Яман шешкә ҡаршы – япон дарыуы18.04.2012
Республика клиник онкология диспансерында Япония профессоры, яман шешкә ҡаршы дарыуҙар эшләп сығарыу менән шөғөлләнеүсе Казуо Умезава булып, DHMEQ тип аталған өр-яңы препарат тәҡдим иткән.
Япон ғалимы Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Георгий Шебаев менән дә осрашҡан. Онкология диспансеры яңы препаратты һынауҙа ҡатнашасаҡ, япон һәм башҡорт ғалимдары уның үҙенсәлектәрен тикшерәсәк һәм ғилми хеҙмәттәр яҙасаҡ.
Башҡортостанда 100 мең кешегә 278,5 онкологик сирле тура килә. Тәүге урында – һөт биҙе, икенселә – үпкә яман шеше менән ауырыусылар.


Вернуться назад