Ҡыҙыҡһыныу ҙур18.04.2012
Гәзитебеҙҙең 14 апрель һанында хәбәр итеүебеҙсә, “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк башҡарма комитетына яңы етәксе итеп республикала билдәле политолог Альберт Мифтахов тәғәйенләнгәйне. Һис шикһеҙ, әле күптән түгел генә власҡа оппозицияла йөрөгән кешегә “власть партияһы” тип йөрөтөлгән фирҡәнең теҙгенен тапшырып ҡуйыу күптәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Шуға күрә “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында Альберт Мифтахов менән ойошторолған матбуғат конференцияһына бихисап журналист йыйылды. Партияның киләсәге, алдағы эшендә өҫтөнлөклө йүнәлештәр, май аҙаҡтарында үтәсәк Бөтә Рәсәй съезында күтәреләсәк мәсьәләләр һәм башҡа ҡыҙыҡлы һорауҙарға яуап бирҙе Альберт Линер улы. Яуаптар менән гәзитебеҙҙең киләһе һандарында таныша аласаҡһығыҙ.
Ә. ИЛДУСОВА.


Вернуться назад