“Шул ыспутниктары менән күкте боҙоп бөттөләр ҙә, йәйе йәйгә оҡшамаған, ҡышы – ҡышҡа, гонаһ шомлоғо”. Бала саҡта әбейҙәрҙең шулай тип әйткәнен ишетеп, ҡысҡырып көлә инем. Ғалимдар яһалма юлдаш осорған дәһшәтле заманда күк ҡайғыһымы ни... Хәҙер көлмәйем. Ошо көнгә саҡлы ҡар ҙа булманы, температура ла нуль тирәһендә генә тирбәлде. Ә бит декабрҙең башы... Был мәҡәлә баҫылыр алдынан ғына, ниһайәт, Өфөлә ҡар яуып үтеп, һепертмә буран башланды. Шулай ҙа тәбиғәттең бындай үҙгәреше күңелде шомландырмай ҡалмай.– Ҡыштың һуңлап килеүе быйыл ғына түгел. 2005 һәм 2008 йылдарҙа ла шундайыраҡ хәл күҙәтелде, уларҙың тәүгеһендә ҡар бөтөнләйгә 9-10 декабрҙә генә ятты, икенсеһендә хатта 13-14 декабрҙә генә булды, – ти Башҡортостан гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхиттең мониторингы идаралығының бүлек етәксеһе Гөлназ Зәкиева. – Һуңғы 17 йыл эсендә ҡыштың шулай тотҡарланыуы йышайҙы. Әлеге мәлдә атмосферала өҫтөнлөк иткән көньяҡ-көнбайыш һауа ағымы һалҡын арктик массаның беҙҙең Уралға килеп етеүенә ҡамасаулай, был үҙенсәлек декабрь башында ла һаҡланасаҡ, ҡар ҙа аҙ ғына яуып үтәсәк.
– Ә һеҙ “глобаль йылыныу” тип аталған күренешкә, йәки хәүефкә тип әйтергәме, ышанаһығыҙмы? Күптәр Ер шарының киләсәге буйынса был юрауға журналистарҙың уйҙырмаһы тип кенә ҡарай...
– Ышанам, әлбиттә, ул бит кеше эшмәкәрлегенең тәбиғәткә йоғонтоһон өйрәнгән фән эҙләнеүҙәре нигеҙендә тыуған төшөнсә.
Дөрөҫ, йылы көндәрҙән ялҡҡан һәм һалҡын селлә көҫәгән өсөн көтмәйем миҙгел алмашыныуын. Яҙҙың үҙ ваҡытында килеүенә ҡамасауламаһа ярар ине тип ҡурҡам. Көҙ йылы килһә, ҡыш оҙон булыр, ти халыҡ мәҡәле. Көҙ оҙон килһә, яҙ һуңлар, тигәне лә бар. Ҡышы йылы торһа, йәйҙең һалҡынса буласағы ла быуаттар буйына һыналған. Элегерәк, һауа торошон алдағы көндәргә күҙаллағанда, халыҡ һынамышын иҫәпкә ала инек. Беҙҙең гәзиттә лә миҙгел алмашынған мәлдәрҙә улар йыш баҫылды. Хәҙер уларға иғтибар иткән кеше лә юҡ, ахыры, сөнки барыбер раҫланмай бит. “Сейә япрағын ҡойоп бөтһә, ҡар яуа”, тигән әйтем бар, мәҫәлән. Был татлы емеш ағасы күптән инде япраҡһыҙ ултыра, ҡары ғына ваҡытын- да булманы.
Яңы йыл шыршыһы тирәһенә боҙҙан әкиәт ҡаласыҡтары төҙөргә тейешле оҫталар борсола башлағандыр, моғайын. Берҙән, улар ошо саранан байтаҡ аҡса эшләп ҡала, икенсенән, байрамға тиклем ваҡыт та ҡыҫынҡы бит. Һуңғы тиҫтә самаһы йыл эсендә Өфөлә бындай ҡаласыҡтар өсөн боҙҙо сит тарафтарҙан килтергәндәре лә булғыланы. Боҙ килтереүе йәки һыуҙы яһалма туңдырыуы ҡыйын түгелдер ҙә ул, тик бына тәбиғәтте нисек үҙгәртәһең: әкиәт һарайҙарының Яңы йыл куранттарына саҡлы уҡ иреп аға башлауын хәтерләйһегеҙҙер. Һуғым һуйырға әҙерләнгән ауыл кешеләре өсөн дә һалҡындарҙың шулай тотҡарланыуы ауырлыҡ ҡына тыуҙыра.
Эйе, тәбиғәтте кеше теләгәнсә үҙгәртеп булмай. Ә бына боҙоуы бик анһат. “Глобаль йылыныу” төшөнсәһе йыл әйләнәһенә йәйге һауа торошона рәхәтләнәбеҙ икән тигәнде аңлатмай, бында йылыныу тип планетаның һәр төрлө ҡалдыҡтар һәм ағыулы газдар арҡаһында тонсоғоуы күҙ уңында тотола. Әҙәм балаһының ярыша-ярыша хужалыҡ итеүе һөҙөмтәһендә һыу ҙа, тупраҡ та, һауа ла бысрана. Халыҡ һынамыштары ла бит кешенең тәбиғәт менән гармонияла йәшәгән сағында тыуған.
Тап шуға күрә синоптиктарҙың күрәҙәлеге лә тулыһынса ышандырырлыҡ түгел. Уның алдағы өс-дүрт тәүлеккә булғаны ғына дөрөҫлөккә яҡыныраҡ. Метеостанциялар һауа торошон тәүлегенә дүрт тапҡыр үлсәй, һәм фараз да шунса тапҡырға үҙгәреп тора. Өйҙә ултырған кешегә ярай, ә бына улар әйткәнгә ышанып алыҫ юлға сыҡҡаны, төшкә табан икенсе төрлөһөн ишетеп, кире борола алмай бит... Тимәк, “Ҡыш ҡасан килер, ниндәй булыр?” тигән һорауға ошолай ғына яуап бирергә мөмкин: “Ҡыш үткәс әйтербеҙ...”