Гигант самолет12.12.2017
Гигант самолетXXI быуат – ул гиганттар эраһы. Быйыл ифрат йыш ҡабатланған тәбиғәт көйһөҙләнеүҙәре солғанышында, Европала унияға берләшкән илдәр гигант самолеттар етештерә, хатта улар һауаға күтәрелә лә башланы. Улар граждандар, экологик һәләкәттәр булғанда йәки ниндәйҙер ауыр техниканы ташыу өсөн дә, экстремаль хәлдәр тыуған осраҡтарҙа ла ҡулланыласаҡ. Самолет ике ҡатлы, бейеклеге биш ҡатлы йорт самаһы, оҙонлоғо – 84 метр, ә хаҡы 12 миллиард евроға барып баҫа, сәғәтенә 900 километр юл үтә, 560 тонна ауырлыҡты күтәреүгә һәләтле. Тауышы ҡеүәтле “Боинг”тарҙыҡынан ике тапҡырға көслөрәк, махсус яғыулыҡ ҡоялар, бындай ғәйәт ҙур самолеттарҙы “Эйрбас” йәмғиәте етештерә.
Уларҙың тышҡы ҡиәфәте лә ҡәҙимге самолеттарҙыҡына бөтөнләй оҡшамаған – ишектәре алғы яҡтан асыла, тупаҡ башы йәшел, һары һәм буй-буй ҡыҙыл төҫтәргә буялған. Береһен генә салат төҫөнә индереү өсөн өс мең литр буяу китә икән, буяу иҫәбенә самолеттың ауырлығы тағы ла 530 килограмға арта, тиҙәр.
Өсөнсө мең йыллыҡ башындағы заман техника етештереүҙә ҙур ҡаҙанышы булған бындай самолет­тарҙы бер ил генә төҙөй алмай, әлбиттә. Уның һөлдәһен – Испанияла, ҡанаттарын – Англияла, хатта кәүҙәһенең айырым өлөштәрен Германияла һәм Францияла төҙөйҙәр. Бындай етди урынға үҙ эшенә яуап­лы ҡараған, махсус белемле белгестәрҙе һайлап алалар, улар араһында ҡатын-ҡыҙҙар ҙа етерлек. Яңы типтағы самолеттың ҡанаттарын төҙөү өсөн генә лә дүрт ай ваҡыт кәрәк – һәр ҡанаттың ауырлығы 20 тонна тирәһе. Ике ҡанат, тимәк, 40 тонна тарта – уларҙың хаҡы бер миллион евроға барып баҫа. Әйткәндәй, самолет дүрт двигатель менән эшләй, идара итеү тулыһынса автоматлаштырылған. Самолеттың эсендә пассажирҙар өсөн ресторан, бар, телевизор, радио, туалет, кухня, душ кабиналары, хатта люкс апартаменттарына тиклем бар, теләге булғандар үҙҙәренә өс бүлмәле фатир тибында төҙөлгән номерға заказ бирә йәки тотош ғаиләләре менән оса ала. Ябай урындарҙа ултырып барыусылар өсөн дә уңайлыҡтар тыуҙырылған: креслолар йомшаҡ, унда хатта йоҡларға ла, ял итергә лә, ашарға ла мөмкин, һәр рәттә унар ултырғыс ҡуйылған. Рәт аралары иркен, йәғни пассажирҙар интерьеры ғына 5 500 квадрат метр майҙанды биләй. Пилоттар өсөн дә махсус ял бүлмәләре уңайлы, самолетты алты пилот, шулай уҡ махсус пилот-инструктор хеҙмәтләндерә. Бөгөн бындай самолеттар Германияла, Францияла оса башланылар ҙа инде. Әле улар донъяның ун туғыҙ иленән алынған заказдар буйынса етештерелә.

Электр энергияһында йөрөгән автомобилдәр

Гигант самолетБилдәле булыуынса, Европала күптән инде электр энергияһы менән йөрөгән автомобилдәр, мотоциклдар һәм велосипедтар өҫтөндә эшләйҙәр – уларҙы электромобилдәр тип атайҙар. Германия, мәҫәлән, алдағы ун биш йыл эсендә тулыһынса электр энергияһында йөрөгән автомобил­дәргә күсеп бөтөүҙе күҙаллай, был тирә-яҡ мөхитте бысратмау өсөн дә, өсөнсө мең йыллыҡта нефттең бөтөү ихтималлығына ла бәйле. Быйыл Чехияла һәм Словакияла электр энергияһында йөрөгән автомобил­дәр, мотоциклдар, велосипедтар етештерелә башланы ла инде. Уларҙы күберәген техник яңылыҡтың алдында барған йәштәр, хакимиәттә эшләгәндәр һатып ала. Ошо “Тимер ат”тарҙы Чехияла Валашске Мезижице, Всетин, Угерске Градиште, Злин крайҙарында ҡуллана башланылар. Злинда иһә урындағы полиция, бындай типтағы машиналарға тест уҙғарып, электромобилдә йөрөүселәргә фатихаһын бирҙе.



Вернуться назад