Урал түгел, Яйыҡ12.12.2017
“Урал батыр” эпосының аҙағын хәтерләйһегеҙме? Ошолай тип бәйән ителә:
“Дүрт батыр бер йыйылып,
Бергә ултырып уйлаған;
Яйыҡ, Нөгөш, Һаҡмарҙар
Яңы йылға эҙләгән.
Иҙел һымаҡ, былар ҙа
Алмашлашып, бер-бере
Булат менән сапҡан, ти,
– Уларҙан да өс йылға
Сылтырашып аҡҡан, ти.
Былар халыҡты йыйғандар,
Дүрт батырға бүлгәндәр;
Дүрт йылғаны буйлатып,
Торлаҡ ҡороп таралып,
Айырым донъя ҡорғандар.
Дүрт батырҙың исеме
Дүрт йылғаға ат булған,
Онотолмаҫ зат булып,
Быуын-быуын ҡалғандар”.
Бында Яйыҡ батыр һәм Яйыҡ йылғаһы тураһында һүҙ бара! Ә беҙҙә, йылға башланған урында, руссалап “Бында Урал йылғаһы баш ала” тип кенә күрһәтелгән. Учалы башҡорттарының район ҡоролтайы вәкилдәре ошо яҙыҡлыҡты ниндәйҙер мәғәнәлә төҙәтте тиергә мөмкин: тарихи-мәҙәни ҡомартҡыбыҙҙың үрҙә килтерелгән юлдары яҙылған стендты инешкә барып урынлаштырҙы.
– Киләсәктә саф башҡортса “Бында Яйыҡ башлана” һәм “Башҡортостан Республикаһы, Учалы районы” тигән яҙыуҙар ҙа ҡуйылһа, тамам яҡшы булыр. Бәлки, берәй ваҡыт, Ағиҙел ба­шындағы һымаҡ, һыу ярып сығарған ҡылыс монументын урынлаштырыу хыялы ла тормошҡа ашыр, – тип иҫәп тота был акцияны ойоштороу­сылар­ҙың береһе, район мәҙәниәт йорто режиссеры, күренекле сәнғәт эшмәкәре Рәйес Низаметдинов. – Яйыҡ башланғысы кәртәләнгән, сүп-сар ҙа юҡ, шишмә һыуы саф, ти, әммә йәмәғәтселәр барыбер экологик өмә үткәрә. Ҡороған-аунаған ағас-ҡыуаҡты, сыбыҡ-сабыҡты алып ташлау ҙа артыҡ түгел бит.
Ә эш тамамланғас, Р. Низаметдинов, ошо тирәлә ҡурай киҫеп алып, Яйыҡ башында мәшһүр “Урал” көйөнөң Тиләү вариантын башҡара.
...Яҙыуы ғына тиҙ, башҡорт милләте патриоттарына былай ҙа төпкөлдә ятҡан Ҡансыра ауылынан йәнә 18 километр трактор арбаһында һелкенеп барырға тура килә. Стенд яһатыу һәм урынлаштырыу ҙа ваҡ эш түгел. Рәйес Йәүҙәт улы ихлас күңелдән һәр яҡлап ярҙам иткән крәҫтиән (фермер) хужалығы башлығы Мозафар Ҡадировҡа, урмансы Нияз Сирановҡа, эшҡыуар Зөфәр Әбхәлимов менән Рөстәм Яппа­ровтарға, мәҙәниәт хеҙмәткәр­ҙәренә рәхмәт белдерҙе. Эйе, бик тә күркәм ғәмәл атҡарылды, үҙ ҡомартҡыларыбыҙҙы үҙебеҙ ҡәҙерләмәһәк, сит-яттар ҡайғырт­маҫ. Образлы әйткәндә, Экология йылында, тәбиғәт экологияһы менән бер рәттән, рух экологияһы ла хәстәрләнде бит.

Учалы районы.


Вернуться назад