Сирбайҙа… мамонттар йәшәгән15.12.2017
Республикабыҙҙың төрлө тарафтарында мамонттың һуҡҡы теше һәм башҡа һөйәктәре табылыуы тураһында хәбәрҙәр матбуғатта ара-тирә донъя күреп тора. Алдағы йылдарҙа, мәҫәлән, Ҡырмыҫҡалы, Нуриман һәм Салауат райондарында йәшәүселәр ошондай табыштарға юлыҡҡайны. Быйыл көҙ ошондай ваҡиға Сирбай ауылы тарихын байытты.
Отар Ситдиҡов туғаны Динар Мөхәмәтйәров менән ауылды уртаға бүлеп аҡҡан Алайылғала балыҡ ҡармаҡлай. Ҡыҙыл яр тип йөрөтөлгән урында балсыҡ араһында Отар ниндәйҙер торба ятҡанын күрә. Ул бында ҡайҙан килеп эләккән, тигән уй йүгерә башынан. Ҡыҙыҡһыныуын еңә алмай, өйөнән көрәк алып килеп, ошо ерҙе ҡаҙа башлай. Бер аҙҙан “торба” урынына мамонттың һуҡҡы тешен ҡаҙып сығара. Аҙаҡтан үлсәп ҡарауҙарынса, тештең оҙонлоғо – 1 метр 90 сантиметр, иң йыуан урынында диаметры – 42 сантиметр, ауырлығы 20 килограмдан ашыу. Отар шул уҡ ерҙә мал ҡабырғаһына оҡшаған һөйәктәр ҙә ҡаҙып ала.
– Мамонттыҡы булырға тейеш, – ти ул. – Ҡыҙыл ярҙа ер балсыҡлы, һалҡын шишмәләр ҙә күп, бәлки, шуға ла һөйәктәр һәйбәт һаҡланғандыр.
Ғалимдар фараз итеүенсә, мамонттар Европала, Азияла һәм Африкала йәшәгән. Уларҙың бейеклеге 5,5 метрға етеп, ауырлығы 12 тоннанан ашып киткән. Бынан 10 – 25 мең йыл элек үлеп бөткән был хайуандарҙың заманында хәҙерге Башҡортостан биләмәһендә лә киң таралыуын уларҙың Шүлгәнташ мәмерйәһендә табылған һүрәттәре бик асыҡ һәм нигеҙле раҫлай.
Ҡыйғы районы.