Хоҡуғыңды яҡларға өйрән18.04.2012
Намыҫһыҙ һатыусы, етештереүсе йәки эш биреүсе менән осрашһағыҙ, сифатһыҙ тауар һатһалар, ҡануниәткә ярашлы хеҙмәт шарттары вәғәҙә итеп, әйткән һүҙҙе үтәмәһәләр, ҡулланыусыларҙың һәм хеҙмәткәрҙәрҙең хоҡуҡтарын яҡлау буйынса “ҡыҙыу элемтә”нән файҙалана алаһығыҙ.
Унда теләге булған һәр кеше мөрәжәғәт итә ала. Квалификациялы юристар хеҙмәт йәки ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарына ҡағылған консультацияларҙы телефон аша бушлай бирәсәк, шулай уҡ эш итеү юлдарын өйрәтәсәк. “Ҡыҙыу элемтә”нең төп бурысы — граждандарға ҡулланыусылар, хеҙмәт хоҡуҡтары һәм уларҙы яҡлау алымдары хаҡында мәғлүмәт биреү.
“Ҡыҙыу элемтә” телефоны: 8 (347) 299-24-77.
Эш, шулай уҡ ял һәм байрам көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 11-гә тиклем мөрәжәғәт итергә мөмкин. Консультацияны Контакттағы төркөмдөң http://vk.com/za prava битендә алырға була. Хеҙмәттән бөтөн республика халҡы файҙалана ала.