Булмышына тоғро ҡатын12.12.2017
Булмышына тоғро ҡатынУның бар фиғелен баҫалҡылыҡ биләй. Тәү ҡарашҡа Светлана Хажиәхмәтованы ғүмере буйы уҡытыусы булып эшләгән тип тә уйламаҫһың. Һәр кемгә баҫалҡы ғына йылмайып, айыҡ фекер йөрөтөүе, бер ҡасан да тауышын күтәрмәй, кешеләргә ихлас, алсаҡ булыуы менән тирә-йүндәгеләргә йылылыҡ тарата.
Баймаҡ районының Беренсе Этҡол ауылында тыуып үҫкән ҡыҙ мәктәпте тамамлағас, Магнитогорск ҡалаһының педагогия институтына уҡырға керә. Ҡулына диплом алған йәш белгес йүнәлтмә буйынса 1965 йылда Әбйә­лил районының Әлмөхәмәт станция­һында яңы ғына асылған мәктәпкә завуч итеп эшкә тәғәйенләнә.

— Ул йылдарҙы уйлаһам, хәҙер аптырап ҡуям. Нисек инде бер ниндәй тәжрибәһе лә булмаған йәш ҡыҙҙы уҡытыусы булараҡ түгел, ә завуч итеп эшкә алғандарҙыр. Әлбиттә, эшемде яраттым, һәр нәмәне теүәл башҡарырға тырыштым. Балаларға рус теле һәм әҙәбиәтенән дәрестәр бирҙем, — тип хәтерләй Светлана Мазһар ҡыҙы.
Ике йыл уҡытҡандан һуң йәш уҡытыусы күрше Урал урта мәктәбенә эшкә күсә, сөнки ул ваҡытта геройым үҙе кеүек йәш белгескә, инженер-электрик булып эшкә килгән Әхмәт Вәлиәхмәт улы менән сәстәрен сәскә бәйләй. Ике йәш йөрәк ҡауышып, бәхетле йәшәй башлай.
“Урал” колхозының иң сәскә атҡан йылдарына тура килә уларҙың ғүмере. “Миллионер” колхоз үҙ эшселәренә йорт һалып бирә, йәшәү өсөн бар мөмкинлектәр тыуҙыра. Хатта колхозда эшләгәндәр үҙ һарайына ҡасан һалам килтереп киткәндәрен дә белмәй, фуражын да, кәрәк-ярағын да һәр саҡ биреп торалар. Ҡыуанып барыр эштә­ре, көтөр донъялары, һағынып ҡайтыр кешеләре барында Хажиәхмәтовтар ал-ял белмәй хеҙмәт итә.
Бер-бер артлы Ринат улдары менән Альбина ҡыҙҙары донъяға килә. Тормош иптәше эшенән буш ваҡытта­рында һүрәт төшөрөү менән шөғөл­ләнә. Бынан бер нисә йыл элек яратҡан ҡартын юғалтҡан Светлана Мазһар ҡыҙы ҡасандыр Әхмәт Вәлиәхмәт улы төшөргән картиналарҙы ҡарап, уның менән бәхетле ғүмер юлын барлай.
Хаҡлы ялға сыҡҡас, күңелендә йөрөткән, тик ваҡыты етмәгәнлектән тотонорға форсат тапмаған ҡул эштәренә бар күңелен һала. Ҡышҡы оҙон кистәрҙә бәйләмен ҡулына алып, уҡыусыларына белем биргән рус шағирҙарының шиғырҙарын күңеле аша йәнә бер ҡат үткәреп, шуларҙы ятлап, төрлө әйберҙәр бәйләй. Тәжрибәле уҡытыусыны, абруйлы хеҙмәт алдынғыһын 1986 йылда партия сафына алалар, әле булһа Светлана Мазһар ҡыҙы ойошманан сыҡҡаны юҡ.
Йәй уның баҡсаһында нимәләр генә үҫмәй! Күҙҙең яуын алырлыҡ сәскәләр менән түтәлдәрендә тәгәрәгән ҡыяр, помидор, ашҡабаҡтар тиһеңме, йылы яҡтарҙа үҫтерелгәндән кәм түгел виноград емештәреме — барыһы ла мул уңыш бирә. Ҡыҙы Альбина, юғары уҡыу йортон тамамлап, табип һөнәренә эйә була. Әле ғаиләһе менән Алыҫ Себер тарафтарында йәшәй. Йәй тыуған яғына, әсәһе янына ашҡынып ҡайта, баҡса эштәрендә булыша.
Улы Ринат та вахта ысулы менән Себерҙә эшләй, ошонда уҡ йорт һалып сыҡҡан. Башҡортостан Республика­һының мәғариф отличнигы, уҡытыусы-методист, Рәсәй Федерацияһының, шулай уҡ республика Хөкүмәтенең бихисап Маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ булған Светлана Хажиәхмәтованың булмышы — уҡытыусылыҡ. Ул үҙе лә тап ошо һөнәрҙе һайлауы, оҙаҡ йылдар эшләүе менән бәхетле.
Ҡасандыр Әлмөхәмәт станцияһына баҙнатһыҙ ғына аяҡ баҫҡан йәш уҡытыусы бөгөн уҡыусылары, ауылдаштары араһында иң абруйлы һәм тәжрибәле булып һанала икән, тимәк, уның хеҙмәт йылдары бушҡа үтмәгән. Кешене урын түгел, ә кеше урынды биҙәй. Һүрәтләмәм геройы үҙенең булмышы, Уҡытыусы тигән бөйөк исемде лайыҡлы йөрөтөүе менән хөрмәткә һәм ихтирамға лайыҡ.


Вернуться назад