Вәлиди рухы йәшәй08.12.2017
Башҡортостанда Зәки Вәлиди аҙналығы башланды. Тарихсылар Азат Ярмуллин, Искәндәр Сәйетбатталов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы белгестәренән торған төркөм Нефтекама ҡала филармонияһында Башҡорт автономияһының 100 йыллығына, шул иҫәптән Рәсәй федерализмына нигеҙ һалған арҙаҡлы башҡорт шәхесенең тыуыуына 127 йыл тулыуға арналған ғилми-ғәмәли семинар, ҡаланың 12-се һәм 13-сө мәктәптәрендә, Башҡорт гимназияһында ошо темаға арналған асыҡ дәрестәр үткәрҙе.
Сарала Дүртөйлө, Илеш, Ҡалтасы, Краснокама, Тәтешле, Саҡмағош, Яңауыл райондарынан, Ағиҙел менән Нефтекама ҡалаларынан тарих, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, Төньяҡ төбәк-ара ҡоролтайы ағзалары ҡатнашты.
Вәлиди аҙналығы сиктәрендә бынан тыш Урал аръяғы райондары араһында волейбол турниры, Дәүләкәндә ауыл командалары араһында мини-футбол ярышы һәм “түңәрәк өҫтәл”, Бүздәктә “Бабич” фильмын ҡарау һәм милли элементтар менән “Күңелле старт” үткәреү ҡаралған.
Шәхесте Рәсәй төбәктәрендә һәм Ҡаҙағстанда ла хөрмәтләп иҫкә аласаҡтар. Санкт-Петербургта “Башҡортостан Республикаһына – 100 йыл” тип аталған интеллектуаль уйын, “Башҡорт милли кейеме” костюм парадын ойоштороу һәм “Бабич” фильмын ҡарау планға индерелгән. Ханты-Манси автономиялы округында яҡташтарыбыҙ ошо уңайҙан — концерт, Сорғотта спорт турниры ойоштора. Астанала “Беҙҙең лидер – Зәки Вәлиди” тип аталған “түңәрәк өҫтәл” әҙерләйҙәр.
Тематик аҙналыҡ 14 декабрҙә Ишембай ҡалаһында Зәки Вәлиди уҡыуҙары менән тамамлана.