Дарыу – хаҡы арыу05.12.2017
Дәүләт һатып алыуы өлкәһендәге әрәм-шәрәм итеүгә ҡаршы көрәш күптән бара. Шул йүнәлештә төрлө мәғлүмәт системалары ла булдыралар, улары ниндәй ойошманың дәүләт ҡаҙнаһын ҡайҙа тотоноуын асыҡ күрһәтеп торорға тейеш. Ләкин йылғыр һәм оятһыҙ әҙәмдәр ниндәйҙер юлын табып ҡына тора.
Иң ҙур һатып алыу баҙары дарыу етештереүселәр һәм дарыуханалар менән алыш-бирешкә ҡағыла. Рәсәйҙә дәүләт йылына 330 миллиард һумлыҡ дарыу һатып ала. Тимәк, тикшереү даирәһе лә ҙур ғына. Шуны иҫәпкә алып, илдең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы киләһе йыл башынан алып яңы мәғлүмәт-аналитика системаһын ғәмәлгә ашырырға уйлай. Ул, теге йәки был дарыуҙың уртаса баҙар хаҡына нигеҙләнеп, уның иң юғары хаҡын да автоматик рәүештә сикләй. Был – ыңғай күренеш, әлбиттә, ләкин...
– Тырышлыҡтың көтөлгән һөҙөмтәне биреүе шикле, – ти Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәттең социаль өлкә һәм сауҙаға контроллек итеү идаралығы етәксеһе Тимофей Нижегородцев.
Эш шунда: дарыуҙың хаҡы тураһындағы мәғлүмәтте система берҙәм дәүләт исемлегенән ала. Ә уныһында бер дарыуҙың етегә саҡлы атамаһы булыуы мөмкин. Хатта бер үк исем булғанда ла уның төрлөсә яҙылыуы (һүҙҙәр араһындағы арауыҡ, йәйәләр, тырнаҡтар һ.б.) ихтимал. Унан тыш, бер үк дарыу йыш ҡына төрлө рәүештә сығарыла. Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәт белдереүенсә, был хәлдең алдашыуҙарға юл ҡуйыуы ла бик мөмкин. Заказсы бындай шарттарҙа көнәркәшлекте юрамал сикләй ҙә ала. Мәҫәлән, килешеүҙә дарыу исеменең тәғәйен исеме һәм яҙылышы ғына күрһәтелеүе һәм шул арҡала күп фирмаларҙың хеҙмәттәшлектән ситләтелеүе бар. Был осраҡта дарыу баҙарындағы уртаса хаҡ та дөрөҫлөккә тап килмәйәсәк. Тәбиғи, ҡыҙыҡһынған яҡтар уны арттырыу яғын ҡарай, һөҙөмтәлә дәүләт һатып алыуының сығымдары арта, дарыу хаҡы ла күтәрелә.
Һүҙ бында дауаханалар һәм поликлиникалар тураһында бара. “DSM Group” аналитик компанияһының генераль директоры Сергей Шуляк раҫлауынса, ваҡлап һатыу сауҙаһына, йәғни ҡәҙимге дарыуханаларға был ҡағылмаҫҡа тейеш. Йыл аҙағына саҡлы дарыуҙарҙың дәүләт исемлегендә тейешле тәртип булдырырға иҫәп тоталар. Ошо эш биш миллион һум самаһына төшөр тип көтөлә. Шулай булһа ла, ул дарыу баҙарындағы намыҫһыҙ эшмәкәрлек арҡаһында ихтимал булған зыяндан йөҙҙәрсә тапҡырға арзаныраҡ икән.