Дәүләт автомобиль инспекцияһының бер ай самаһы элек кенә үҙ көсөнә ингән “Административ регламент”ы тураһында һуңғы арала күп һөйләйҙәр һәм яҙалар. Ни өсөн ул ҙур бәхәс тыуҙырҙы һәм беҙгә, автомобиль йөрөтөүселәргә, ниндәй үҙгәрештәр вәғәҙә итә?Күптәр юлдың ваҡытлы тамғалар ҡуйылған өлөштәрендә видеокамералар беркетеүҙе көтөлмәгән хәл тип күрһәтә. Элекке регламентта был тыйыла ине һәм юҡҡа ғына түгел: юлды йүнәткән урында, мәҫәлән, автомобилдә былай ҙа юғары тиҙлектә барыу мөмкин түгел. Шуға күрә шоферҙар ундай осраҡта ғәмәлдәге хәлгә ҡарап эш итә ине: ремонтсылар һәм уларҙың төҙөлөш материалдары янынан уҙғанда тиҙлекте ҡырҡа кәметәләр, иғтибарҙы арттыралар, ә эшләнеп бөткән юлда һаман эленеп торған һәм мәғәнәһен юғалтҡан ваҡытлыса тамғаларҙы күҙгә лә элмәйҙәр ине. Әммә яңы регламентта бындай тыйыу төшөп ҡалған. Тимәк, был тамғалар эленеп торғас һәм видеокамералар тиҙлекте кәметмәй барған машиналарҙы “эләктереүен” дауам иткәс, штраф йыйыуҙы ла туҡтатмаҫҡа мөмкин – ҡануниәт күҙлегенән бында бәйләнергә урын юҡ. Дөрөҫ, әлеге мәлдә юлдың ундай урындарында видеокамералар юҡ. “Ләкин ҡаҙнаға штрафты күберәк йыйыу зарурлығы ла һаҡлана бит әле”, – тип раҫлай эксперттар.
Йәмәғәтселектә ризаһыҙлыҡ тыуҙырған тағы бер шарт: ошо уҡ регламентта автоинспектор үҙе туҡтатҡан машина хужаһы менән һөйләшеүҙе шоферҙың йәки уның эргәһендәге пассажирҙың видеокамераға төшөрөүен тыйырға хоҡуғы булмауы тураһындағы юлдар ҙа ни өсөндөр юҡҡа сығарылған. Дөрөҫ, ҡануниәт белгестәре яҙыуынса, “видеоға төшөрөргә ярамай” тип был документта туранан-тура әйтелмәгән – тимәк, хәҙер автоинспекторҙың да “төшөрөүҙе туҡтатығыҙ” тип әйтеүен һис кем тыя алмай бит. Тыйылмай икән – рөхсәт ителгән. Автоинспекторҙың талабын үтәмәгән өсөн, Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодекстың 19.03-сө статьяһында билдәләнгәнсә, 15 тәүлеккә иректән мәхрүм итеүҙәре лә ихтимал. Кем хаҡлы – тыйыламы, юҡмы?
Күптән түгел Рәсәй Дәүләт Думаһында ла ошо мәсьәләне күтәреп сыҡтылар. Депутат Ярослав Ниловтың башланғысы менән был бәхәскә сик ҡуйылды: уның рәсми мөрәжәғәтенә яуап итеп, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге баш идаралығы түбәндәге аңлатманы бирҙе: “Полиция хеҙмәткәренең юл хәрәкәтендә ҡатнашҡан граждандарҙың хоҡуҡтарын һәм законлы мәнфәғәтен күҙәтеү буйынса бурыстары Административ регламенттың 7.2-се һәм 45-се пункттарында нығытылған. Полиция хеҙмәткәренә юл хәрәкәтендә ҡатнашҡандарҙың фото-, видео- һәм тауыш яҙҙырыу ҡорамалын файҙаланыуын Рәсәй Федерацияһы ҡануниәтендә ҡаралған нигеҙҙәрҙән тыш тыйырға мөмкинлек биргән ҡағиҙәләр был документта юҡ”.