Социаль өлкә — иң ҡатмарлы, сетерекле тармаҡтарҙың береһе. Дәүләттең социаль хеҙмәт күрһәтеүгә иғтибары арта, был өлкәлә хеҙмәтләндереүҙең яңы төрҙәре күбәйә. Элегерәк ауыл ерендә йәшәгән яңғыҙ әбей-бабайҙарға барып, тимурсылар командаһы ярҙам күрһәтһә, бөгөн ярҙамға мохтаж ололарҙы ҡарауҙы хөкүмәтебеҙ үҙ өҫтөнә алды. Ҡурсалауға мохтаждар булғанда, уға ярҙам итеүселәре лә бар. Район үҙәге Асҡарҙа эшләп килгән коммерцияға ҡарамаған автономиялы “Ярҙам” халыҡты социаль тәьмин итеү үҙәге ойошмаһы ошо юҫыҡта эш алып бара.Ойошма директоры Рәйлә Ғүмәрова әйтеүенсә, әле коллективта 33 кеше эшләй, шуның 30-ы — социаль хеҙмәткәрҙәр. Төп бурыс — олоғайыу йәки ауырыу сәбәпле өлөшләтә йә иһә тулыһынса үҙ-үҙен хеҙмәтләндерә алмаған граждандарға социаль-көнкүреш, табипҡа тиклемге медицина ярҙамы күрһәтеү.
Социаль хеҙмәткәрҙәрҙең бурысы ярҙам күрһәтеү менән генә сикләнеп ҡалмай, ауыр хәлдәгеләргә яҡшы мөнәсәбәт булдырыуҙы, күңел һалып эшләүҙе лә күҙ уңында тота. Һәр кем бындай көсөргәнешле хеҙмәтте башҡара алмай, үҙенең кисерештәрен тота алған, тәрән аҡыллы, мәрхәмәтле, изге күңелле, мөләйем кешеләр генә беҙҙең хеҙмәттә эшләй, ти Рәйлә Рәхмәт ҡыҙы.
Райондың барлығы 15 ауыл биләмәһенең 13-өндә социаль хеҙмәткәрҙәр үҙ эшен яуаплы башҡара. Бөтәһе 446 өлкән кешегә ярҙам күрһәтелә, шулай уҡ 20 ғаилә балаларын ваҡытлыса ҡарап тороу ярҙамынан файҙалана. Ололар өсөн социаль-көнкүреш (аҙыҡ-түлек килтереү, магазинға барыу, йорт йыйыштырыу, ашарға әҙерләү), социаль-медицина (дарыуҙар һатып алыу, дауаханаға оҙатыу, тәүге ярҙам саҡыртыу), социаль-психологик (ауыр ваҡытта уларҙың хәленә инеү, һөйләшеп ултырыу, күңелле әңгәмә булдырыу) һәм социаль-хоҡуҡи (пенсия юллауҙа ярҙамлашыу, документтар йыйыу) кеүек хеҙмәттәр күрһәтелә.
Һуңғы йылдарҙа социаль хеҙмәт күрһәтеүҙең яңы төрҙәре лә барлыҡҡа килгән. Мәҫәлән, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр өсөн аҙнаһына ике тапҡыр бушлай өс йәшкә тиклемге баланы өс сәғәткә тиклем ҡарау кеүек хеҙмәт индерелгән. Инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләр ойошманың был хеҙмәтенә йыш мөрәжәғәт итә. Әйткәндәй, ауылда йәшәгән өлкән кеше йәки бала тәрбиәләгән ғаилә, социаль хеҙмәтләндереүгә мохтаж булып, был турала ауыл биләмәһе башлығына хәбәр еткерһә, ул беҙгә мөрәжәғәт итә. Урынға барып, ярҙам һорағандар менән шәхсән осрашып, уларҙың теләктәрен тыңлағандан һуң, был кешегә төп һәм өҫтәмә социаль хеҙмәт күрһәтеү картаһы тултырыла. Ошо эштәрҙән һуң ғына был хаҡта урындағы социаль хеҙмәткәрҙәргә еткерелә. Әгәр ҙә өлкән кеше башҡа эштәргә йәлеп итә икән, ул саҡта был хеҙмәттәр түләүле башҡарыла.
Социаль хеҙмәт күрһәтеү буйынса оҙаҡ йылдар эшләгән, миһырбанлы һәм мәрхәмәтле хеҙмәткәрҙәрҙе телгә алмау яҙыҡ булыр. Улар — Нурия Сәфиуллина (Рауил ауылы), Гөлнара Фәритова (Ишҡол), Сәүиә Ситдыҡова (Ишбулды), Миләүшә Исхаҡова (Әбделғәзе) . Шулай уҡ ойошманың хисапсыһы Гөлнара Зарипова менән социаль хеҙмәткәрҙәрҙең етәксеһе Зилә Мырҙағәлиналар ҙа күптән инде үҙ эшенең оҫталарына әйләнгән.
Ололарға ярҙам күрһәтеү менән генә сикләнмәй ойошманың хеҙмәте. Йыл һайын “Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит!”, “Ололарға ярҙам!” кеүек хәйриә акцияларында әүҙем ҡатнаша, “Дармарка”лар ойоштора. Был саралар һәр ауыл биләмәһендә социаль хеҙмәткәрҙәр тарафынан эшләнелә, артабан район үҙәгендә үтә. Район күләмендәге барлыҡ сараларҙа ойошма хеҙмәткәрҙәре даими ҡатнаша, төрлө конкурстарҙа призлы урындар яулай, мәҙәни, спорт ярыштарында һәр саҡ беренселекте бирмәй. Бер маҡсатта — хеҙмәт һәм социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә, ҡурсалауға мохтаждарға ярҙам күрһәтеүҙә эшләгән коллективҡа артабан да уңыштар, фәҡәт изге күңелле кешеләр осрауын теләйбеҙ.
Әбйәлил районы.