“Ҡара алтын” тип юҡҡа әйтмәйҙәр05.12.2017
Күптән түгел “Башҡортостанстат” республиканың халыҡ хужалығы тармаҡтарындағы уртаса эш хаҡы буйынса мәғлүмәт баҫып сығарҙы. Иң юғары килем нефтселәрҙә – айына 73 948 һум. Ә ҡалғандарҙа нисек?
Шулай ҙа “ҡара алтын” сығарған оҫталарҙың уртаса хеҙмәт хаҡы, былтырғы менән сағыштырғанда, 4,4 процентҡа кәмегән икән. Артабанғы урында – ҡаҙылма байлыҡ сығарыусылар. Улар айына уртаса 49627 һум ала. Эш хаҡтары, үткән йыл менән сағыштырғанда, 5,8 процентҡа үҫкән. Өсөнсө урынды финанс белгестәре һәм страховка өлкәһендә эшләгәндәр биләй – уртаса хеҙмәт хаҡы 42412 һум тәшкил итә, быйыл ошо күрһәткес 6,9 процентҡа ҙурыраҡ та.
Башҡортостанда иң түбән эш хаҡы алған өлкә – тире иләү һәм күн әйберҙәр етештереү предприятиелары. Уларҙың айлыҡ килеме уртаса 11192 һумдан да ашмай. Төрлө йыһаз яһағандарҙыҡы ла был йәһәттән маҡтанырлыҡ түгел – уртаса 14160 һум ғына. Урманда ағас ҡырҡыусыларҙың хеҙмәте, ауыр булһа ла, айына уртаса 16100 һум менән генә баһалана.
Әйткәндәй, беҙҙең республикалағы уртаса килем, Мәскәү ҡалаһы менән сағыштырғанда, өс тапҡырға кәмерәк. Бының сәбәптәре бер нисәү.
– Иң ҙур компанияларҙың офистары Мәскәүҙә урынлашҡан, ә эшселәре, нигеҙҙә, төбәктәрҙә йәшәй һәм эшләй, баш ҡала халҡының уртаса килеменең юғары булыуы шуның менән аңлатыла, – ти финанс белгесе Мәрфуға Сибәғәтуллина.