Хөрмәт итә лә, ҡурҡа ла бел12.12.2017
Үткән быуаттың 70-се йылдары ине. Марат еҙнәй, хәҙер мәрхүм инде, колхоз күлдәренән балыҡ тотоп, көн һайын келәткә тапшырып бара. Әлбиттә, ау менән. Көнөнә 400 – 500 килограмм тирәһе эләгә.
Бер көн мине лә алып китте. Кәүҙәгә бәләкәймен, шулай ҙа ауыр ағас ишкәккә бирешмәйем. Һыр бирмәйем. Ауҙарҙы һалып бөткәс, еҙнәм мине күл уртаһына ташланы ла:
– Ярай, ҡәйнеш, һау булып тор, барыбер бер үлергә инде, – тип ары йөҙөп китте.
Мин, йөҙә белмәгән эт кеүек, бер урында тыпырсынып тик торам. Ни кәмәгә етеп булмай, ни аяҡ ергә теймәй. Хәлемдең мөшкөллөгөн һиҙепме, әллә ҡурҡыпмы, еҙнәм елкәмдән эләктереп һөйрәп алды. Әйткән һүҙҙәре һаман иҫтә:
– Ҡәйнеш, һыуҙы хөрмәт итә лә, унан ҡурҡа ла белергә кәрәк.
Ул үҙе киңлеге дүрт-биш саҡрымға һуҙылған күлдең бер ярынан икенсеһенә йөҙөп сығыр ине.