Шүлгәнташты дөйәләр ҙә төйәк иткәнме?06.12.2017
Шүлгәнташты дөйәләр ҙә төйәк иткәнме? Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтындағы археологик тикшеренеүҙәр бүлеге ғалимдары Шүлгәнташ мәмерйәһендә табылған дөйә һүрәтен, шулай уҡ Хаос залындағы “Аттар һәм тамғалар” панноһындағы башҡа һүрәттәрҙе тикшерҙе.


Көньяҡ Урал палеолит экспедицияһы начальнигы Вячеслав Котов әйтеүенсә, паннолы стеналағы һүрәттәрҙе таҙартыу юғары методик кимәлдә үткәрелгән, мәмерйәнең ошо һәм башҡа залдарындағы рәсемдәр ярайһы уҡ яҡшы һаҡланған. Әйткәндәй, “Аттар һәм тамғалар” төркөмө тәүге тапҡыр 1973 – 1976 йылдарҙа Мәскәү ҡалаһындағы Э.И. Грабарь исемендәге Бөтә Рәсәй ғилми-реставрация үҙәгенән Отто Бадер етәкселегендәге рәссам-реставраторҙарҙы йәлеп итеп таҙартыла. Ошо уҡ мәлдә панно эргәһендә 10х10 сантиметрлыҡ майҙандағы яңы һүрәтте таҙарта башлайҙар. 2008 йылда Мәскәү реставраторҙары был эшкә ҡайтанан тотона һәм 20х40 сантиметрлыҡ һүрәттең фрагменты асыла. Шул уҡ ваҡытта күп кенә урындарҙа үтә күренеүсән кальцитлы ултырмаларға зыян килә, буяу һалынған ҡатлам асыла төшә.
Быйыл ноябрҙә Франция белгесе Эдуаль Гийаме етәкселегендәге бер төркөм реставраторҙар 60х70 сантиметрлыҡ майҙандағы кальцитлы ҡатламды таҙарта. Эш 22 көн дауам итә. Һөҙөмтәлә 60х54 сантиметр ҙурлыҡтағы дөйә һүрәте табыла. Мәмерйәнең стенаһы ҡытыршы, суғырмаҡлы булыуға ҡарамаҫтан, кальцитлы ҡатлам бер ерҙә лә боҙолмай. Һүрәттәргә һыу ағып төшмәһен өсөн, уларҙан өҫкәрәк бәләкәй генә козыректар ҡуйыла.


Вернуться назад