Халыҡ рухын күтәрер сара06.12.2017
Ҡайҙа ғына йәшәмәй милләттәштәребеҙ: Силәбе, Ырымбур, Ҡурған, Свердловск, Һамар, Һарытау өлкәләрендә, Пермь крайында, Татарстанда, Ханты-Манси һәм Ямал-Ненец автономиялы округтарында, Беларусь, Тажик-стан, Төркмәнстан, Украина, Венгрия, Германия, Ҡытай, Төркиә, Япония кеүек сит илдәрҙә. Үҙ телдәрен, мәҙәниәтен онотмайынса тарихи тамырҙарын барлаған, тыуған ерҙәренән килгән ватандаштарыбыҙҙы туғанылай күреп хөрмәт күрһәткәндәр ҙә бихисап, һәм был ҡыуаныслы.
Күптән түгел Екатеринбургта Башҡортостандың 100 йыллығына арналған “Башҡорт йыры – Башкирская песня” исемле башҡорт мәҙәниәтенең XV төбәк юбилей фестивале үтте. Унда ватандаштарыбыҙ ҙа барып, ҡәрҙәштәребеҙҙе күреп, уларҙы ҡыуандырып, үҙҙәре лә дәртләнеп-ҡанатланып ҡайтты. Мәртәбәле сарала Силәбе, Пермь, Ҡурған өлкәләренән, Златоуст, Яр Саллы, Мейәс, Первоуральск, Үрге Пышма, Березовский, Михайловск, Красноуфимск, Үрге Өпәйле ҡалаларынан милләттәштәребеҙ һәм ҡәрҙәштәребеҙ, Сибай дәүләт филармонияһынан “Тархан” фольклор-эстрада төркөмө, Республика халыҡ ижады үҙәгендә эшләп килгән “Селтәр” студияһының әүҙем ағзалары, йыр-бейеү конкурстарында еңеүсе, фольклор байрамдарында әүҙем ҡатнашҡан, яҡты һүҙле ағинәй Альбина Исхаҡова, республика әҙәби һәм музыка конкурстары еңеүсеһе, һүҙ оҫтаһы, моңло күңелле Гөлгөнә апай Ырыҫҡолова ла сығыш яһаны. Улар оҙайлы сәфәрҙән һәм матур байрамда алған тәьҫораттары, мәҙәни мираҫҡа, милли ҡотобоҙға ихтирам хистәре, һөйөнөс-ҡыуаныстары менән уртаҡлашты, милләттәштәребеҙ йәшәгән Свердловск еренә һәм ҡунаҡ йөҙө күрһәткән барыһына ла рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Гөлгөнә ЫРЫҪҠОЛОВА:
– Шул хәтлем ҡыуанып-шатланып йөрөп ҡайттыҡ. Ҡунаҡтарҙы ихлас күңелдән Свердловск дәүләт өлкә халыҡ ижады һарайында ихтирам менән ҡабул иттеләр. Көндөң тәүге яртыһында “Башҡорт йәмәғәт ойошмаларының мәсьәләләре һәм перспективалары” тигән темаға “түңәрәк өҫтәл” үтте. Беҙ Альбина Хашим ҡыҙы менән, Башҡортостандың баш ҡалаһынан килгән вәкилдәр булараҡ, барыһына ла ҡайнар сәләм еткерҙек. Мин үҙ сиратымда “Башҡорт йәштәре араһында ғаилә ҡороу мәсьәләһе” тигән темаға сығыш яһаным, ҡобайыр әйттем. Аҙаҡ та таҡмаҡ әйткәндә Альбина апайыбыҙ “Елкәйҙә”не бейене һәм “Селтәр” студияһы исеменән Свердловск өлкәһе башҡорт үҙәге етәксеһе Фәймә Йосоповаға ҡатын-ҡыҙҙың йөҙ матурлығы булыр милли кейем өлгөһө – түшелдерек бүләк итте.
Сара ваҡытында яҡташым – Бөрйән ҡыҙын – күреп танышыу ҙур шатлыҡ булды. Ул да: “Апай, һеҙҙе күргәс, тыуған еремде күргәндәй булдым”, – тип ҡыуанып килеп ҡосаҡлап, ихластан аралашты беҙҙең менән. Тыуған ер һәм туған тел, үҙ кешеләрең тарталыр инде шулай сит ҡалала.
Фестивалдең икенсе өлөшөндә төрлө ерҙәрҙән килгән коллективтар, Сибай ҡалаһынан “Тархан төркөмө”, урындағы милли ансамблдәр, төбәктәрҙән вәкилдәр ҡатнашлығында ҙур концерт ойошторолдо. Ошо мәлдә залда ултырған һәр кем халыҡсан рух менән сорналғандыр, ҡурай моңонан, туған телдәге йырҙарынан көс-ҡеүәт алғандыр, моғайын. Мин сәхнәлә халҡыбыҙҙың матур йырҙарынан “Элмәлек”те һәм “Аршын уҡа”ны йырлап ишеттерҙем.
Бынан тыш, милли күргәҙмәләр, тирмәләр теҙелеп киткән фойела матур, фәһемле сара уҙғарылды. Төрлө төбәк вәкилдәре, милләттәштәребеҙ халыҡ уйындарын ойошторҙо. Ололар ҙа, кеселәр ҙә – тамашаға килгән барса халыҡ ҡыҙыҡһынып ҡушылды уйындарға. Мин иһә үҙебеҙҙең көньяҡ райондарҙа киң таралған “Үҙән буйы” парлы бейеүен ойошторҙом. Бергәләшеп башҡа уйындарҙы ла күрһәттек. Беҙҙең халыҡтың бына ошондай йәштәрҙе таныштырған йыр-моңло, таҡмаҡлы, дәртле уйындары бик күп булған. Байрамдарҙа уларҙы уйнап, халыҡсанлығыбыҙҙы тергеҙеп, таныштырып йөрөһәк, бигерәк тә яҡшы. Был йәһәттән ойошторолған фестиваль ватандаштарыбыҙ өсөн дә, Свердловск өлкәһендә йәшәгән милләттәштәребеҙ өсөн дә бик мөһим роль уйнаны, тип шикләнмәйенсә әйтә алам.
Альбина ИСХАҠОВА:
– Сара ваҡытында халҡыбыҙҙың матди һәм рухи мәҙәниәтен сағылдырған биҙәү-ҡулланма сәнғәте өлгөләренән матур күргәҙмә лә ойошторолдо. Шуға ла беҙ ҡыҙым Гөлнара менән бергә “Мин яратам” исемле шәхси күргәҙмәмде лә алып барҙыҡ. Был сараны ла бик оҡшатты халыҡ. Ҡыҙым әйтеүенсә, ололар ҙа, йәштәр ҙә килеп түшелдерек, милли кейем өлгөләре менән ҡыҙыҡһына, фотоға төшә, эшләү серҙәре тураһында һораша. Төрлө ерҙән килгәндәр күргәҙмәгә. “Селтәр” студияһындағы өлгөләр нигеҙендә түшелдерек эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәрен күрһәттем. Милли орнаменттар менән биҙәлгән, эсенә милли ҡурсаҡтар урынлаштырған башҡорт тирмәһе лә күркәмлек өҫтәне байрамға. Был да – үҙенә күрә халыҡҡа рухи мираҫты күрһәтеү, еткереү сараларының береһе. Сараның әһәмиәте лә – рухты тергеҙеү, рухты күтәреү мөмкинлеге ул.
Байрамға кеше эркелеп килде, тамаша залы халыҡ менән шығырым тулды. Бөгөн Екатеринбургта йәшәгән һәм туған телебеҙҙә иркен һөйләшкән Башҡортостандың Архангел, Балаҡатай, Бөрйән, Әбйәлил, Учалы райондарынан сыҡҡан ватандаштарыбыҙҙы күреп ҡыуандыҡ. Тамашаға килгәндәр араһында күп кенә йәштәрҙең рухи өлгөләр менән ҡыҙыҡһыныуы, урта быуындың үҙ балалары, ололарҙың ейән-ейәнсәрҙәре менән килеүе шулай уҡ һөйөнөс.
Милләттәштәребеҙ өсөн ҡәҙерле булыр бүләк – республика гәзит-журналдарын да тараттыҡ. Эй, ҡыуандылар ошо матбуғат баҫмаларына. Беҙ яратып алдырған һәм үҙебеҙ уҡыған “Ватандаш”, “Тамаша”, “Ағиҙел” журналдарын, “Башҡортостан”, “Йәшлек” гәзиттәренең төпләнмәләрен алып барып, милләттәштәребеҙгә бүләк итеп ҡыуандыра алыуыбыҙға үҙебеҙ ҙә шатландыҡ.
Рухты тергеҙер матур сара булды был. “Селтәр” студияһы исеменән беҙгә ошо сарала ҡатнашырға булышлыҡ иткән Халыҡ ижады йорто директоры Артур Әлибәковҡа, фольклор бүлегенең баш белгесе Гөлгөнә Баймырҙинаға, беҙҙе саҡырған һәм ҙур күләмле сараны ойоштороуға күп көс һалған Свердловск өлкәһенең башҡорт ҡоролтайы етәксеһе Фәймә Фәхретдиноваға оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Киләсәктә лә яңы дәрт һәм көс менән милли саралар үтер, Башҡортостан һәм сит өлкәләрҙәге халҡыбыҙ менән милләт-ара бәйләнештәр ныҡ булһын.