Яҡшы ҡатын – донъя тотҡаһы08.12.2017
Ошондай матур әйтем бар халыҡта. Был һүҙҙәрҙең хаҡлығына шик белдергән, бәхәсләшергә теләгән кеше лә юҡтыр бөгөн. Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ — йорт усағын, ғаилә именлеген һаҡлаусы ғына түгел, киләсәгебеҙҙе дауам итерҙәй сәләмәт быуын тәрбиәләүгә, тормош дилбегәһен дөрөҫ тотоп, заманға яраҡлашып йәшәй белеүгә ҙур өлөш индереүсе лә. Ҡатмарлы, шаулы заманда йәшәүебеҙ ҙә гүзәл зат иңенә етди яуаплылыҡ, өҫтәмә мәшәҡәттәр һала. Шулай ҙа улар бер ҡыйынлыҡһыҙ, зарһыҙ үтәй үҙ бурысын.
Бөгөнгө һүҙебеҙ ҙә ҡар өҫтөндә ҡаҙан ҡайнатыр уңған, гүзәл ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ хаҡында. Уларҙың бар ергә лә өлгөр, егәрле булыуын үҙҙәренең эштәре, ҡаҙаныштары, еңеүҙәре күрһәтһә, мал тотоп, баҡса үҫтереп, бынамын тигән балалар тәрбиәләүе иһә уңған хужабикә булыуҙары хаҡында һөйләй.
Беҙҙең иң мөһим һәм маҡтаулы бурысыбыҙ – әсә булыу. Ҡатынды яҡшы күрһәткән – алдындағы балаһы, һыйырҙы яҡшы күрһәткән – артындағы танаһы, тиҙәр халыҡта. Әсә иң беренсе сиратта үҙенең йөрәк йылыһын, һөйөүен балаларына, иренә бирә белергә тейеш. Өйөн таҙа, бөхтә итеп тотоп, тәмле-тәмле ризыҡтар бешереп, ғаиләһен табынға йыя белһә, был — ҙур бәхет. Бөгөн ауылда өлгөлө, матур йәшәгән ғаиләләр бик күп, уларҙа маҡсатҡа ынтылыусан, сәләмәт һәм тәрбиәле балалар үҫә. Ә тәрбиәле бала – ул алтындан да ҡиммәт байлыҡ, уны донъялағы бер ниндәй зиннәткә лә алмаштырыу мөмкин түгел. Бына улар — “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнгән донъя тотҡаһы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ — Йәмилә Усманова, Вәҙиға Мөхәмәтғәлина, Дилбәр Әфләтунова, Нажиә Ғәлина, Зифа Насирйәнова һәм башҡа бик күптәр.
Ошо данлы, маҡтаулы әсәйҙәрҙең юлын күп йәш әсәйҙәр дауам итә. Зөлхизә Ғәйнуллина, Резеда Әҙелмырҙина, Гөлнара Усманова ярҙамсыһыҙ ҡалған туғандарының балаларын үҙ ҡанаттарына алды.
Беҙ, әсәйҙәр, киләсәгебеҙҙе тәрбиәләйбеҙ. Быны, балалар – беҙҙең күрәсәк, тип тә аңларға кәрәк. Яман бала өйгә һыймаҫ, өйҙән сыҡһа, илгә һыймаҫ, тип иҫкәртә халыҡ аҡылы. Ауылда сәләмәт йәшәү рәүешен аңлатыуҙа ағинәйҙәрҙең өлөшө бик ҙур. Уларҙың етәксеһе — хаҡлы ялдағы уҡытыусы, ил инәһе, тормошо һәр кемгә өлгө булырлыҡ Зәкиә Мөҙәрис ҡыҙы Муллағолова. Ағинәйҙәр ауылда төрлө мәҙәни саралар, оҫталыҡ дәрестәре, “түңәрәк өҫтәл”дәр үткәрә, ҡыҫҡаһы, йәштәребеҙгә тормош һабаҡтары бирә. Уларҙың һәр береһенең йәшәү рәүеше — яҡты өлгө. Мәктәптә бер нисә йыл рәттән ҡатын-ҡыҙҙар советының әүҙем ағзаһы Гүзәл Боҫҡонова етәкселегендә фитнес-клуб эшләп килә. Ул ҡатын-ҡыҙҙың һаулығын нығытыуҙа ҙур ярҙам күрһәтә. Матур булма, бәхетле бул, бәхет матур күрһәтә, ти халыҡ. Бәхетле булайыҡ, кешеләргә зыян килтермәйек. Татыу йәшәйек, йәмәғәт!