Телде өйрәнеү — үҙебеҙҙең ҡулда08.12.2017
Мин уҡытыусылар династияһын дауам итеүсемен. Олатайым Хөснөтдин Шәрәфетдин улы Хәлитов мулла булған, балаларҙы ла уҡытҡан, әсәйем Хәлиҙә Хөснөтдин ҡыҙы Хәлитова ғүмер буйы башҡорт теленән һәм әҙәбиәтенән белем биргән. Хеҙмәт юлымды Баймаҡ урта мәктәбендә башҡорт теле уҡытыусыһы булып башлап ебәрҙем, Салауат педагогия колледжында уҡытыусылар әҙерләнем, БДУ-ның Нефтекама филиалында студенттарға башҡорт телен өйрәттем. Филология фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһен алдым. Әле Нефтекама ҡалаһының 1-се гимназияһында башҡорт теленән уҡытам.
Яҙмышым әлеге көнгә тиклем башҡорт теле менән бәйләнгән. Ғүмерем туған телде һаҡлау, сит күҙҙәрҙән, әсе телдәрҙән яҡлауға арналған. Күпме балала телгә ҡарата һөйөү тәрбиәләнем, әле килеп әйтәһе фекерҙәрем дә йыйылғандыр, тип уйлайым. Эйе, бөгөн был мәсьәлә иғтибар үҙәгендә тора. ЮНЕСКО мәғлүмәттәре буйынса, Ер йөҙөндә һәр 15 көн һайын бер тел юҡҡа сыға, ошо шарттарҙа ойошма уларҙың мөмкин тиклем күберәген һаҡлап ҡалыу яғында тора. Был кешелектең мәҙәни төрлөлөгөн һаҡлап ҡалыу һәм сағыштырмаса-тарихи тел ғилеме, этнография өсөн кәрәк.
“Юғалып барыусы донъя телдәренең атласы” мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәйҙә 130-ҙан ашыу телгә юҡҡа сығыу хәүефе янай. Мәҫәлән, водь теле (15 кеше һөйләшә), кет теле (120 кеше), селькуп теле (600 кеше) һәм башҡалар. Ә башҡортса бөгөн күпселек башҡорт балаһы һөйләшә, әммә ул бик сикләнгән, өйҙә генә һөйләшеү ҡоралына әйләнеп бара.
Ошо шарттарҙа Башҡортостан башҡорт телен һаҡлау һәм яҡлау өсөн берҙән-бер урын булып ҡала. Тик үҙебеҙҙең республикала ғына яғымлы, йомшаҡ, ассимиляцияға тиҙ бирешә торған телде һаҡлап ҡала алабыҙ. 1999 йылдың 15 февраленән алып “Телдәр тураһындағы закон”ға таянып, башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытабыҙ. Шуны әйтә алабыҙ: беҙ — башҡорт теле уҡытыусылары — дәүләт заказын үтәүселәр, бөтә донъя кимәлендә торған глобаль проблеманы хәл итеүселәр, сөнки артыбыҙҙа ЮНЕСКО тигән ҙур ойошма тора. Башҡорт теле уҡытыусылары көн һайын дәрескә килгәс, уларҙың иңенә оло бурыс йөкмәтелә, ул – балаларҙың күңелендә телгә ҡарата һөйөү, ихтирам уятыу, ә был, беләм, еңел түгел.
Әйтергә кәрәк, беҙҙең ҡалала башҡорт телен өйрәнеү башҡа телдәр иҫәбенә алып барылмай, татар, мари телдәре лә уҡытыла. Әлеге көндә башҡорт телен белеү ни өсөн кәрәк тигән һорауҙы йыш ишетергә була. Уға уҡытыусы аныҡ яуап бирергә тейеш. Беренсенән, башҡорт теле менән ҡыҙыҡһындырырлыҡ алымдар ҡулланырға. Башҡорт телен еңел, аңлайышлы юлдар менән өйрәтергә. Икенсенән, шуны аңлатырға: башҡорт теле Башҡортостанда ғына яҡлау таба ала, башҡа төбәктәрҙә ул өйрәнелмәй, шуның өсөн ошо эшкә тик ерҙең ысын хужалары ғына тотона ала. Өсөнсөнән, башҡорт теле — Башҡортостанда дәүләт теле, шуға ла уны өйрәнеү һәр милләттәшебеҙҙең гражданлыҡ бурысы булып тора. Ошо ерҙә йәшәгәс, уның һыуын эскәс, дәүләт телен дә белергә, мәҙәниәтен, тарихын өйрәнергә кәрәк. Был — һинең тәрбиә билдәһе. Дүртенсенән, башҡорт телен белеү һиңә башҡа төрки телдәрҙе — татар, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, төрөк, үзбәксәне өйрәнергә ҙур мөмкинлек бирә.
Башҡорт теленә сит илдәрҙә һәм өлкәләрҙә лә иғтибар итәләр. Беҙ барыбыҙ ҙа Берлин университетының Маргарет Эрсен-Рашты башҡорт телен өйрәнеүсе һәм өйрәтеүсе булараҡ белә инек, үкенескә ҡаршы, быйыл ул вафат булды. Эшен дауам итеүсе табылыр тип ышанабыҙ, сөнки Германияла уның иҫәпһеҙ-һанһыҙ студенттары ҡалды.
Беҙ американ Линдси Пегейҙы ла беләбеҙ. Ул башҡорт телендә иркен аралаша, Рәми Ғарипов шиғырҙарын яттан һөйләй.
Ырымбурҙан Өфөгә килеп, башҡорт филологияһы факультетында белемен камиллаштырған Вячеслав Чернев башҡорт теленең рустар тарафынан да өйрәнелә алыныуын раҫлаған күркәм өлгө булып тора. Иҫ киткес талант эйәһе Вячеслав телевидениела башҡорт телен өйрәнеү буйынса курс та алып барҙы. Тап рус кешеһе тарафынан башҡорт телен өйрәтеү бик ҙур әһәмиәткә эйә. Беҙ иғтибар итә алмаған күренештәрҙе ул икенсе төрлө күрә. Башҡорт телен Вячеслав уникаль һәм бирешмәүсән тел тип һанай, уның морфологияһы аныҡ һәм аңлайышлы, фонетикаһында тулы гармония, ә графикаһының бер ниндәй ауырлығы юҡ – нисек әйтелә, шулай яҙыла: “Башҡорт телен белһәң, Яҡутстандан алып Төркиәгә тиклем йәшәгән халыҡтарҙың телен беләсәкһең”, — ти ул. Шулай уҡ Вячеславтың башҡорт телен халыҡ-ара кимәлгә сығарыу теләге билдәле. Башҡорт телен өйрәнеү өсөн уның эске логикаһын, принциптарын аңлап алырға кәрәк, һүҙҙәрҙе лексик составы, йәғни телдең грамматикаһы менән берлектә өйрәнеү зарур.
Ялғауҙарҙы, һөйләмдә һүҙҙәр тәртибен белмәйенсә, уҡыусыны уҡырға һәм яҙырға өйрәтеүҙән файҙа юҡ, шуның өсөн дәрес һайын килеш, һан, зат ялғауҙарын өйрәтергә кәрәк. Әйткәндәй, башҡорт телендәге килештәр ул тиклем күп тә түгел. Шулай уҡ өндәрҙе, дифтонгтарҙы дөрөҫ әйттереү ҙә мөһим (йы, йе, йо, йө, ый, ей, өй, уы, үе), бер өндө дөрөҫ әйтмәү бөтә һүҙҙең мәғәнәһен боҙоуға килтерә. Ни тиклем күберәк һүҙҙе үҙләштерһәң, телде шул тиклем яҡшыраҡ беләһең, тигән фекер хаталы. Һүҙҙәрҙе өйрәнгәндә, уның төҙөлөшөнә, фразеологияһына, этимологияһына иғтибар итеү кәрәк. Мәҫәлән, башҡорт телендә һүҙҙәр аффикстар ярҙамында хасил була, приставкалар юҡ: эш – работа; эш-лә – работай; эш-кә – на работу; эш-тә – на работе. Телмәр үҫтереү һөйләүҙән, аңлап тыңлауҙан башлана. Бында уҡытыусының уҡыуын, аудиояҙмалар тыңлау ҙа мөһим. Башта өс-дүрт һөйләмдән торған текстар тыңлана, ваҡыт үткән һайын уларҙың күләме күбәйә. Аҙаҡ тексты һөйләргә ҡушырға ла була.
Йомғаҡлап әйткәндә, башҡорт телен өйрәнеү һәм өйрәтеү, пропагандалау – үҙебеҙҙең ҡулда. Киләсәктә тел йәшәһен, сәскә атһын өсөн тик үҙебеҙ ең һыҙғанып эшләргә бурыслыбыҙ.
Роза ХӨСНУЛЛИНА,
Нефтекама ҡалаһындағы
1-се гимназия уҡытыусыһы, филология фәндәре кандидаты.