Милли матбуғатҡа иғтибар артасаҡ18.04.2012
Гәзитебеҙҙең быйылғы 2 февраль һанында "Ғ. Хәйриҙең яҡташтары башҡортса уҡыймы?" тигән мәҡәлә донъя күргәйне.
Унда Нуриман районында "Башҡортостан"ды, ғөмүмән, башҡортса баҫмаларҙы аҙ алдырыуҙары хаҡында һүҙ барғайны. Редакция тәнҡит мәҡәләһе буйынса сара күреү өсөн Нуриман районы хакимиәтенә махсус хат ебәрҙе. Хакимиәт башлығы А. Р. Носратуллин исеменән беҙгә түбәндәге яуап килде:
"Гәзиттә сыҡҡан мәҡәлә, ауыл биләмәләре башлыҡтары, мәғариф һәм мәҙәниәт бүлектәре етәкселәре ҡатнашлығындағы кәңәшмәлә ҡаралып, "Башҡортостан"ға яҙылыу мәсьәләһен иғтибарға алырға тәҡдим ителде".