Әбйәлил районының талантлы гармунсыһы танылыу яулауын дауам итә. Азат Атанғолов Орел ҡалаһында үткән I Бөтә Рәсәй “Сикһеҙ гармун” асыҡ фестиваль-конкурсында беренсе урынды яуланы. – Бер түгел, ике номинацияла беренсе урынға лайыҡ булдым: фестиваль йомғаҡтары буйынса һәм уның сиктәрендә үткән профессионалдар бәйгеһендә, – ти Азат Ханнан улы.
Ике көн дауам иткән сара илдең төрлө төбәктәренән – Алтай, Курск, Елец, Һарытау, Тула, Мәскәү, Ленинград өлкәһенән һәм Башҡортостандан 9 йәштән 70-кә тиклем 90-лап гармунсыны ҡосағына ала.
Фестивалдең Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Композиторҙар союзы ағзаһы, Орел ҡалаһының почетлы гражданы Е. П. Дербенко исеме аҫтында үтеүе осраҡлы түгел. Евгений Петрович — Орел гармунсылар мәктәбен ойошторған энтузиаст, оҫта, үҙенең ныҡышмалылығы менән бынан 20 йыл элек сәнғәт колледжында профессиональ кимәлдә гармунсылар әҙерләүҙе башлаған шәхес.
Конкурстың баһалама комиссияһына Е. Дербенко үҙе рәйеслек итә. Тағы бер жюри ағзаһы – остаздың уҡыусыһы, Мәскәүҙәге Гнесиндар исемендәге Рәсәй музыка академияһы уҡытыусыһы Павел Уханов Азат Атанғолов менән Бөтә Рәсәй гармунсылар конкурстары аша яҡшы таныш. Бәйге тураһында яҡташыбыҙға ул хәбәр иткән дә инде. Тәүге тур ситтән тороп үткәрелә. Гармунсылар 1 сентябргә тиклем Интернет аша жюри ҡарамағына сығыштарының видеояҙмаһын ебәрә.
Абруйлы жюри бәйгеселәр араһынан иң-иңдәрҙе һайлап ала. Шулар иҫәбендә Рәсәй гармунсыларының “Алтын унау” исемлегенә ингән районыбыҙ ғорурлығы Азат Атанғолов та фестивалдең гала-концертына саҡырыу ала. Әйткәндәй, Рәсәй кимәлендәге бәйгегә яҡташыбыҙ халҡыбыҙҙың төрлө характерҙағы милли көй-моңдарынан “Казачий”, “Һыбайлылар”, “Уйыл”ды, М. Ғәйнетдинов эшкәртеүендә бейеү көйҙәренән теҙмәне тәҡдим итә.
– 10 ноябрҙә юлға сыҡтым. Төнгө рейс менән самолетта Мәскәүҙән Орелға остом. Караптан балға тигән кеүек килеп сыҡты: юлдан һуң ял итеп тормайынса, йоҡламаған килеш туп-тура фестиваль сараларына ҡушылып киттем, – тип һөйләй гармунсы.
Конкурсты асыу тантанаһында Рәсәйҙең иң шәп гармунсылары майҙан тота. Гала-концертҡа билеттар тиҙ генә һатылып бөтә. Гармун моңон ихтирам иткән ихлас тамашасылар артистарҙы дәррәү алҡыштарға күмә. Азат Атанғолов, үҙенең сығышында башҡорт халыҡ көйҙәрен гармун телдәре аша яңғыратҡандан һуң, ҡурайҙа ла һыҙҙыра. Концерттарҙан тыш, гармунсылар төрлө конкурстарҙа, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаша.
Яҡташыбыҙ профессионалдар араһында музыкаль һәләтен һынай, гармун остазы Е. Дербенконан һабаҡ ала. Фестивалдә Гнесиндар исемендәге Рәсәй музыка академияһы студенты 20 йәшлек Павел Фомин Гран-при яулай. Профессиональ кимәлдәге музыканттан ҡала үҙаллы гармун “тысҡылдатырға” өйрәнеп, оҫтаға әйләнгән Азат Атанғоловтың I дәрәжәләге лауреат исеменә лайыҡ булыуы – ҙур еңеү.
Ҡанатланып, дәртләнеп ҡайтҡан гармун оҫтаһы киләсәккә аныҡ пландар билдәләгән. “Уҡыусыларымдың гармун буйынса музыка академияһында профессиональ белем алыуын теләйем һәм быға һис шикһеҙ өлгәшәсәкмен”, – ти ул. Маҡсатына табан һуҡмаҡ һалған да инде ул. Асҡар балалар сәнғәт мәктәбенең ҡурай класы уҡытыусыһы теләк буйынса гармунға өйрәтеү дәрестәре лә алып бара. Һәм был — ҙур юлдың башы ғына.
Гөлнара ФӘТХУЛЛИНА.Әбйәлил районы.