Йәшәйеш асҡысы кем ҡулында?08.12.2017
Йәшәйеш асҡысы кем ҡулында?Ауыл урамынан тирә-яҡты байҡап, ауылдаштарын күҙәтә-күҙәтә үҙ-ара һөйләшеп үткән был ханымдарҙы күргәс, кемдер, уларҙың күҙенә салынмаҫҡа тырышып, кинәт бүтән яҡҡа боролоп үтеүҙе хуп күрһә, бәғзеләре, яндарына килеп, үҙ проблемаларын һөйләргә тотона.


Ошо ҡатын-ҡыҙҙарҙың күҙенә салын­мауың хәйерле тигәндәре — “йәшел йылан” менән дуҫ булған, ғаиләһендә бер аҙ тауыш сығарған йәки эшһеҙ ятҡан кеше­ләр. Ауылдаштарын бар яҡлап ҡурсалап һәм яҡлап, кәрәк саҡта ныҡлы һүҙен әйтеп, бер аҙ шелтәләп алған Урал ауылы ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары һәр береһенең яҙмышы өсөн борсолоп, төйәгенең бөгөн­гөһөн һәм киләсәген ҡайғыртып, тәртип, таҙалыҡ һаҡлау өсөн оло яуаплылыҡ тойғоһо менән йәшәй.
Ысынлап та, һуңғы ваҡытта һәр ауылда ағинәйҙәр ҡоро, ветерандар һәм ҡатын-ҡыҙҙар советтары уңышлы эшләй. Улар барлыҡ мәҙәни сараларҙың уртаһында ҡайнап ҡына ҡалмай, төбәккә йәм һәм йән өрә, йәмғиәттең киләсәген, сәләмәт­ле­ген ҡайғырта. Үҙ иңдәренә оло бурыс алырға йөрьәт иткән, бар эште йәмәғәт башланғысында атҡарырға риза булған әүҙемселәр хатта үҙ ваҡыттары иҫәбенә, яратҡан ғаиләләренән күберәк ситтә булырға тура килгәндә лә, һәр эште теүәл үтәргә тырыша.
2007 йылда Урал ауылында ун кешенән торған ҡатын-ҡыҙҙар советы барлыҡҡа килә, һәм уға тәүге көндәрҙән үк Светлана Истамғолова етәкселек итә. Ун йыллыҡ тарихы булған был ойошманы профсоюз­дарҙың эшмәкәрлеге менән дә сағыш­ты­рырға мөмкин. Тик тәүгеһе түләүле нигеҙҙә эш алып барһа, икенсеһе бушлай. Свет­лана Камил ҡыҙы әйтеүенсә, ойошма “Беҙ булмаһаҡ, кем?” һәм “Беҙ бөйөк ғә­мәл­дәр атҡармайбыҙ, ләкин бәләкәй генә эшебеҙҙе лә оло һөйөү менән үтәйбеҙ!” тигән Тереза-Әсәнең һүҙҙәрен девиз итеп алған. Донъя тарихындағы мәшһүр ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһенең әйткәне урындағы ҡатын-ҡыҙҙар советының эшмәкәрлегенә тап килә. Улар ауыл хакимиәте, урындағы мәктәп, мәҙәниәт йорто һәм “Ағинәйҙәр” ҡоро менән берлектә эшләй. Шуныһы ҡыуаныслы: бында ныҡлы, ышаныслы, дәртле, берҙәм команда тупланған. Шун­һыҙ мөмкин дә түгелдер, сөнки һәр кем уларға ҡарап өлгө алырға тырыша икән, тәү сиратта үҙеңә башҡалар алдында абруйлы булыу шарт.
Йәмәғәтселек эшендә әүҙемдәрҙе туплаған ойошманың төп маҡсаты — ҡатын-ҡыҙҙарға бар яҡлап ярҙам күрһәтеү. Ғаиләлә булһынмы, көндәлек тормоштамы, улар үҙҙәрен ҡурсаулы тойорға, кәрәк саҡта мөрәжәғәт итергә, рухи терәк табырға тейеш. Тап ошо юҫыҡта эш алып барыла. Гүзәл заттарҙың эшмәкәрлеге ме­нән танышҡанда, ул күп һәм төрлө йүнәлештә. Эскелек, эшһеҙлек кеүек кире күренештәргә ҡаршы көрәштән алып ғаиләлә әсәй, атай абруйын күтәреү, мәңгелек ҡиммәттәрҙе һаҡлап ҡалыу, йәш быуынға халҡыбыҙҙың милли йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен еткереү, халыҡ кейем­дәрен һәм биҙәүестәрҙе тергеҙеү, уларға заманса төҫ биреү, ауылдарҙы төҙөклән­дереү, сәләмәт тормош рәүешен пропаган­далау, спортҡа ылыҡтырыу, төрлө мәҙәни сараларға йәлеп итеү кеүек эштәрҙең барыһының да уртаһында ҡайнап йәшәй ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары.
Шулай уҡ ойошма ағзалары тарафынан әсә һәм бала хоҡуҡтары яҡлана, ауыр хәлдә ҡалған ғаиләләргә төрлө ярҙам күрһәтелә. Ауылдың киләсәге матур балалар үҫтергән, булдыҡлы йәш ғаиләләр ҡулында икәнлеген дә онотмайҙар. Шуға күрә улар менән даими рәүештә эш алып барыла. Күптәренең ирҙәре вахта ысулы менән Себер тарафтарында тир түгә, ғаилә башлығы эштә саҡта ҡатындары бер аҙ “эш боҙоп” та алғылай. Шуға күрә ки­лендәр менән шәхсән осрашып, һәр бе­реһе менән күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшергә, уларҙың намыҫын уятырға ла тура килә.
— Халыҡ менән эшләү еңелдән түгел, әммә һәр урында беҙҙең һүҙҙе һанлап, беҙ әйткәнде ишетеүселәр бар. Тимәк, ун йыл дәүерҙә ҡатын-ҡыҙҙар советы юҡҡа эшләмәгән. Ауылдаштар араһында ойош­маның абруйы юғары, күпселек осраҡта ярҙам, кәңәш һорап туп-тура беҙгә мөрә­жәғәт итәләр. Уларҙың үтенесен хәл итер өсөн ауыл биләмәһенә лә, хатта район хакимиәтенә лә йыш йөрөргә тура килә.
Әлбиттә, күптәрҙең шәхси йомошо беҙ­ҙең эшкә туранан-тура ҡағылмай, ләкин кеше ярҙам һорап килгән икән, бер ҡасан да уны тыңламай, кире бороп сығарғаны­быҙ юҡ. Башҡа ауылдарҙағы ҡатын-ҡыҙҙар советтарына ҡарағанда, беҙ күпкә бәхетле­рәк­беҙ, сөнки мәҙәниәт йортонда үҙ бүл­мәбеҙ бар. Ағинәйҙәр менән бергә бүлмәне башҡорт халҡының көнкүрешенә, милли йолаларына, ғөрөф-ғәҙәттәренә, кейемдә­ренә таянып йыһазландырып алдыҡ. Төрлө күргәҙмәләрҙә, һабантуй­ҙарҙа ҡатнашабыҙ.
Ошонда аҙна һайын осрашып, эш планы төҙөйбөҙ, башҡарылғанға отчет бирә­беҙ, яңыларын барлайбыҙ. Ҡайһы саҡта бүлмәбеҙгә кис ултырыуға йыйылабыҙ. Күмәкләшеп боронғо милли биҙәүестәрҙе тергеҙеү буйынса дәрестәр алып, селтәр, алмиҙеү яһарға өйрәнәбеҙ, теләге булған­дарға ла ихлас өйрәтәбеҙ, — ти Светлана Камил ҡыҙы.
Күмәкләгән — яу ҡайтарған, ти халыҡ мәҡәле. Урал ауыл ҡатын-ҡыҙҙар советы ойошмаһының иң әүҙем ағзаларын телгә алмаһаҡ, дөрөҫ булмаҫ, сөнки улар бергә­ләшеп бар эште башҡара, иң олоһона — 67, иң йәш ҡатынға — 36 йәш. Бына улар, ауылға йәм һәм ҡот өҫтәгән ҡатын-ҡыҙҙар: өс бала әсәһе Миңлегөл Ишбулатова, дүрт бала әсәһе Сәлимә Түлебаева, өсәр бала тәрбиәләгән Нәйлә Байрамғолова, Сәриә Боҫҡонова, Илүзә Ҡәйүмова, Гөл­синә Фәтҡуллина, ике бала әсәләре Фир­ҙәүес Гусева, Розалия Хафизова.
Үҙ ҡаҙандарында ғына ҡайнамай уралдар, күрше ауыл ҡатын-ҡыҙҙар советтары менән тығыҙ бәйләнештә эшләйҙәр. Район­дағы барлыҡ мәҙәни, спорт сараларында әүҙем ҡатнашалар, башҡаларға үрнәк булып торалар. Ололар көнө, Еңеү байрамы, “Ҡышты оҙатыу”, көҙгө йәрминкәләр, “Сәс­кәләр байрамы” кеүек сараларҙың әйҙәүсе­ләре лә, ойоштороусылары ла – улар. Ауыл ғәме, уның йәшәйеше, ауылдашта­рының көнкүреше, проблемалары, пландары менән генә сикләнмәй гүзәл заттар, үҙҙәре күптән инде татыу әхирәттәргә әйләнгән. Йорт эштәрендә лә бер-береһенә ярҙамла­шып, тыуған көндәрен бергә үткәреп, бай­рамдарҙы билдәләп, ғаилә­ләре менән дуҫлашып, хатта туған­лашып та бөткәндәр.

Әбйәлил районы.


Вернуться назад