“Һынған аяҡ менән икенсе ҡатҡа?..”13.12.2017
Ошолай тип аптырап ҡалдыҡ бынан ике йыл элек аяғын имгәткән танышты ҡаланың травматология пунктына алып барғанда. Башыңа төшкәс кенә беләһең икән ул: лифт ҡаралмаған, ә рентген бүлмәһе өҫтәге ҡатта. Ғөмүмән, теште ҡыҫып, ҡара тиргә батып башҡарып сыҡтыҡ эште. Их, бына танышым аяғын әле һындырһа... Хәҙер бит рентген бүлмәһе беренсе ҡатта! Шаяртыу шаяртыу менән, травматология пункты, ысынлап та, яңы төҫ алды, ҡулайланды.

Ул 1974 йылда Стәрлетамаҡтың хәҙерге 1-се дауаханаһы нигеҙендә асылған. Бер аҙ эшләгәс, айырым бинаға күсерелгән. Яңы урында район поликлиникаһынан “мираҫҡа” рентген бүлмә тороп ҡалған, тик ҡорамалдар икенсе ҡатта урынлашҡан. Нисек кенә булма­һын, пациенттарҙы хеҙмәтләндерергә кәрәк. Әммә аяғы һынған, ҡаймыҡҡан кешене күпме икенсе ҡатҡа ҡыуаларға була?
– Ниһайәт, ҡала хакимиәтендә рентген бүлмәһен бынан ике йыл элек “Башфар­ма­ция”­ның беренсе ҡаттағы аптека бүлмәһенә кү­серергә ҡарар ҡабул ителде. Эштәрҙе баш­ҡарып сығыуға 12 миллион һум аҡса бүленде, шул иҫәптән һигеҙ миллион һумға рентген аппараты һатып алынды, – тип ҡыуанысы менән уртаҡлаша 1-се дауахананың баш табибы Азат Ҡорбанғәлиев.
Эш Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы финанслауы, “Башҡорт сода компанияһы” бағыусылығы һәм түләүле хеҙмәттәрҙән йыйылған аҡса ярҙамын­да башҡарылған.
Шуныһы ҡыуаныслы: бүлмә Рәсәйҙә эшлән­гән заманса ҡорамалдар менән тәьмин ителгән. Травматология пункты мөдире Рафиҡ Мирхәй­ҙәров белдереүенсә, был һанлы системалы аппарат табиптарҙың эшен күпкә еңелләштерә: күсермә (һүрәт) электрон рәүештә һаҡлана. Махсус архивҡа инеп, кәрәк ваҡытта уларҙы табыуы бер ни тормай. Бынан тыш, компьютер­ҙа уларҙы ҙурайтып, һынған һөйәк рәсемен яҡы­найтып та ҡарап була. Айырым һүҙ “Уңайлы мөхит” программаһы сиктәрендә эшләнгән пан­дустар, күтәреү механизмы хаҡында. Әйт­кәндәй, икенсе ҡаттағы рентген бүлмәһе лә резерв рәүештә һаҡлана. Мәҫәлән, ҡулын ҡаймыҡтырып килгән кешеләр өҫкө ҡатҡа күтәрелә ала бит...
Көнөнә бында уртаса 110 кешене хеҙмәтлән­дереүҙе иҫәпкә алғанда, ысынлап та, ҙур эш башҡарылған. Улай ғына ла түгел, травматология пункты стәрлетамаҡтар менән бер рәттән яҡын-тирә райондарҙа йәшәгән халыҡты ла ҡабул итә.

Стәрлетамаҡ ҡалаһы.


Вернуться назад