Тәбиғәт менән бергә булайыҡ08.12.2017
Тәбиғәт менән бергә булайыҡ Һәр һөнәр эйәһе был донъяға үҙ ҡарашын, мөнәсәбәтен, уйҙарын башҡарған эштәре аша еткерә. Яҡты ғәмәлме ул, уйландырғысмы, күңелдә йыйылған һәм тыуғандар, Йыһан киңлектәренән йыйылып, кире ағыла тип әйткәндәр ҙә бар. Ниндәй эш-ҡылыҡтар аша – быныһы һәр әҙәм балаһының, талант эйәһенең үҙ юлы һәм һуҡмағы.


Йәшәү төҫтәре, тәбиғилек, йылылыҡ... Был һүҙҙәрҙе “Мираҫ” ижади төркөмө ағзаһы, билдәле рәссам Айҙар Усманов­тың бай ижадына ҡарата әйтергә мөмкин. Уның картиналарында, ағастан һырлап эшләгән өлгөләрендә, кейеҙ ярҙамында тыуҙырылған ижад емештәрендә ысын мәғәнәһендә ер һулышын, тормош матурлығын, йәшәйештең асылын тойорға мөмкин.
Асҡын районының Билгеш ауылында тыуып үҫкән егет – ғәзиз еренең тәбиғә­тенә һоҡланып, унан көс-илһам алып, һынлы сәнғәт донъяһын бар күңеле менән үҙ иткән талант эйәһе. Тап ғәзиз төшөнсә­ләр аша илебеҙҙең, еребеҙҙең матурлығын һәм ҡәҙерен үҙе өсөн асҡан оҫта ул.
Айҙар Фуат улы бәләкәйҙән һынлы сән­ғәткә ғашиҡ. Ҡасим Дәүләткилдеев исемен­дәге һынлы сәнғәт мәктәбен тамам­лаған­дан һуң, ул Башҡорт дәүләт педагогия университетының һынлы сәнғәт-графика бүлеген тамамлай. Бөгөн Нефтекама балалар художество мәктәбендә педагог булып эшләй. Уҡытыу – уның тулы һәм камил ижадының бер өлөшө, сөнки ижад кешеһе – сәнғәт һөйөүсе лә, уны бар күңеле менән тойоусы ла, ғүмер буйы сағыу төҫтәрҙәге донъяның серҙәрен өйрәнеүсе уҡыусы ла, кешеләрҙе ошо матурлыҡты, тормош ябайлығын, ғүмер байлығын күрергә өндәгән уҡытыусы ла.
Тәбиғәт менән бергә булайыҡАйҙар Усманов – Башҡортостандың мәғариф отличнигы, республика күргәҙмә­ләре дипломанты, төрлө ижади бәйгеләрҙә еңеүсе. Яңыраҡ баш ҡаланың “Урал” галереяһында авторҙың Экология йылына арналған “Тәбиғәт менән” тип аталған шәхси күргәҙмәһе асылды. Һынлы сәнғәт – матурлыҡ донъяһы менән ҡыҙыҡһын­ған­дарҙың ижади зауығын ҡандырыр был сарала рәссамдың үҙен дә күреп һөй­ләштек.
– Беләһегеҙме, бөгөн үҙемде ошо ижад емештәрем менән бергә яңынан тыуғандай хис итәм, сөнки улар күңелдә матур тойғолар уята. Ә матурлыҡ ул ысынлап кешене йә­шәтә, терелтә, – тип башланы һүҙен Айҙар Фуат улы. – Ниңә бөгөн халыҡ төшөн­көлөккә бирелә, стресс кисерә тип уйланғанығыҙ бармы? Cөнки кешелеккә тәбиғәт менән аралашырға һәм матур­лыҡты тойоп һоҡланырға ваҡыт етмәй. Ә тәбиғәт, ер – ул матурлыҡтың илаһи һынланышы. Тап рәссам булараҡ, мин картиналарымда, ағас һәм кейеҙҙән эшләгән әйберҙәремдә ошо фекерҙе кешеләргә еткерергә, сәнғәт һәм зауыҡ аша матурлыҡ орлоҡтарын өлә­шергә тырышам. Ижад – тормошта алған яуап­лылығым һәм ғүмерлек һөнәрем.
Тәбиғәт менән бергә булайыҡШундай хикәйәт бар. Тормошонда тынғылыҡ тапмаған бер улан, ахыр сиктә кәңәш һорап, атаһы янына килә: “Атай, ниңә мин был донъяның ябай ғына шат­лыҡ-ҡыуаныстарын күрмәйем икән?” “Ябай­лыҡта матурлыҡты күргән осраҡта ғына, һин ысын мәғәнәһендә бәләкәй бала кеүек шатланып ҡыуанырһың, ер һәм донъя менән татыулыҡта йәшәрһең”, – тип яуаплаған атаһы.
– Әлбиттә, иң матур, камил һәм саф күренеш – ул тәбиғәт. Бына беҙгә, кеше­ләргә, бөгөн йәнтөйәккә иғтибарлыраҡ бу­лырға кәрәк. Мин үҙ картиналарым аша тыуған ерем Асҡындың, Башҡорт­остан­дың, Нефтекама ҡалаһы янынан аҡҡан Кама йылғаһының матурлығын еткерергә тырыштым. Ә кейеҙ һәм ағастан эшләнгән ижад өлгөләрем тамашасыға халыҡ, тыуған ер көсөн, миллилекте, тәбиғилекте еткерергә ярҙам итә. Тәбиғәт менән бергә булайыҡ, тәбиғәт менән берҙәм булайыҡ, – тине Айҙар Фуат улы, ихлас йылмайып.
Хоҙайҙан бирелгән һәләт ярҙамында камил тәбиғәттең һүҙен еткерергә тырыш­ҡан үҙенсәлекле һәм бай ижадлы рәссам Айҙар Усмановтың шәхси күргәҙмәһенә һеҙ­ҙе лә саҡырабыҙ. Уның тәбиғи һәм яҡты көсө битараф ҡалдырмаҫ, моғайын.



Вернуться назад