Яңы йыл етә. Түҙемһеҙләнеп көткән, йыл календарында әллә нисәмә һөнәри, бик күп бүтән төр байрамдарға нөктә ҡуйған, шул уҡ ваҡытта башлап та ебәргән ғаилә байрамы яҡынлаша. Һәр кем уны үҙенсә ҡаршылай, хатта айырым, үҙенсәлекле йолалар барлыҡҡа килгән. Күңелдәрҙә өмөт урғыла, өҫтәлдәр ризыҡтан һығыла – йыл дауамында шулай булһын тигән теләктәр теләнә. Был байрамдың күрке – өй түрендәге ҡупшы итеп биҙәлгән шыршы. Ниндәй генә юлдар менән килеп инмәй икән ул беҙҙең өйҙәргә: яһалмалары ла етерлек, урманда махсус үҫтерелеп, һатыуға сығарылғандары ла – ал да кинән. Юҡ бит, бал мискәһенә берәй ҡалаҡ дегет төшмәһә, беҙҙеңсә буламы ни?! Һуңғы һүҙҙәр, әлбиттә, йән көйгәндән әйтелде, һис тә байрам көткән кәйефте ҡырыр өсөн түгел. Шулай булмай ни, мәҫәлән, баш ҡаланың Инорс биҫтәһендә яңыраҡ ҡына ер ҡатыш тамыры менән ултыртылған оҙон шыршының ос яғын вандалдар көпә-көндөҙ киҫеп алып киткән! Моғайын, бөгөн ул кемдеңдер фатирын биҙәйҙер. Уға ҡарап балалар шатланғандыр, хужа менән хужабикә изге теләктәр теләп уйынсыҡтар элгәндер. Ә тағы ике аҙнанан инде ошо сабыйҙар йоҡонан уяныуҙарына шыршы аҫтынан Ҡыш бабай килтергән бүләкте алыр. Өй эсе шат ауаздарға күмелер…
Бына бер ғаиләне шатландырған шыршының юлы. Башҡа бик күптәрҙе ҡыуандырыр, мөхәббәтлеләр эргәһендә хистәрен уртаҡлашыр, ҡоштар һыйыныу урыны табыр, таш ҡала йорттарына йән өрөр өсөн нисәмә йыл үҫтерелеп, яңы урынға ултыртылған шыршы юлы. Бер вәхшиҙең ҡара эше. Әйткәндәй, был сквер биҫтәлә берҙән-бер, эштәр ҙә яңыраҡ ҡына тамамланған булған икән.
Һорау тыуа: вандалдың йәки ул киҫеп алып барған хужаның балалары үҙҙәре шатланышып әйләнгән шыршының фатирҙарына ҡайҙан килтерелгәнен беләме икән? Ирекһеҙҙән ғаилә тәрбиәһе, мәктәп тәрбиәһе иҫкә төшә. Нисек кенә булмаһын, элегерәк ул хеҙмәт аша алып барыла ине. Ауыл мәктәптәрендә, ҡалаларҙа ла балаларҙы мәктәп эргәһендәге баҡсаларға ғына түгел, парктарға, хатта урмандарға үҫентеләр ултыртырға алып сыҡтылар. Хәҙер күптәр урмандай шаулашҡан, үҙҙәре ултыртҡан ағастарға ҡарап ғорурлана. Иманым камил, улар үҙҙәре генә түгел, балалары ла һис ҡасан үҫенте олонона балта күтәрмәҫ.
Яңы йыл етә башлаһа, йәш шыршыларҙы уйлап йөрәк әрнеһә, күңел яҙ йылыһы тоя башлаһа – зифа ҡайындарҙы… Әлегә Ҡыш бабай һыуыҡ тыны менән тәҙрәләргә һырынтылар төшөрә, шыршыларҙы нурландыра. Йәшел ҡупшыҡайҙар иһә өй түрҙәрен биҙәй. Тик изге теләктәр генә ошо маҡсатта үҫтерелгәндәре эргәһендә әйтелһен ине…