Уны әлегә аҡҡоштар ташламаған12.12.2017
Уны әлегә аҡҡоштар ташламағанБашҡортостандың был иң ҙур күле тураһында һуңғы йылдарҙа йыш яҙалар, һөйләйҙәр һәм күрһәтәләр. Быйыл Экология йылы булған өсөн генә түгел, мәҙәни кимәлебеҙ ҙә күҙ өҫтөндәге ҡаштай тәбиғәт ҡомартҡыларыбыҙҙы ҡурсалай алырлыҡ хәлгә етә баралыр тип өмөт итәйек. Республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәте Дәүләкән районындағы Асылыкүл буйына ойошторған матбуғат туры быны асыҡ күрһәтте.


Ошо күл ярында һуңғы тапҡыр булғаныма ла бер нисә йыл үтеп киткән икән. Яҙғы ташҡындар тына ғына башлаған мәлдә Дәүләкән ҡалаһының өс мәктәбе уҡыусыларын күл ярын сүп-сарҙан таҙартырға өмәгә алып сыҡҡайнылар. Күлдең тирә-яғының бысраҡлығына иҫең китер… Ә бит май башында Асылыкүл ярында туристар юҡ, көн йылытмаған әле… Баҡһаң, был ҡышын ҡар аҫтында ҡалған сүп икән. Тимәк, өмә үтеп, туристар күренә башлағас та күл ярын бысратыу дауам итәсәк.
Ошоға саҡлы ярҙы “Коммунальник” тигән ширҡәт йыйыштырған. Бының өсөн, тәбиғи, түләргә кәрәк, берәү ҙә бушҡа эшләмәй. Тик ял итергә килеүселәрҙән аҡса йыя башлағас, прокуратура был шөғөлдө туҡтата. Бынан һуң Асылыкүл буйында бушлай ял итеү мөмкинлеге тыуған, уның ҡарауы, яр буйы бысраҡ.
Бер урында күл ярында ҡамыш та тапалып бөткән. “Ә нисек ҡамышта ял итәләр һуң, ҡомло яр ҙа түгел бит? – тип һорағас, “Ял көндәрендә ярҙың һыуға инергә мөмкинлек биргән ҡомло һыҙаттарында урын ҡалмай, кем һуңыраҡ килә, ҡамышты тапап ятырға мәжбүр була”, – тип яуапланылар. Бахыр күл… Был осраҡта беҙ тәнҡитләгән дәүләт власы органдары ғәйеплеме? Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының штатын йөҙ тапҡырға арттырһаң да, фәтүә булмаясаҡ. Шул уңайҙан Виктор Астафьевтың һүҙҙәре иҫкә төшә: “Хоҙай Тәғәлә был игелекһеҙ сусҡаға ниндәй гүзәл планета биргән, ә ул тыуғандан бирле үҙ аҫтындағы тамырҙарҙы ҡырҡа, үҙен туйҙырған ерҙе бысрата, Тәбиғәт-әсәне өҙгөләп йолҡа. Аңы томаланған был хайуандар ерҙәге тормошто бер заман тамам юҡҡа сығарыр инде”.
Әлеге барыуҙа Асылыкүл беҙҙе ҡышҡы һиллеге менән ҡаршы алды. Бындай миҙгелдә, тәбиғи, бер турист та юҡ. Яр буйҙары тап-таҙа, сүп-сар булған хәлдә лә, уның ҡар аҫтында ҡалған булыуы бик ихтимал. Кеше эҙҙәре күҙгә салынмай. Йәй уртаһында, әҙәм заты мыжғып торған ваҡытта килһәк икән... Ә халыҡ бында һәр саҡ күп була, йәйге айҙарҙа бында нисә кеше ял итеүе тураһында аныҡ ҡына мәғлүмәт юҡ. Туристар өсөн тәғәйенләнгән һәм төҙөкләндерелгән урындарҙа иҫәп алып барыла-барыуын – уларҙа әйтеүҙә­ренсә, йәйге айҙарҙа күл буйына 20 меңгә саҡлы кеше килә. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Айырым һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре бүлеге белгесе Гөлшат Мөхәмәтдинова әйтеүенсә, был әле иң ҙур күрһәткес тә түгел, сөнки Туймазы районындағы Ҡандракүл ярҙарында, мәҫәлән, йылы миҙгелдә йылына 40 меңдән ашыу турист булып китә.
Ләкин ошо ағымды тулыһынса күҙ алдына килтереүе ҡыйын, сөнки “ҡырағай” туристар бер ҡайҙа ла теркәлмәй бит. Асылыкүлдә күптәр, һыу инеүҙән тыш, күлдең шифалы батҡағынан файҙаланырға тырыша: ошо ләм радикулиттан, ревматизмдан дауалай тигән фекер ҙә бар. Урындағы халыҡ әйткәнсә, һыуында ҡойоноу ҙа һаулыҡҡа шифалы. Тимәк, һыу инеүҙән тыш, батҡағын алыуҙарын, ҡамыш араһын бәҙрәф урынына файҙаланыу­ҙарын, яр буйында сүп-сар ҡалдырыу­ҙарын, ошонда уҡ ҡунаҡлаған автомо­билдәрҙең майы һәм башҡа шыйыҡлығы ла ағып ҡалыуын иҫкә төшөрһәк, күлдең киләсәге өсөн хафаланыу көсәйә генә. Яҙғы һыу ташҡанда бөтә был бысраҡ, әлбиттә, күл һыуына ҡушыла.
Асылыкүл – башҡорттар өсөн изге ҡомартҡы. Ҡырғыҙҙар өсөн Ысыҡкүл йәки әрмәндәр өсөн Севан һымаҡ уҡ. Башҡортостандың Ҡыҙыл китабына индерелгән 150 тәбиғәт ҡомартҡыһы исемлегендәге был һыу ятҡылығының майҙаны 23 квадрат километрҙан ашыу, оҙонлоғо – 7,1, киңлеге 3,3 километр тәшкил итә. Күлдең үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы бай: әлеге Ҡыҙыл китапҡа индерелгән үҫемлек төрҙәре генә лә 40-тан ашыу, күбәләктең 25 төрө билдәле, балыҡтың ниндәйе генә юҡ... Мышы, төлкө, ҡуян сабып үткәнгә, пеликандар ҡаңғылдағанға элек берәү ҙә аптырамаған.
Академик Евгений Кучеров яҙғанса, ХХ быуат башында күл өҫтөндә ҡоштар тауышы тынмаған, улар күсенгән мәлдә хатта күк йөҙө ҡараңғыланыр булған. Беҙҙең заманда, ярҙа спорт клубы төҙөлөп, күлдә елкәнле кәмәләр уҙыша башлағас, бында күп кенә ҡош төрҙәрен, шул иҫәптән аҡҡоштарҙы, бик һирәк күрергә мөмкин.
Дөрөҫ, күлде һаҡлау өсөн дәүләт власы органдары төрлө саралар күреүен дауам итә. “Асылыкүл” тәбиғәт паркы шул маҡ­сатта ойошторолған да инде. Ҡануниәткә ярашлы, бындай парктар тирә-яҡ мөхитте һәм тәбиғи ландшафтты һаҡлау, ошо һаҡлауҙың йоғонтоло ысулдарын булдырыу һәм ғәмәлдә файҙаланыу, уңайлы ял итеү шарттары тыуҙырыу өсөн тәғәйен­ләнгән. Ләкин автомобиль ҡуйыу өсөн тейешенсә йыһазландырылған туҡталҡа, заманса бәҙрәфтәр, кафе һәм кибеттәр булмауы тураһында зарланыуҙарҙы әле булһа йыш ишетергә тура килә. “Кеше башынан – 80-шәр һум, һәр машинанан 200-әр һум йыялар, был аҡса ҡайҙа китә һуң, ни өсөн туристарға уңайлыҡтар тыуҙы­рылмай?” – Ошо һәм шуға оҡшаш һорау­ҙарҙы, мәҫәлән, интернетта бер нисә тапҡыр күрҙем. Һөҙөмтәлә ял итеүселәр йыш ҡына түләүҙән баш тарта, аҡса йыйыусыға улар менән ыҙғышырға ла тура килә. Иҫерек йөрөгәндәрҙең күп булыуына, тәртиптең күҙәтелмәүенә, һыуҙа ҡотҡарыу­сыларҙың да күҙгә салынмауына ла зарланалар.
– Беҙҙең бөтә ошондай парктарҙың бәләһе – инфраструктураның үҫешмәгән булыуы, – тип көрһөнә Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө биология институты директоры Василий Мартыненко. – Көнкүреш аңды билдәләй тигән хәҡиҡәтте электән үк беләбеҙ. Машина ҡуйырға урындар, йөрөү өсөн уңайлы һәм таҙа һуҡмаҡтар булһа, бындағы туристарҙың мәҙәни кимәле лә күтәрелмәй ҡалмаясаҡ. Күл тирәләй тимер торбаларҙан кәртә ҡуйып сығылған, элегерәк машиналар ярға уҡ килеп туҡтаһа, хәҙер, күрәһегеҙ, ундай тупаҫ ҡылыҡҡа мөмкинлек юҡ. Ә беҙҙең автомобилдәрҙе ҡунаҡ булараҡ ҡына ярға саҡлым үткәрҙеләр, етмәһә, балалар лагеры ҡапҡаһы аша индек. Экологик мәҙәниәт мәктәп эскәмйәһенән башланырға тейеш. Элегерәк, мәҫәлән, экология тигән дәрес бирелә ине, уны ни өсөндөр уҡыу программаһынан алып ташланылар. Ҡайһы берәүҙәр күл буйына килгән өсөн түләргә тура килеүгә ризаһыҙлыҡ белдерә. Улар хаҡлы түгел. Донъя тәжрибәһенән күренеүенсә, бындай тәбиғәт парктарына үткән өсөн түләү мотлаҡ! Ниндәйҙер хеҙмәтләндереү өсөн түгел, ә ингән өсөн! Шунһыҙ биләмәне төҙөкләндереү, тейешле кимәлдә тотоу, уңайлыҡтар булдырыу хатта бик теләгәндә лә барып сыҡмаясаҡ. Ҡабатлайым – был донъяның барлыҡ алдынғы илдәрендә шулай. АҠШ-тың Вайоминг, Монтана һәм Айдахо штаттарында урынлашҡан Йеллоустон халыҡ-ара биосфера ҡурсаулығына автомобиль менән ингән өсөн, мәҫәлән, 50 доллар түләргә кәрәк, йәйәүлеләрҙән 10-ар доллар алалар, йәғни беҙҙең аҡса менән – 600 һум самаһы.
Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы белгестәре әйтеүенсә, “Асылыкүл” милли паркында түләүле хеҙмәт күрһәтеүҙән килгән керем, нигеҙҙә, төҙөкләндереү эштәренә тотонола. Һуңғы осорҙа, мәҫәлән, ике контроль-үткәреү пункты, шлагбаум ҡуйылған һәм башҡалар. Уңайлыҡтар булдырыу, биләмәне заманса кимәлгә күтәреү буйынса күпмелер эш башҡарыла, ләкин етерлек кимәлдә түгел икәне шунда уҡ күҙгә ташлана. Әйтеүҙәренсә, инспекторҙар һәм йыйыштырыусылар һаны етерлек түгел. Парк биләмәһендә тәртип булдырыу өсөн ярҙам һорап йыш ҡына ирекмәндәргә, мәктәп уҡыусыларына ла мөрәжәғәт итәләр икән, ләкин сабыйҙар күлде тулыһынса урап сыға алмай. Унан һуң, ололарҙың тәртипһеҙлеген күреп үҫәләр түгелме?
Бөтә нәмә аҡсаға барып тоташа шул. Әгәр ҙә паркка ингән өсөн түләнгән аҡсаға ғына ҡарап торһалар, төҙөкләндереү һәм уңайлыҡтар булдырыу эше оҙаҡ йылдарға һуҙылмаҫмы? Күрәһең, бында бер юлы һәм ҙур (йәки етерлек) күләмдәге инвестиция талап ителә. Тейешле инфраструктура ҡоролһа, урындағы халыҡ өсөн дә байтаҡ өҫтәмә эш урындары барлыҡҡа килер ине. Республиканың Контроль-иҫәп палатаһының бер нисә йыл элек үткәрелгән тикшереүе шуны раҫлағайны: урындағы милли парк эшмәкәрлегенә йүнселдәр хеҙмәте йәлеп ителмәй, сөнки ул саҡта ял итеүселәрҙән йыйылған ҡулаҡсаны иркен ҡулланып булмаясаҡ. Һөҙөмтәлә бер нәмә лә төҙөлмәй тиерлек. Әлегә хеҙмәтләндереү кимәле автомобилле туристар ағымын ҡәнәғәтләндерерлек түгел. Һәр хәлдә, яр буйында бер генә заманса ҡоролма ла күҙгә ташланманы.
Бер нимә менән килешмәй булмай: мәҙәни кимәл күтәрелмәй тороп, власть әһелдәренең йәки хоҡуҡ һаҡлау органдарының сара күргәнен көтөп ятыу ғына үҙен һис аҡламаясаҡ. Һәр турисҡа полиция хеҙмәткәре беркетеү мөмкин түгел. Уйлап ҡараһаң, ғәжәп тә кеүек: тәбиғәтте халыҡ мәнфәғәтендә һаҡлап ҡалыу өсөн, уны ошо уҡ халыҡтан яҡларға тейешбеҙ. Дөрөҫөн генә әйткәндә, беҙҙең планеталағы экологик хәл бер нисек тә яҡшырмаясаҡ, сөнки киләсәктә халыҡтың үрсеүе һәм уның хужалыҡ итеү өсөн тәбиғәтте ярыша-ярыша файҙаланыуы көсәйәсәк кенә. Кешенең антропоген эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә климаттың үҙгәрә барыуы ла был күренеште тиҙләтәсәк. Экологтар үҙҙәре үк таныуынса, һүҙ бында тирә-яҡ мөхиттең насарая барыу тиҙлеген кәметеү тураһында ғына бара. Шуға күрә биология фәндәре докторы Наталья Курамшинаның Асылыкүлде файҙаланыуға мораторий иғлан итеү, йәғни уның эргәһенә туристарҙы нисәлер йыл яҡын юлатмау хаҡындағы тәҡдимен дә аңламау мөмкин түгел. Был ваҡыт эсендә күлдең флораһы һәм фаунаһы күпмелер дәрәжәлә аяҡҡа баҫып өлгөрөр ине, бәлки.
...Күл янынан ҡайтып китергә ҡуҙғалғанда кемдер: “Ҡарағыҙ әле – аҡҡоштар!” – тип һөрән һалды. Ысынлап та, күлдең туңмаған өлөшөндә улар аҡ болот һымаҡ ултыра ине. Элегерәк ғәҙәти хәл, ә бөгөн ғәжәп һаналған был күренешкә һоҡланып та, аптырап та ҡарап торҙоҡ. Йылы яҡҡа осор алдынан улар был тәбиғәт мөғжизәһе менән һаубуллашмай булдыра алмағандыр. Асылыкүл ер йөҙөндә берәү генә шул. Уны киләсәк быуындар өсөн һаҡлап ҡала алырбыҙмы? Һәр хәлдә, әлегә аҡҡоштар ташламаған..


Вернуться назад