Йәш балта оҫталары, тегенселәр, ашнаҡсылар...08.12.2017
Йәш балта оҫталары, тегенселәр, ашнаҡсылар...Һуңғы ваҡытта эшсе һөнәрҙәргә ҡарата ҡыҙыҡһыныуҙың артыуы күҙәтелә. Был хаҡта ил һәм республика етәкселеге тарафынан маҡсатҡа ярашлы байтаҡ эш башҡарылды, бигерәк тә мәктәп уҡыусылары араһында ошондай һөнәрҙәргә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу, уларҙың кәрәкле булыуы, хеҙмәт баҙарында ҙур ихтыяж менән файҙаланыуы хаҡында дөрөҫ мәғлүмәт еткереү бурысы ҡуйылды.


Күптән түгел Сибайҙа республикала тәү­ге­ләрҙән булып I ҡала “Йәш һөнәр­мән­дәр” чемпионаты үтте. Унда 14 мәктәп­тән 84 конкурсант ҡатнашып, төрлө йүнә­леш буйынса үҙ оҫталығын һынаны. Ҡала хакимиәтенең мәғариф бүлеге етәксеһе Ғаяз Хәсәнов әйтеүенсә, уҡыусылар эшсе һөнәрҙәренә өйрәткән түңәрәктәрҙә бушлай шөғөлләнә. Өлкән класс уҡыусылары араһында профессиональ йүнәлеш биреү эше юғары кимәлдә ойошторолған. Мәк­тәптәр ҡаланың махсус урта уҡыу йортта­ры менән тығыҙ бәйләнештә эшләй. Уҡыу­сылар үҙ теләктәре менән Сибайҙың күп тармаҡлы профессиональ, төҙөлөш һәм сервис колледждарындағы түңәрәктәрҙә шөғөлләнә ала.
Йәш балта оҫталары, тегенселәр, ашнаҡсылар...“Йәш һөнәрмәндәр” конкурсы Балалар ижад йортонда старт алып, артабан са­ра­ның ғәмәли өлөшө буйынса һынау йәш техниктар станцияһында, колледж­дарҙа дауам итте. Эшсе һөнәрҙәрҙең V Милли “WorldSkills Russia” чемпионатында “Таш юныу эше” номинацияһында беренсе урын һәм алтын миҙал яулаған, Сибай күп профилле һөнәрселек колледжы студенты Илмир Сәйетбатталов бәйгеселәрҙе Крас­нодарҙа үткән ярыш хаҡындағы тәьҫорат­тары менән таныштырҙы һәм барыһына ла еңеү сәме теләне.
Жюри ағзаларына йәш ашнаҡсылар әҙерләгән төрлө аш-һыуҙы, модельер­ҙар­ҙың юғары зауыҡ менән тегелгән кейем­дәрен, ағас эше оҫталарының ижад өл­гө­лә­рен баһалау еңелдән булманы. Сарала ҡатнашыусылар ҙа, уны баһалаусы­лар ҙа һөнәрле ҡулда бәрәкәт булыуына, улар­ҙың иҫ китмәле матурлыҡ һәм мөғжизә тыу­ҙыра алыуына инанды, һөнәр нескәлек­тәрен белеү, күңел тартҡан шөғөл генә ял һәм байрам бүләк итеүен аңланы. Шулай итеп, бәйге һөҙөмтәләре буйынса Йәш балта оҫталары, тегенселәр, ашнаҡсылар...“Йәш балта оҫтаһы” номинацияһында — Иштуған Ғәлин, “Тегенсе” номинацияһында — Алена Волостнова, “Ашнаҡсы”ла – Әҙи­лә Мырҙағолова, “Йәш модельер”ҙа — Аде­лина Йәрмөхәмәтова, “Йәш иретеп йәбештереүсе” номинацияһында — Илнур Ваһапов, “Йәш автомеханик”та — Егор Олиференко, “Геология” буйынса Реналь Тураев еңеүселәр тип билдәләнде.
Чемпионатта ҡатнашҡандарға һәм уларҙың эксперттарына мәғариф бүле­ге­нең Рәхмәт хаттары тапшырылды. Сара сығарылыш уҡыусылары өсөн дөрөҫ һөнәр һайлауға оло этәргес булып ҡына ҡалмай, ә эшсе һөнәргә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уята алған икән, тимәк, ул маҡсатына өлгәшкән, тип тулы ышаныс менән әйтергә мөмкин. Бындай бәйгеләр матур йолаға әйләнәсәк, ти уны ойоштороусылар ҙа.

Сибай ҡалаһы.


Вернуться назад