Армия ҡыҙыҡһындырһа...18.04.2012
Башҡортостандың хәрби комиссариаты хәбәр итеүенсә, яҙғы саҡырылыш һорауҙары буйынса махсус “ҡыҙыу линия” телефондары эшләй башлаған.
Республика Хәрби комиссариатына – (347) 253-13-48, 228-02-92, Өфө гарнизонының хәрби прокуратураһына 250-05-10 телефондары буйынса шылтыратырға, 273-09-00 телефоны буйынса тиҙ психологик ярҙам алырға мөмкин.
18 апрелдә Өфөләге “Индиго” психологик-медицина-социаль оҙатыу үҙәге лә яҙғы саҡырылыш буйынса “ҡыҙыу линия” ойоштора: көндөҙгө сәғәт өстән бишкә тиклем (347) 223-22-11 телефонына шылтыратығыҙ.


Вернуться назад