Дәүләт хәстәрен тойоп12.12.2017
Дәүләт хәстәрен тойопОшо көндәрҙә Рәсәй Социаль страховка фондының Башҡортостан буйынса төбәк бүлексәһендә инвалидтарҙы реабилитациялауҙың техник саралары һәм протез-ортопедия изделиелары менән тәьмин итеү; производстволағы бәхетһеҙ осраҡ арҡаһында йәрәхәт алыусыларҙы һәм башҡа льготалы категориялы граждандарҙы шифахана-курорт юлламалары менән тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үтте. Унда, фонд хеҙмәткәрҙәре менән бер рәттән, власть органдары, профилле ведомстволар вәкилдәре, медик-социаль экспертиза белгестәре, республиканың инвалидтар йәмәғәт ойошмалары, ветерандар союздары ағзалары һәм башҡалар ҡатнашты.


Рәсәй Социаль страховка фондының Баш­ҡорт­ос­тан буйынса төбәк бүлексәһе етәксеһе Марат Латиповтың сығышы бик мәғлүмәтле һәм төплө булды. Ул бик күп мәсьәләләргә туҡтаны, проблемаларҙы ла билдәләп үтте. Шуныһы мәғ­лүм: быйыл Башҡортостан инвалидтары реабилитация саралары менән 96 – 98 процентҡа тәьмин ителәсәк. Бының өсөн 948,1 миллион һум аҡса бүленгән.
Льготалы категориялы граждандарға шифахана-курорттарҙа дауаланыуға 96,5 миллион һумлыҡ 4300 юллама биреләсәк. Производствола имгәнеү һәм йәрәхәтләнеүҙәрҙән, профессиональ сирҙәрҙән мотлаҡ социаль страховкалауға; производствола зыян күреүселәрҙе тәьмин итеү, производствола имгәнеү һәм йәрәхәтләнеүҙәрҙе, профессиональ сирҙәрҙе иҫкәртеү сараларына 1,3 миллиард һум аҡса тотоноласаҡ.
– Ошондай күп яҡлы осрашыуҙарҙа ҡатмарлы проблемаларҙы уртаға һалып һөйләшеү, хеҙмәт­тәшлекте көсәйтеү мөмкинлеге бар, – тине Марат Мөьмин улы. – Һуңғы өс йылда федераль ҡаҙна­нан төбәк бүлексәһенә инвалидтарҙы реабили­та­циялауҙың техник саралары һәм протез-ортопедия изделиелары менән тәьмин итеү өсөн йылына уртаса 1 миллиард һум аҡса бүленә. Был бик әһәмиәтле сумма, Рәсәйҙең 80 субъекты ара­һында бүленгән аҡсаның 23-тән бер өлөшөн тәшкил итә.
2015 йылдың башында, инвалидтарҙы тәьмин итеү бурысын фондтың төбәк бүлексәһенә тапшырған саҡта, хәлдәр бик шәптән булмаған. Йыллыҡ сығымдар 319 миллион һум самаһы тәшкил итеп, әлбиттә, был мохтаждарҙы тейешле саралар менән тәьмин итеүгә етмәгән. Проблемаға ваҡытында иғтибар йәлеп итеү сәбәпле, ассигнованиелар суммаһын 1,1 миллиард һумға еткереүгә өлгәшелгән. Әлбиттә, был мөмкинлектәрҙе арттырған һәм һуңғы йылдарҙа граждандар реабилитация саралары менән юғары кимәлдә тәьмин ителеүе хаҡында һөйләй.
Быйыл инвалидтарҙы реабилитациялауҙың техник саралары һәм протез-ортопедия изделиелары менән тәьмин итеү өсөн бүленгән 948,1 миллион һум аҡса инвалидтарҙың барлыҡ тиерлек заявкаларын үтәү мөмкинлеген бирә.
Һис шикһеҙ, фонд хеҙмәткәрҙәре тарафынан был йүнәлештә ҙур эш атҡарыла, әммә барыһы ла тигеҙ генә бармай, шуға күрә фонд белгестәре граждандарҙан һәр хәлде аңлап ҡабул итеүҙе, үҙ-ара теләктәшлек күрһәтеүҙе үтенә.
Мәҫәлән, протездарҙы ғына алайыҡ. Социаль страховкалау фонды кемгәлер ҡиммәтле, ә кемгәлер арзаныраҡ протез бирә алмай – бының үҙ нормалары бар, ҡануниәт менән нығытылған. Изделие инвалидтың медицина күрһәткестәре, индивидуаль реабилитациялау программаһына ярашлы бирелә.
– Беҙ мохтаждарҙың барыһының да хоҡуҡтарын тигеҙ яҡлайбыҙ. Был йәһәттән үҙ-ара аңлашып эшләйбеҙ тип әйтә алам, сөнки урындарҙа аңлатыу эштәре аныҡ алып барыла. Һүҙ фонд белгестәре хаҡында ғына түгел, “күренмәгән фронт яугирҙәре” – ветерандар советы, инвалидтар ойошмалары ағзалары ла әүҙем ярҙам итә. Улар төрлө этаптарҙа ҡатнаша: реабилитациялауҙың техник сараларын тәьмин итеү өсөн аукцион үткәреүгә техник талаптар төҙөүҙән алып, инвалидтың йәшәгән урынын асыҡлашыуға тиклем. Шулай уҡ льготалы граждандарҙы шифахана-курорт юлламалары менән тәьмин итеүҙә лә бихисап аңлашылмаусанлыҡ килеп сыға – был осраҡта ла йәмәғәт ойошмалары ярҙамға килә, аңлатыу эштәрен алып бара, – тине Марат Мөьмин улы.
Шифахана-курорт юлламалары тигәс, был хаҡта аныҡлабыраҡ яҙып үтәйек. Социаль страховкалауға ҡағылышлы мәсьәләләрҙең иң сетереклеләренең береһе булып тора ул, баҡһаң. Әйткәндәй, беҙҙең республика өсөн генә түгел, башҡа төбәктәрҙә лә. Белгестәр фекеренсә, социаль тәьминәттең был тармағында норматив үҙгәрештәр индерелергә тейеш, сөнки әлеге система үҙен бик үк аҡламай.
Һандарға күҙ һалайыҡ. Быйыл льготалы граждандар категорияһына ҡараған 4300 кеше йыл аҙағына тиклем шифахана-курорт юлламаһы менән тәьмин ителәсәк, тигәйнек. Был мохтаждар һанының 25-27 процентын тәшкил итә. Шул уҡ ваҡытта юллама көтөп сиратта 15 600 кеше тора (улар тейешле медицина тикшереүе үткән һәм 070/у формаһындағы ғәмәлдәге белешмәләре бар). Тимәк, әлеге шарттарҙа был кешеләр 2,5-3 йылдан һуң ғына юлламаға өмөт итә ала.
Ни өсөн улай килеп сыға һуң?
Һанап ҡарайыҡ. 2017 йылда республикабыҙҙа урынлашҡан шифахана-курорт учреждениеһына бер юллама дәүләт өсөн 24,2 мең һумға төшә. Ә ғәмәлдәге нормативтар буйынса йыл буйы бер кешегә шифахана-курорт дауаланыуы өсөн 1494 һум аҡса бүленә (айына 124,5 һум). Күреүебеҙсә, был юлламаның ысынбарлыҡтағы хаҡынан күпкә түбән сумма һәм төбәк бүлексәһендә иҫәптә торғандарҙың барыһын да юллама менән тәьмин итеү өсөн уның етмәгәне асыҡ. Ғәмәлдә, льготалы бер гражданды юллама менән тәьмин итеү өсөн 16 граждандың финанс ресурстары ҡулланыла.
Нисек кенә булмаһын, эш алып барыла, быйыл был йүнәлеш буйынса 96,5 миллион һум үҙләштереләсәк. Әлбиттә, юллама алып, һаулыҡтарын нығытҡан, ял иткән граждандар дәүләт биргән ошо мөмкинлек өсөн бик рәхмәтле, фондҡа уларҙан рәхмәт хаттары даими килеп тора. Әммә күңелде төшөргән хәлдәр ҙә була икән. Сарала был турала ла һүҙ булды. Эш шунда: шифахана-курорт юлламаларын медицина күрһәткестәре буйынса льготаһы булған төрлө кешеләр ала, араларында һәммәһе бар. Улар Башҡортостан шифаханаларында ғына ял итмәй, бәғзеләре диңгеҙ буйына, йылы яҡтарға ла юллана. Ошондай мөмкинлектән файҙаланып, рәхәтләнеп ял итеп, дауаланып ҡайт та бит... Мәгәр, бәғзеләр бындай мөмкинлекте бик тә “күңелһеҙ” тип иҫәпләй һәм үҙҙәренә башҡа “мажаралар” табырға өлгөрә. Мәҫәлән, быйыл Башҡортостандан социаль страховкалау юлламаһы менән диңгеҙ буйына ял итергә барған ике ҡатын менән бер ир Анапа шифаханаһы хеҙмәткәрҙәренең ҡотон алып ҡайтҡан: спиртлы эсемлектәр ҡулланып, кәйеф-сафа ҡорғандар, донъя туҙҙырғандар, һөҙөмтәлә айнытҡысҡа эләккәндәр. Фонд белгестәре билдәләүенсә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай миҫалдар булып тора, шулай уҡ Башҡортостан шифаханаларында ла. Әйткәндәй, тап ошо сәбәптән республиканың ҡайһы бер шифахана-курорттары льготалы граждандарҙы ҡабул итеүҙән баш тартҡан.
– Социаль страховкалау фонды аша алынған юлламалар буйынса теләгән бер шифаханаға барып булмай – быны тормошҡа ашырыу өсөн Фонд етәкселеге бихисап һөйләшеү-килешеүҙәр алып бара. Һөҙөмтәлә үрҙә миҫал итеп килтерелгән яуапһыҙ граждандар беҙҙең эште юҡҡа сығара, тотош республиканың йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтерә. Бындай хәлдәр, әлбиттә, булырға тейеш түгел, – тине Марат Мөьмин улы.
Әйткәндәй, юллама алыу өсөн электрон сират булдырылған – был асыҡлыҡ һәм аныҡлыҡ йәһәтенән бик уңайлы. Граждандар үҙ позицияһын Рәсәй Социаль страховка фондының Башҡорт­остан буйынса төбәк бүлексәһе сайтына инеп (r02.fss.ru), “Шифахана-курорт дауалауына сират номеры” бүлегендә тикшерә ала. Бының өсөн эҙләү юлында пенсия страховкаһы таныҡлығы (СНИЛС) һандарын индереү кәрәк.
Рәсәй Социаль страховка фондының Башҡорт­остан буйынса төбәк бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре кешеләрҙең именлегенә, тыныс тормошта йәшәүен тәьмин итеүгә лә ҙур яуаплылыҡ менән ҡарай. Хеҙмәт килешеүенә ҡул ҡуйған һәр кем Социаль фондта страховкаланған тип иҫәпләнә, тимәк, страховка осрағы тыуһа, ул законда ҡаралған пособие һәм түләүҙәрҙең бөтә төрҙәренән дә файҙалана аласаҡ. 
Ошонан сығып, производствола бәхетһеҙ осраҡтан һәм һөнәри ауырыуҙарҙан страховкалау мәсьәләһе һәр ваҡыт көнүҙәк булып ҡала.
Ағымдағы йылда производстволағы бәхетһеҙ осраҡтар һөҙөмтәһендә республикала 81 кеше йәрәхәтләнгән, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы бер осраҡтар аяныслы тамамланған, кешеләр һәләк булған.
Әлеге ваҡытта республикала туғыҙ меңдән ашыу кеше Рәсәй Социаль страховка фондының Башҡортостан буйынса төбәк бүлексәһенең производствола бәхетһеҙ осраҡтан һәм һөнәри ауырыуҙарҙан страховкалау буйынса иҫәптә тора һәм мотлаҡ түләүҙәр иҫәбенән страховка пособиеларын ала. Был йүнәлеш буйынса проблемалар юҡ: Социаль фонд иҫәбенән бүленгән финанс саралары бар түләүҙәрҙе ваҡытында һәм тулы күләмдә башҡарыуға етә. Унан тыш, страховкаланған граждандарға сифатлы медицина, социаль ярҙамы ла күрһәтелә. Ағымдағы йылда был маҡсатҡа 1,3 миллиард һум аҡса йүнәлтеү күҙалланған, шуның 748 миллион һумы – страховкалы осраҡҡа бәйле айлыҡ һәм бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәр. 205 миллион һум аҡса зыян күреүселәрҙе медицина, социаль, һөнәри реабилитациялау кеүек өҫтәмә йүнәлештәргә тотоноласаҡ. Производствола зыян күреүселәр юғары технологиялы медицина ярҙамынан тыш, шифахана-курорт дауаланыу, сифатлы протез-ортопедия изделиелары, реабилитация саралары, шул иҫәптән махсус транспорт – автомобиль дә ала.
Автомобиль менән тәьмин итеү – производст­волағы бәхетһеҙ осраҡ арҡаһында йәрәхәт алыусыларҙы социаль реабилитациялауҙың бер төрө. Уны юллау өсөн медицина-социаль экспертиза яһаусы учреждениеның һығымтаһы булыуы мотлаҡ. Производствола зыян күреп, физик мөмкинлеге сикләнгән кешеләр транспорт сараһын ете йылға бер яңыртыу хоҡуғына эйә. Шулай уҡ инвалидтарҙың квартал һайын автомобилде бушлай ремонтлау, яғыулыҡ менән тәьмин итеү өсөн билдәле күләмдә аҡсалата компенсация алыу хоҡуғы бар. 2017 йылда, реабилитация программаһына ярашлы, 78 зыян күреүсе Lada Granta автомобиле алған.
Әйткәндәй, был ғәмәл Рәсәйҙә 2001 йылдан алып башҡарыла. Ошо йылдар эсендә Башҡортостанда производствола йәрәхәт алып, һаулығы зыян күреүселәргә меңдән ашыу автомобиль тапшырылған, шул иҫәптән ҡайһы берәүҙәр икенсе һәм өсөнсө тапҡыр транспорт сараһын яңыртҡан. 
Әйткәндәй, үрҙә телгә алынған сумма иҫәбенән республиканың 2500-ҙән ашыу эш биреүсеһе 277 миллион һум аҡсаны производствола йәрәхәтләнеүҙе һәм һөнәри ауырыуҙарҙы иҫкәртеүгә йүнәлтәсәк.
Социаль страховкалау системаһының төп үҙенсәлеге – Федераль законға ярашлы, тәү сиратта эшләүсе граждандарҙы мөмкин булған матди һәм социаль хәле үҙгәреүҙән, шул иҫәптән уларға буйһонмаған ваҡиғаларҙан страховкалау. Ошо процеста ҡатнашҡан һәр кемдең — дәүләттең һәм эш биреүсенең — социаль яуаплы булыуы шарт. Юғалтылған йәки ваҡытлыса юғалтылған эш хаҡын компенсациялау буйынса социаль йөкләмәләрҙе үтәү Рәсәй Федера­цияһының Социаль страховка фондына йөкмәтелгән. Эш биреүсе, ваҡытында страховка иғәнәләрен күсереп, пособиеларҙы түләү өсөн аҡса ресурстарын туплауға булыша.
Тимәк, Рәсәй Социаль страховка фондының Башҡортостан буйынса төбәк бүлексәһенең республика халҡына дәүләт гарантиялары менән тәьмин итеүгә йүнәлтелгән килеме страховка иғәнәләренең тупланыуына туранан-тура бәйле. Шуға күрә эш биреүселәрҙең страховка иғәнәлә­рен ваҡытында йәки тулыһынса түләмәүе, яллан­ған эшселәр менән легаль хеҙмәт килешеүенең булмауы, “һоро” эш хаҡы, йәғни хеҙмәткәрҙәрҙең ысынбарлыҡтағы килемен һәм хеҙмәткә түләү фондын йәшереү законды боҙоу тип иҫәпләнә.
Был хәл эшләүсе граждандарҙы дәүләт гарантияларына хоҡуғынан, шул иҫәптән ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ, производствола имгәнеү, бәлә-ҡазаға тарығанда дәүләт ярҙамынан мәхрүм итә. Төбәктең, шулай уҡ тотош илдең иҡтисадына ла, төрлө кимәлдәге бюджеттар торошона ла, шул иҫәптән социаль страховка системаһы бюджетына ла уның кире йоғонтоһо ғәйәт ҙур.
Фондтың төп бурысы — граждандар алдында ашығыс рәүештә һәм тулы күләмдә дәүләт гарантияларын үтәү өсөн тотороҡло финанс системаһын булдырыу. Был – киләһе көндө ышаныслы итеүсе төп ғәмәл.

Раушания КӘБИРОВА,
Гүзәлиә РӘСҮЛЕВА.



#Һорау – яуап

– Федераль льготанан файҙаланам, миңә шифахана-курортҡа юллама бирелергә тейеш. Бының өсөн ниндәй документтар талап ителә?
– Ошондай льготаға эйә граждандарға шифахана-курорт юлламаһы алыу өсөн ғариза яҙырға кәрәк. Шулай уҡ 070/у формаһындағы белешмә (ул бер йыл ғәмәлдә була), шәхесте билдәләүсе документ (паспорт) талап ителә.

* * *
– Мин юлламаны фәҡәт “Йәшел сау­ҡа­лыҡ” шифаханаһына йә иһә Краснодар кра­йындағы шифаханаға алыр инем. Йәйге осорҙо хуп күрәм. Был мөмкинме?
– Ҡануниәт буйынса, граждандың шифахана-курорт учреждениеһын һайлау хоҡуғы юҡ. Фондтың төбәк бүлексәһе граждандарҙы юллама менән тәьмин итеү өсөн һатып алыу процедуралары ойоштора. Конкурслы саралар һөҙөм­тәһендә, еңеүселәр менән дәүләт контракттары һәм килешеүҙәр төҙөлә. Льготалы гражданға, уның сиренә һәм шифахана билдәләгән графикка ярашлы, контракт төҙөлгән профилле учреждениеға юллама бирелә. Был республика һәм Рәсәйҙең башҡа төбәгендә урынлашҡан шифахана булыуы ихтимал.
Юллама бирелгән шифахана-курорт учреждениелары йыл әйләнәһенә эшләй, “йәй осоронда” тигән төшөнсә юҡ.

* * *
– Фондтың төбәк бүлексәһендә юлла­маға сиратта торам. Нисәнсе урында икә­немде нисек белергә?
– Юллама биргәндә, льготалы категориялы граждандарҙың хоҡуҡтары тигеҙ һаҡланыуын тәьмин итеү өсөн, ғариза биргән көн иҫәпкә алына. Фондтың төбәк бүлексәһе ғаризаның теркәлеү көнөн һәм номерын гражданға ун көн эсендә хәбәр итергә тейеш. Сиратта нисәнсе торғанды, шулай уҡ Фондтың төбәк бүлексәһе сайтында (r02.fss.ru), “Шифахана-курорт дауаланыуына сират номеры” бүлегендә СНИЛС номерын индереп тә белергә була. Шулай уҡ төбәк бүлексәһе белгестәре 8 (347) 256-16-99, 279-55-38 телефондары буйынса яуап бирә.

* * *
– Юллама алдым, ял иттем, рәхмәт. 070/у формаһындағы белешмәм әле лә ғәмәлдә. Уның нигеҙендә юлламаға тағы ла ғариза яҙа аламмы?
– Яңы юллама алыр өсөн белешмәне яңыртырға тура киләсәк, сөнки уның буйынса һеҙ дәүләт хеҙмәтен ҡулландығыҙ. Белешмә иһә йыл һайын һеҙҙең һаулыҡ торошон иҫбатлай: юллама бирергә нигеҙ бармы, һаулығығыҙ торошо үҙгәргәнме һәм башҡалар.

Рәсәй Социаль страховкалау фондының Башҡортостан буйынса төбәк бүлексәһе материалдарынан.


Вернуться назад