һүҙе һәм ихтирамы бөтәһенән дә ҡәҙерлерәк.

Мишкә районы.


Вернуться назад