Һандалдарҙа сүкелә башҡорт рухы08.12.2017
Тарихҡа күҙ һалайыҡ. Бөйөк Ватан һуғышы бара. Тыл. Яҙҙың һыуһүл ваҡыты. Ауылдың иң әрһеҙ, иң егәрле ике ҡатыны – Камила менән Хәнифә Магнит ҡалаһынан колхозға сәсеү орлоғо йөкмәп ҡайтып килә. Һарағыға етәрәк юлда береһе хәлдән тайып, тән температураһы күтәрелеп, ағас төбөндә ятып ҡала (һыуһап юл буйы ҡар ашап киләләр). Иптәше ике тоҡто йөкмәп (орлоҡто ҡалдырырға ярамай – төрмә), ауырыуҙы ҡалдырып, ярҙам алып килеп булһа тип, алға ынтыла.


Иҫһеҙ, үлергә ятҡан ҡатынды Һарағы­нан Ахунйән Яхин тигән кеше ат егеп барып алып ҡайтып ҡына ҡал­май, һуңғы һарығын һуя һалып, тиреһенә төрөп, биш бала әсәһен үлемдән йолоп алып ҡала. Шул үлемдән ҡалып, йәй буйы толопҡа тө­рө­нөп, быйма кейеп, эшләй алмай ултыр­ған әсәнең балаларын етем ҡал­ды­рып үлеп-фәлән китмәһен тип, уполно­моченныйҙарҙан йәшереп, ҡырҙа, иген һуҡ­ҡан ерҙә, ғаиләһе-ние менән аҫраған Бир­ғәле Яхин ҡарттың, әсәнең йәненә ингән Ахунйән ҡарттың, балаларын ҡал­ды­рып, колхозға сәсеү орлоғо алыр­ға ер аяғы, ер башына барған ҡатындарҙың рух ныҡ­лығы ҡайҙа сүкелде икән дә ҡайҙан килде икән?!
“Заман башҡа — заң башҡа” тиһәк тә, ундай ҡатын-ҡыҙ­ҙарыбыҙ бөгөн дә бар. Улар менән туған-тыумасала­ры, ауылдаш­тары хаҡлы рәүештә ғорурлана. Ҙур, татыу ғаиләләрҙә үҫкән балалар бигерәк егәрле, сапсан була, шуғалыр ҙа инде “Урал” колхозының алдынғы, респуб­ликаның атҡаҙанған һауынсылары Гөлсирә менән Рәмилә Мәсәғүтовалар, Әнисә Шәрипова – тап шундайҙар.
Ә инде ғилемле ғаиләләрҙән сыҡҡан, фән өлкәһендә ҙур ҡаҙаныштар яулаған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың булыуы сикһеҙ ғорурлыҡ уята. Бына улар: профессор Ғәҙилә Ғәлекәева, фән кандидаты Сәриә Ҡаһарманова һ.б.
Мөғәллимәләр араһынан ижад ҡомары ташып торған, хаҡлы ялда булыуҙарына ҡарамаҫтан, рәхәтләнеп, дәртләнеп төрлө район, республика кимәлендә танылыу яулаған ағинәйҙәр, “Үҙән” фольклор халыҡ ансамблендә шөғөлләнгән Зәкиә Мөҙәрис ҡыҙы, Фәүриә Мөхәмәҙиән ҡыҙы, Миңзәлә Ғилман ҡыҙы, Фәүзиә Фәсхетдин ҡыҙы, ха­лыҡ тарафынан күтәреп алынған “Ҡыҙ­ҙар ҡайтты ауылға” республика сараһына башланғыс һалған уҡы­тыусы Әлмира Абдуллина, республиканың атҡаҙанған таби­бы Ғәлиә Ғәлекәева, республиканың атҡа­ҙанған уҡытыусыһы, ҡырылмаһа ҡырҡ эше­нән бушап, китап сы­ғарырға ваҡыт тапҡан Миңнур Мөхәмәҙиән ҡыҙының рух ныҡлығы хайран ҡалдыра.
Йәш быуын да һынатмай, төрлө май­ҙанда, төрлө өлкәлә уңыштары менән шат­ландырып ҡына тора. Үҫкәнендә ни күрһә, осҡанында шул булыр тигәндәй, Алина Боҫҡонова, Нәйлә Ғәлина спортта Рәсәй кимәленә күтәрелде, Гөлфинә Моратшина ғаиләһе сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауҙа республикала оло уңыш­тарға өлгәште, Сәлимә Ғарифуллина моң­ло тауышы менән республика халҡын әсир итте, ә студент Нурзилә Усманова ижади, ғилми яҡтан үҙен республикала танытты.
Мәктәптә ҡыҙҙар-йондоҙҙарыбыҙ әле­нән-әле уңыштары менән шатландырып тора. Мәҫәлән, ошо аҙнала ғына районда үткән “Сәсәндәр ярышы”нда Алина Мәхмү­това уңышлы сығыш яһаны.
Ә үҙебеҙҙең мәктәп коллективын рухлы башҡорттарҙы тәрбиәләүҙә арымай-талмай дәртле, йәш, заман менән бергә атла­ған директор Инсур Үтәбаев етәкселе­ген­дәге көс түккән тимерселәргә тиңләр инем.


Вернуться назад