Ғөрөф-ғәҙәттәр һаҡлана12.12.2017
“Иртән ҡояш сығып йылытты ла төштән һуң әллә ҡайҙа юғалды, һалҡынайтты. Ҡыш, гүйә, “тиҙҙән киләм, баҡсаңдан уңыш йыйып ал” тип әйтә. Был көн йылы булһа, ҡыш һалҡын булмаҫ, ә инде һыуыҡ булһа, йылы кейемдәреңде әҙерләй һал!” Өфө районы Булгаков ауылындағы “Ете тажлы сәскә” балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәр ойошторған Дуҫлыҡ байрамы ошондай һынамыштар менән башланып китте.
Тамашасылар был көндә күп йыйылды. Ҡунаҡтар, ата-әсәләр килде. Зал гөл-сәскәләр менән матур итеп биҙәлгәйне. Һәр кемдең күңелендә нур, байрам кәйефе бөркөлдө. Балалар ниндәй генә милләт кешеһе булып кейенмәгән! Башҡорт, урыҫ, украин, сыуаш халыҡтарын сағылдырған кейемдәрҙәге балаларҙың үҙ-ара мөнәсәбәте ғорурлыҡ хистәре уятты.
Атай-әсәйҙәр менән берлектә ойошторолған матур байрамда уйын-конкурстар музыкаль сығыштар менән үрелеп барҙы. Сыуаш йыры “Ямғыр” байрамға йәм өҫтәне. Украин халҡының уйыны барыһын да дәртләндерҙе, ҡыҙҙар башҡарыуындағы башҡорт халыҡ бейеүҙәре күңелдәрҙе күтәрҙе. Был көндә милли ғөрөф-ғәҙәттәрҙе күрһәтеү буйынса күп эш башҡарылды. Байрам матур концертҡа әйләнде, көслө алҡыштарға күмелде.