Һағышлы, нағышлы бала саҡ12.12.2017
Һағышлы, нағышлы бала саҡӨлкән йәштәге кешенең уй-хыялы үткәндәргә әйләнеп ҡайтыусан. Һуғыш йылдарына тура килде беҙҙең бала саҡ. Сағыу төҫтәр менән бергә ҡайғы-хәсрәтле булды, әммә ул йылдарҙы өҙөлөп һағынабыҙ. Бөгөн килеп, күргән михнәт һәм рәнйештәр ул саҡлы уҡ ҡырыҫ булмағандыр кеүек тоҫмаллана. Ни тиһәң дә, үҙебеҙ кисергән мәл: ал-ҡыҙыл төҫтәге сәскәләре, һандуғаслы таңдары менән бер ҡатарҙан ҡара көндәре, шомло төндәре булһа ла, уны һағынмау мөмкин түгел. Япа-яңғыҙ булғанда ла, замандаштар менән аралашҡанда ла беҙ хәтер һандығын киң асып ебәрәбеҙ. Бала саҡ иҫтәлектәре моңло ла, һағышлы ла, ләкин ул беҙгә һәр саҡ танһыҡ һәм тәмле. Иң ауыр көндәре лә.
Бөгөнгө йәштәр белһен, фәһем алһын, бәхетле тормоштоң һәр көнө өсөн рәхмәт уҡыһын өсөн кәрәк үткәнде белеү. Еңеү өсөн беҙ, балалар ҙа, үҙ көсөбөҙҙө һалдыҡ. Йөрәк тибешебеҙ, тын алышыбыҙ, һәр ҡылған эшебеҙ менән яҡынайтырға тырыша инек изге Еңеү көнөн. Ул йылдар бер кемгә лә еңелдән бирелмәне.

Һағындыра шул йылдарҙы...

Атайҙар һәм ағайҙар фронтта. Үҙ-ара самалайбыҙ: улар ҡулдарына ҡорал тотоп, яуыз дошманға ҡаршы сыға. Өлгө­рә алһа, бер-икеһен дөмөктөрә, шул саҡ үҙе лә һәләк була. Беҙ быны өлкәндәр ауыҙынан ишеткәнсә тоҫмал­лайбыҙ. Ҙурая килә аңлайбыҙ. Ысын мылтыҡтың, гранатаның нимә икәнен дә күреп беләбеҙ, улар мәктәптә бар. Һуғыш уйынын да уйнайбыҙ, тик шу­ныһы: аҡтар һәм ҡыҙылдар һүрәтендә, сөнки гитлерсылар булып һуғышырға теләүселәр табылмай торғайны.
Күптән түгел Ғариф исемле ауылдашым менән гәпләшеп ултырҙыҡ. Ул бөтөнләй тиҫкәре ҡарашта булып сыҡты.
— Нимәһен һағынаһың уның? — тип ҡырт киҫте лә һалды. — Бала сағым булманы минең. Атайым һуғыштың беренсе көндәрендә ғәйеп булды, әсәйем колхоз эшендә имгәнде, яланда ятып донъя ҡуйҙы. Һеңлем сирләп үлде. Үҙем рахиттан интектем, биш йәшкәсә атлап китә алманым. Ҡартатайым йортонда үгәй ҡартнәйемә мин кәрәк түгел инем. Детдомда көн күрһәтмәнеләр. Аслыҡ өҙлөкһөҙ эҙәрлекләне. Туйғансы ашаған йылдар килеп еткәс тә, мин аслыҡтан ҡотола алмаған һымаҡ, ашарға теләп торам.
Ғарифтың һөйләгәндәре тет­рәндерҙе. Уға ҡартайған көнөндә лә бәхет ҡошоноң ҡанаты ҡағыл­маны, һаулығы юҡ, ҡатынынан уңманы, балалар шатлыҡ-ҡыуаныс килтермәне. Уның бала саҡ яраларына тормош ваҡыт-ваҡыт тоҙ һибә килде. Бәхет бер булмаһа, булмай икән.
Һуғыш йылдары күптәрҙең яҙмышын ҡырҡа үҙгәртте. Ул йылдың 22 июнендә һуғыш башланғас, бар донъя түңкәрелгәндәй булды. Ә шулай ҙа халыҡ йәшәргә тырышты, киләсәк хаҡына барлыҡ ауырлыҡтарҙы еңде. Бер кемгә лә еңелдән булмағандыр.
Халҡы 3,1 миллион самаһы булған Башҡортостандан һу­ғышта бөтәһе 700 мең кеше ҡатнашты. Шуларҙан 322 мең кеше ятып ҡалды. “Онотмағыҙ беҙҙе, ҡайта алмаһаҡ” тип яҙа ине улар өсмөйөшлө хаттарында. Һәр береһенең исемен һәм есемен иҫкә алып йәшәргә тыры­шыусыларҙың һаман арта барыуы күңелгә нур өҫтәй. Батырҙар хәтере яңыра тора. Бөйөк Еңеүҙән һуң тыуып үҫкән балалар ҙа, Еңеүҙең үҙе кеүек, ете тиҫтәне тултырҙы бит. Ил тормошо ниндәй генә үҙгәрештәр кисермәһен, халыҡ хәтере тарихты булғанынса һаҡларға тырыша. Беҙ ҙә үҙебеҙҙең моңло, һағышлы бала саҡ хәтирәләрен бөгөнгө йәштәргә түкмәй-сәсмәй тапшырһаҡ ине.

Муллыҡ килгән көндәр

Һуғышҡа саҡлы булған күренеш. Йөклө арбаны көскә тартып килгән ат беҙҙең ҡапҡа төбөндә туҡтаны. Ике ир миңә ишараланы:
— Ас ҡапҡаңды!
Тоҡ-тоҡ игенде келәт алдына бушаттылар. Шыплап өйҙөләр. Кис атайым ҡайтҡас, һанап сыҡты ла хуш еҫ аңҡып торған игенде келәттәге ларға бушатты.
Уныңса күрше Кәбир бабай килеп етте.
— Ҡарале, Хәбибнәжәр, миңә лә килтер­гәндәр бит, Хоҙайҙан рәхмәт төшкөрө. Бына ниндәй тормош килде! Кем уйлаған.
Ике күрше һөйләшеп ҡалды, мин сығып йүгерҙем. Урамда шар уйнатыу башланып тора бит. Беҙ, малайҙар, йә кәртәгә теҙелеп ултырабыҙ, ҡарлуғастарҙай, йә шар осҡан ыңғайға тороп йүгерәбеҙ.
Шул йәй мәктәп бинаһы һалынды. Бүрәнәнән. Үҙе ҙур. Беҙ шунда уҡыныҡ, ләкин уҡытыусылар алмашынып бөткәйне. Ун йыллыҡтан ете йыллыҡҡа күскәйнек. Бөгөн уныһы ла бөттө.

Тирмән быуаһында балыҡ уйнай

Йәйҙең иң аҫыл мәле. Егән йылғаһының Сәлморон тауын урап аҡҡан урынында беҙҙең Ҡотлоғужа тирмәне. Түбәндәрәк — Яңы Ҡарамыштарҙыҡы. Атайым Хәбибнәжәр — Ҡотлоғужалағы “Ҡыҙыл ялан” колхозының бер уҙаманы — ошо тирмәндә мөдирлектә. Үҙ-үҙемде белә башлағандан хәтергә һеңеп ҡалған күренештәр ошоға бәйле.
Йәштәшем Фәнир менән балыҡ һыйлайбыҙ. Һыу өҫтө тыныс, көмөш тәңкәләр туҡтауһыҙ һикерешә, ә балыҡтың беҙгә тартылыуы барыбыҙҙы йүгертергә мәжбүр итә. Өйгә инеп, бер ус иген алып сығабыҙ ҙа һыуға ташлайбыҙ. Балыҡтар шунда уҡ ашап бөтөрә. Бирмәй торһаң, ҡул тәңгәленә һикерә башлай.
Бер мәл ҡуласа яғына төшөп барыуымды самалап, үҙәк өҙгөс итеп ҡысҡырыуымды һиҙмәй ҡалдым. Нисек булғандыр, быуа ситенә ике ҡуллап йәбешеп, эләгеп торғаным әле лә хәтерҙә. Артымда ҡуласа шығырҙауы, шарлауыҡтың геүләүе ҡолаҡты яра. Тәндәрем әле лә сымырҙап ҡуя.
Ике туған Ишбулды һәм Зинур ағайҙарым ҡайҙан килеп сыҡҡандыр, улар тартып алды. Нимәгә тотоноп ҡалғанмындыр, нисек упҡынға осмағанмындыр. Мин быны ғүмерҙә лә аңлай алмам.
Тирмән ирҙәрҙең гәпләшер урыны булды. Саманан тыш ҙур, һары еҙ самауыр йылҡылдап тора. Һыуы тулы, өҙлөкһөҙ ҡайнай. Янында күпереп бешкән ҙур әпәй. Күмәкләп ултыралар сәйгә, ашыҡмай һөйләшәләр. Он еҫе танауҙы ҡытыҡлай, мәтрүшкә сәйе ололар янына саҡыра. Улар һаман гәпләшә, гүйә, эштәре бөткән. Кемдер мөшкәнән аҡҡан йылы ондо усында һыпырып ҡарай, теленә һала, тирмәнгә күҙ ташлай ҙа яңынан самауыр янына ҡунаҡлай. Бына ҡасан булған имен тормош!
Атайым әле йорт эсендә, әле быуала, әле ҡаралты эсенә инеп юғала. Һыу тирмәне тирә-яҡ ауыл халҡын үҙенә тартып, берләштереп торған урын ине. Төрлө ауылдарҙан төрлө милләт кешеләре тоҡлап ашлыҡ тейәп килә лә он тейәп ҡайтып китә. Эш араһында аралашыу, танышыу, хатта дуҫлашыу урыны. Тирмән самауыры үҙе генә лә ни тора!
Тормош ошо рәүешле дауам итергә тейеш булғандыр. Тирмән самауыры төрлө тарафтарҙағы кешеләрҙе бер өҫтәл янына ултыртып, мул тормошҡа өндәп торор ине.

“Война, товарищи!”

...Оло юлда һыбайлы күренде. Саптырып килеүенә ҡарағанда, ябай түгел. Быны ирҙәр самалап алды ла, ҡараштарын төбәп, көтә башланы. Кемдер ҡулына алған бесәнен тотҡан килеш туҡтап ҡалды.
Көтөлмәгән ҡунаҡ тиҙ арала килеп етте. Ярайһы уҡ ҡаны ҡыҙған ат тыныслана алмай тыпырсынды, уҫал бышҡырҙы. Ирҙәр нимә ишетәсәктәрен самалап ҡолаҡтарын ҡарпайтты. Килгән кеше урыҫсалап нимәлер әйтеүенә, атайымды саҡырып сығарҙылар. Бөтәһе бер тирәгә тупланғас, теге кеше уҫал рәүештә ике һүҙ әйтте:
– Война, товарищи!
Ҡамсылы ҡулын күккә сөйөп тағы нимәлер һөйләне, һәммәһе баҫҡан урынында ҡатып ҡалды, бер-береһенә ҡарашты. Һыбайлы йәшен тиҙлегендә китеп юғалғас, геү килеп һөйләшеү башланды. Нимәлер һиҙенгәндәй, аттар ҙа йыш бышҡырҙы.
Ярһыған, асыуы сыҡҡан әлеге һыбайлының ике һүҙен мин аңланым. Кемдер сыбыртҡыһын шартлатып ҡайтыр юлға сыҡты. Ирҙәр ут ҡабынғандағы кеүек сәбәләнә. Ҡуласа һаман әйләнә. Ара-тирә ыңғырашып ҡуйғандай тауыш сығара. Ә минең ҡолаҡта “Война, товарищи!” һүҙе яңғырап тора. Бығаса урыҫса бер һүҙ белмәй инем.

Атайымдың көслө ҡулдары

Кис ауылға юл тоттоҡ. Һыу өҫтөндә көмөш алҡалар уйнауы туҡтаған, ҡара төҫкә ингән. Ҡоштар ҙа осмай. Юлыбыҙ Сәлморон тауы итәгенән. Йүгерә-атлай ҡайтабыҙ, һул ҡулда Егән һыуы, уңында тау һырты. Алыҫтан ҡарағанда, уны дәү айыу кәүҙәһенә оҡшаталар. Сәлморон ауылдаштар өсөн серле тау. Бүре һәм төлкө оялай, йәй ямғыр болотон тартып килтерһә, бысраҡ көндәр башлана. Сәлморон урманға бай. Төрлө урында умарталыҡтар тулып ята.
Атайым тиҙ атлағанда, мин уны һуғышҡа китергә ашыға тип уйлайым. Уның һайын уға һыйынам. Һыңар ҡулымды уға бирҙем дә уның ыңғайына йүгерҙем. Бына ул китер ҙә мин ышаныс-терәкһеҙ ҡалырмын тип шикләнәм.
Артта ҡала башлаһам, күтәреп ала. Мине күкрәгенә ҡыҫҡан хәлдә лә тиҙ атлай. Бер ара тарих һөйләп алды: “Егәнде беҙҙең ауылға борор өсөн боронғолар Сәлморон тауын хасил иткән. Йылғаны ҡыр тибеп, урау юл һалдырған. Был тау ҙур Урал тауының башланғысы ғына булһа ла, ваҡыт-ваҡыт һиҙҙерә тора. Уның ҡуйыны тулы байлыҡ. Үҫә төшкәс, белерһең әле”.
Әле булһа был тау серҙәрен белеп бөтөрә алғаным юҡ. Уны аҡ ҡом ҡатламын йыртҡыстарса талаған быяла заводы эшселәре лә аңламағандыр әле. Атайым тағы ла нимәләрҙер һөйләргә әҙерләнгәйне, Сәлморондо болот ҡаплап алды, ҡойоп ямғыр яуа башланы. Өҫтөмдә бер ҡат күлдәк. Мин атайымдың күкрәгенә һылашҡандай беректем. Көслө ҡулдары ямғырҙан да, елдән дә һаҡлай ине. Саф тын алышы битемде ҡытыҡлай. Бәүелеп барыуы рәхәт...
Бындай хәл, бәлки, элгәре лә булғандыр, ләкин бөгөнгөһө, 1941 йылдың 22 июнь кисендәгеһе, һуңғыһы, мәңге оноторлоҡ түгел.



Вернуться назад