Был исемде йөрөткән кешеләр, һәр хәлдә мин белгәндәре, һәләтле һәм үҙенсәлекле була. Бер туған ҡустыма әсәйем тәүҙә Сурағол тигән исемде ҡуштырырға теләй, ләкин яҡындарым ҡаршы төшә: ят, ҡолаҡҡа ятышһыҙ, йәнәһе. Туғанымды Салауат тип атайҙар. Бик матур шиғырҙар яҙҙы, баянсы, иҫ китмәле шәп бейеүсе булды, ләкин үҙ баһаһын ғына белеп еткермәне. Яҙмышы фажиғәле барып бөттө… Былары һүҙ араһында ғына.
Ә һөйләргә теләгәнем – икенсе Салауат хаҡында. Салауат Низаметдинов. Мәшһүр композитор. Бик үҙенсәлекле шәхес. Киң яҡлы һөнәр эйәһе. Яҙмыш уны тыумыштан уҡ яҡты сырағынан мәхрүм иткән, ләкин Салауат тәбиғи һәләтен үҫтереп, башҡорт сәнғәте күгенең иң юғары бейеклегенә күтәрелә алды.
Хәҙер хәтерләмәйем, беҙҙе ниндәйҙер концерт ваҡытында таныштырҙылар. Ул танышыу тора-бара дуҫлыҡҡа әүерелде. Салауат менән аралашыу бик ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс ине. Һүҙ уның ижады тураһында башлана, унан минең яңы шиғырҙарҙы тыңлайбыҙ. “Шәп шиғыр, – тип ҡуя композитор. – Әммә йырға бармай. Йыр өсөн ябайыраҡ кәрәк, аңлайһыңмы? Яҙа алаһың да инде…” Шулай ҙа ул минең шиғырҙарға биш-алты көй яҙҙы, уларҙы Әлмира Солтанова менән Лилиә Букееваға минең күҙ алдында тапшырҙы. Һуңғараҡ Иҙрис Ғәзиев башҡарыуындағы йырҙы ла ишетергә насип булды. Рәхмәт уларға. Ә бына арабыҙҙан бик иртә киткән Радик Гәрәев сәхнәгә “Туҡтаны моң” йырын сығарғас, үҙем тетрәндем. Композитор күңел кисерештәремде, ни әйтергә теләүемде шул хәтлем һиҙгер тойған, әйтерһең, көйө лә, һүҙҙәре лә уныҡы. “Аҡман-тоҡман” исемле бик матур, моңло йыр ҙа ижад иткәйнек, бер йырсы ла алманы, ахыры. Ул йырҙың яҙмышы билдәһеҙ.
“Гөлшат, миңә либретто яҙ әле, ултырып һөйләшәйек”, – тип шылтыратты Салауат “Мементо” операһы премьераһынан һуң. Ваҡыт тапманым. Минең ғүмер баҡый дауам иткән ығы-зығылы тормошом ижадыма һәр саҡ ҡамасаулай килде. Ә был операға ул миңә саҡырыу ҡағыҙы тапшырҙы. Әҫәрҙе тыңлау ғүмеремдең иң сағыу бер мәле булып ҡалды. Милли классик музыкала ғына түгел, ғөмүмән, музыка донъяһында үҙенсәлекле, тиңе юҡ күренеш булғандыр ул, тиергә баҙнат итәм. Шуға ҡыуанам, үҙе иҫән сағында Салауат менән гәзит өсөн бер әңгәмә ойошторорға, ижады хаҡында ҙур бер мәҡәлә яҙырға өлгөрҙөм. Бөгөн бына хәтирәләргә мөрәжәғәт итәм.
1984 йылдың һыуыҡ ҡышы. Өфөнән Асҡарға Салауат шылтыратып: “Һеҙгә барып сығырға йыйынам, райком менән транспорт тураһында һөйләш әле”, – тине. Ниәте – Әбйәлил ауылдары буйлап үтеү. “Көндәр йылынғанын көтмәйекме?” – тим. “Ә ул ваҡытҡа минең башҡа пландар, – ти Салауат. – Унан, Северный ҡасабаһында минең бер туған апайым йәшәй бит, Тәслимә. Апай менән еҙнәне лә һағындым”. Салауаттың икенсе бер талант эйәһе, актер, йырсы, һәүәҫкәр композитор Азамат Усмановтың ҡоҙаһы булыуын, әлбиттә, белмәй инем. Тәслимәнең ире Марс – Азаматтың бер туған ағаһы, имеш.
Килеп төштө Салауат. Мин, әлеге лә баяғы, район гәзитендә яуаплы секретарь. Ул саҡтағы мөхәрриребеҙ Әхмәҙи Хәсән улы Хәсәнов ҡыйынһынып ҡына булһа ла мине өс көнгә, файҙаланып бөтмәгән ялым иҫәбенә эштән бушатты, Вәкил Закуан улы урындағы радионы алып бара ине, уны ебәрмәне. Урындағы радио тапшырыуҙары өҙөлөргә тейеш тә түгел инде, бер уйлаһаң. “Редакция машинаһын биреп тора алмайым, райкомдан һорап ҡара”, – тине ул да.
Партияның район комитетына килдем. “Кем ул? Беҙ ундай композиторҙы белмәйбеҙ”, – ти ҙур ғына түрәбеҙ. Салауат Низаметдиновтың бик шәп композитор икәнлеген иҫбат итеп маташам. “Шәп булһа, белер инем. Бына Рафиҡ Сәлмәновты беләм”, – ти был. Был хәлдән һуң байтаҡ йылдар үткәс, Рафиҡ ағай Сәлмәнов районға йәшәргә ҡайтты, ә һаман шул тирәлә эшләп йөрөгән әлеге түрә был композиторҙы ла “таныманы”...
– Ҡуй, Гөлшат, машина эҙләп йонсома, – ти Салауат. – Беҙ иң шәп транспортта бөгөн Ҡаҙмашҡа барып етәбеҙ.
Күп тә үтмәй, “Урал” мотоциклында еҙнәһе Марс килеп туҡтаны. Сығып киттек аҡ ҡар туҙҙырып тау-урман яҡтарына. Клубта халыҡ шығырым тулы, “гөж” килеп, ҡул сабып ҡаршыланылар. Кешеләрҙең ихласлығынанмы, бик тиҙ йылындыҡ. Осрашыу һуңынан бишбармаҡ ашап, сәй эсеп алғас, кәйеф тә шәбәйҙе.
Ә төнөн буран сыҡты. Ҡырҙасҡа бара торған юлды тотош көрт күмеп китте. Ул саҡтарҙа бөгөнгө һәйбәт юлдар юҡ ине әле. Беҙҙе ауылда көтәләр, ә машина үтерлек түгел. Бригадир “ДТ-75” тракторын биреп ҡуйҙы. Үҙе: “Хәҙер һеҙгә бер ниндәй буран да ҡурҡыныс түгел”, – тип көлә. Механизатор, рәхмәт төшкөрө, беҙҙе тура клуб алдына алып барып төшөрҙө. Солярка еҫе аңҡытып барып индек. Кисә барышында беҙгә урындағы шағирәләр Мәүҙиға Рәхмәтова менән Фәнүзә Биктимерова ҡушылып китте. Иҫ киткес матур үтте осрашыу. Салауатҡа һорауҙар ҙа күп булды.
Иртәгәһенә Хәлил ауылына юлландыҡ. Бында беҙҙе бала саҡ әхирәтем Һәҙиәнең ғаиләһе бик йылы ҡаршыланы. Артабан инде – тыуған ауылым Юлдаш. Бында беҙгә йәнә Фәнүзә Биктимерова килеп ҡушылды. Ул саҡтағы бригадир Тимербулат ағай Сәйетғәлин үҙенең машинаһында Асҡарға оҙатып ҡуйҙы.
Хәтерҙә йәнә бер күренеш уйылып ҡалған: белмәгән кеше уны күрә тип уйлай торғайны. Ят урында ул алдан уҡ сәхнәне өйрәнә: ҡайҙа нисә аҙым, тамашасылар ҡайһы яҡта ултыра, нисек сығырға кәрәк, фортепьяно эргәһендәге ултырғысҡа ҡайһылайтып эләгеп йығылмаҫҡа һ.б.
Иртә китте композитор. Әллә күпме ижад итә алыр ине әле ул, етди музыкаға ла ихласлап тотонғайны.
Әбйәлил районы.