Ғәҙеллек көтөп ҡартайған быуын02.12.2011
Ғәҙеллек көтөп ҡартайған быуынЗәйтүнә апай кеүектәр һеҙҙең яҡтарҙа күренмәйме?
Хәсән ауылында йәшәгән етмеш алты йәшлек Зәйтүнә инәйҙең тормош хәлен ихатаһына кермәҫ элек үк шәйләргә була. Йорто иҫкергән, ҡыйығы ла, тәҙрәләре лә оҙаҡ хеҙмәт итеүҙән “ҡартайған”, ҡапҡаһы ла ҡубып төшөргә тора. Ихатаға аяҡ баҫыу менән йөрәк тынғыһыҙлап, сәнскеләп ҡуя, сөнки ҡура-тирәһенә тиҫтәләрсә йыл ир-ат ҡулы теймәгәнен күреү күңелгә бик ауыр.
Инәйебеҙ өйҙә булмай сыҡты. Күрше-күләненән һораштырабыҙ, ҡайҙалығын белмәйҙәр. Ниһайәт, уның урамдан ҡайтып килгәне күренде.
— Ҡыҙымды оҙатып йөрөнөм, — тине сибек кенә кәүҙәле, донъя хәсрәтенән йөҙө ҡара янған, күҙҙәре йәшкәҙәп торған инәйебеҙ.
Ниндәй йомош менән йөрөүебеҙҙе, кемлегебеҙҙе лә әйткәс, мәрхәмәткә, ярҙамға өмөтләнгән хужабикәнең күҙҙәренә ҡайнар йәш эркелде, һүҙен ниҙән башларға, йылдар буйы йыйылып, йөрәген яндырған әрнеү-әсенеүҙәрен ҡайһылайыраҡ аңлатырға белмәй ыҙаланды. Был йорт-ҡураға Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, I группа инвалиды Вәлиулла Аманғолов хужа. Һуғыштан ҡаты яраланып, һул күҙен юғалтып ҡайта, колхозда тракторсы, тракторсылар бригадаһы бригадиры булып бик күп йылдар эшләй. Ҡатыны менән биш бала үҫтерәләр, 1969 йылда хәләл ефете ҡапыл вафат булғас, Арыҫлан ауылында йәшәгән Зәйтүнә апайҙы тормошто дауам итеү өсөн алып ҡайта. Ҡыҙҙары Флүзә донъяға килә. Ишле ғаилә йорт хужаһы иҫән саҡта артыҡ мохтажлыҡ кисермәй.
— Балаларҙы үҫтерҙек, уҡыттыҡ, белем-һөнәр алғас, тыуған йорттан ситкә сығып киттеләр, — ти инәй. — 1988 йылда ҡартым вафат булғас, ҡыҙымды алып ауылыма ҡайтып китергә уйлағайным, балалар, “атайыбыҙ нигеҙен ҡоротма, ошонда йәшә”, тип инәлеп күндерҙе. Ҡартым менән бергәләп үҫтергән биш баланың әле өсәүһе иҫән. Береһе — Мәләүездә, икенсеһе — Силәбелә, өсөнсө ҡыҙыбыҙ — Тольятти ҡалаһында. Флүзә ҡыҙым яңғыҙы ике балаһын уҡыта, эш хаҡы ла алты меңдән артмай, ятаҡта йәшәй. Мин дә уға бәләмде һалһам, ни эшләр?
Зәйтүнә инәй колхоз эшенән ҡалмаған, пенсияға 70 һум аҡса менән сыҡҡан. Бөгөн һуғыш ветеранының ҡатыны 6 мең һум пенсия ала! Башҡа бер тин килеме лә юҡ. Шул аҡсаһын нисек тә еткерергә тырыша. Ә сығымдары күп яңғыҙ кешенең. Ярай, арзаныраҡ саҡта кредит алып, өйөнә газ үткәрттереп ҡалған. Өйҙө йылытыу пенсия аҡсаһының алтынан бер өлөшөн йотоп тора. Иҫәпләүсе приборҙы ваҡытында ҡуйҙырмаған, шуға ла йыл әйләнәһенә ай һайын 1030 һум түләй, йәғни йылына 12 мең 360 һум аҡсаһын сарыфлай. Ауыр хәлдә көн иткән өлкән кеше өсөн был бик ҙур аҡса ул.
— Иҫәпләүсе прибор булһа, арзанғараҡ төшөр ине лә бит, хәҙер уның артынан кем йөрөй инде. Уны ҡуйҙыртыу өсөн дә күп аҡса кәрәк, — тип зарлана инәй.
Олоғайһа ла, инәйебеҙ сараһыҙҙың көнөнән һыйыр ҙа тотҡан була, һарығы ла өс-дүрт баш булып киткеләй. Бесәнен бер мең һум биреп саптыра, 500 һум түләп йыйҙырып ала, ташығанда һәр йөккә 300-әр һум аҡса түләй. Өйҙөрөп ҡуйыр өсөн пенсия аҡсаһы ла таҡы-тоҡо булып ҡала. Бындай ваҡыттарҙа тамаҡ туйҙырғаны — икмәк тә сәй генә! Ошо ризыҡтар менән ай буйы йән аҫрап ҡара инде! Ут йотҡанда ла бурысҡа алмай инәй. Картуф үҫтереү ҙә мәшәҡәтле, аҡса түккәнде ярата. Ерҙе һөрөүсегә, сәсеүсегә түләргә, ашатып-эсерергә кәрәк. Сумка тултырып, магазиндан аҙыҡ-түлек алып ҡайтҡанын күптән хәтерләмәй. Ҡапсыҡлап он ала ла бер йылға тиклем еткерә! Кейем-һалым яңыртыу тураһында һүҙҙең булыуы ла мөмкин түгел. Өй эсендәге иҫкергән ике тимер карауат та хужабикәнең йорт-ҡаралтыһы хәлендә.
Зәйтүнә инәйҙең нужалы, зарлы тормошо хаҡындағы әсенеүле хәбәрҙе ошо урында өҙөп (бөтәһен дә бөртөкләп һөйләп сыҡһаң, йөрәгең ярылыр), был хәл-тороштоң сәбәбен эҙләп ҡарайыҡ. Берәүҙәр, әлбиттә, балаларҙы ғәйепләр, ололарҙы хәстәрләү улар иңендә, тип иҫбатлар. Икенселәре яуаплылыҡты урындағы власть органдарына япһарыр. Уларҙы ғәмһеҙлектә, битарафлыҡта ғәйепләр, ә күптәр таяҡтың тос өлөшөн район етәкселәренә эләктерер. Тәү ҡарауға тәнҡит уты ғәҙел кеүек, әммә тәү сиратта ғәҙелһеҙлек ҡорбандары күбәйеүендә дәүләт, депутаттар ҡабул иткән сейле-бешле закондар ғәйепле. Илдә Зәйтүнә инәй хәлендәгеләр ауылдарыбыҙҙа йөҙәрләп, республикабыҙҙа меңәрләп, илдә бер нисә тиҫтә миллион менән иҫәпләнә. Уларҙың барыһы ла дәүләт тыуҙырған мохтажлыҡ, мәрхәмәтһеҙлек ҡорбандары бит. Ни өсөн урындағы етәкселәр ярҙам итмәй, тигәнерәк дәғүә лә хәҡиҡәткә тап килмәй, сөнки улар быны бик теләгәндә, ниәт ҡылғанда ла эшләй алмаҫ ине. Сәбәбеме? Федераль кимәлдә генә түгел, республика кимәлендә лә ярҙамға мохтаж өлкәндәргә финанс сығымдары ҡаралмаған, аҡса бүленмәгән, йәғни бер генә етәксенең дә “бабай, инәй, бына һиңә аҙмы-күпме ярҙам” тип аҡса таратып йөрөү хоҡуғы юҡ. Улар оло быуындың хәлен белешеү, күңелен күреп, йәшәүгә (шулай атап булһа) ынтылышын арттырыуҙан ары китә алмай. Бар ярҙамы, иғтибары, хәстәре, нигеҙҙә, шунан ғибәрәт.
Инәйебеҙ хәлендәгеләр бер Мәләүездә, бер Хәсән ауылында ғына түгел — республикабыҙҙа, уның һәр төбәгендә бихисап. Ҡыйралып, туҙып ятҡан донъяһы янында өҙгөләнгән, ни ҡылырға белмәй ғазапланған, күҙҙәрен һағыш, хәсрәт баҫҡан инәйҙәрҙе күрһәгеҙ, Хәсәндәге Зәйтүнә инәйҙең аҙашы тип уйлағыҙ, яңылышмаҫһығыҙ. Эйе, ғәҙеллек, хөрмәт көтөп һулыған һуғыш осоро быуыны яҙмышы бер-береһенә тамсы кеүек оҡшаш...
Юнир КИНЙӘБАЕВ
Мәләүез районы.


Вернуться назад