Ҡулдан килгәнсә ярҙам күрһәтелер05.12.2017
“Мин 80 йәштән уҙған хеҙмәт ветераны. Ғүмерем буйы, хаҡлы ялға сыҡҡансы, механизатор булып эшләнем. Һеҙгә хат яҙыуымдың сәбәбе – йәшәгән урынымдың торошо насар, өйөмә һыу үтә. Йорт нигеҙе серегән. Уға 70 йылдан артыҡ инде. Хәҙер инде 15 йыл яңғыҙ йәшәйем, ауырыумын, күҙҙәрем насар күрә. Пенсия аҡсаһы дарыуға китеп тора. Район үҙәгенә барһам, ауыл Советына мөрәжәғәт итергә ҡушалар, унан кире хакимиәткә ҡыуалар... Комиссия килгәйне, “өйөң әле йәшәрлек” тип ҡайтып киттеләр”.
Бына ошондай хат менән мөрәжәғәт итте беҙгә Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Бәпес ауылынан Хәләф Камалов. Әлбиттә, беҙ уны күҙ уңынан ысҡындырмай, район хакимиәтенә юлланыҡ. Ошо көндәрҙә Иҫке Бәпес ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Ф. Абдуллинанан ошондай яуап алдыҡ:
“Хәләф Камалов яҙған ғариза буйынса район хакимиәте вәкилдәре 2014 йылда йорт торошон тикшерҙе. Мөрәжәғәт итеүсене Иҫке Бәпес ауыл биләмәһе ҡарары буйынса торлаҡ менән тәьмин ителеүселәр исемлегенә индерҙеләр. Әммә тәҡдим ителгән фатирға риза булмай, ул үҙ йортон ремонтлауға ҙур сығым һораны. Ауылда колхоз күптән тарҡалды. Халыҡ кредит алып, йорт-тирәһен нығыта, яҡшы йәшәргә ынтыла. Хәләф Камаловҡа ла, үҙе туплаған материалдарға өҫтәп, район хакимиәте ҡулдан килгәнсә ярҙам итергә тырышыр”.
Илмира ҠОЛБАХТИНА әҙерләне.