Шартлағанды күҙәткән...18.04.2012
Иглин районының Урман ҡасабаһында тағы ла шартлау яңғыраған.
Баҡһаң, 55 йәшлек бер ир урмандан артиллерия снаряды гильзаһын табып алып ҡайтҡан. Эсендә ҡалған дарыны яндырып бөтөрөп, гильзаны металл тапшырыу пунктына алып барырға ниәтләгән. Снаряд, әлбиттә, күккә осҡан, ә анһат аҡса эшләргә хыялланған уҙаман был хәлде һарай артынан күҙәткән. Полиция хеҙмәткәрҙәре ирҙең өйөндә тағы ла 15 килограмм самаһы дары тапҡан, ир уны хәрби база янынан йыйҙым, тип ышандырған. Нисек кенә булмаһын, был ҡылығы өсөн Урман кешеһенә яуап бирергә тура киләсәк.


Вернуться назад