Шишмә һыуынан самауыр сәйе тәмле05.12.2017
Шишмә һыуынан самауыр сәйе тәмле Экология һәм айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылы дауамында тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға йүнәлтелгән күп эш башҡарылды. Беҙҙең район халҡы ла был изге башланғыстарҙан ситтә ҡалманы — ағастар ултыртыу, урман-ҡырҙарҙы, шишмә-йылға ярҙарын сүп-сарҙан таҙартыу өмәләрендә ҡатнашып, тәбиғәтте һаҡлауға үҙ өлөшөн индерҙе.

Юлдыбай ауылының Ҡайынтау шишмәһе ғәжәйеп матур урындан – ошо уҡ исемде йөрөткән тау аҫтынан, аҡ ҡайындар уратып алған ерҙән ағып сыға. Ысыҡ тамсыһындай саф, эсеп туймаҫлыҡ тәмле һыулы шишмә башы ни бары ике аҙна эсендә заманса итеп төҙөкләндерелде: килгән кешеләргә ултырып ял итергә беседка ҡуйылды, аҫҡа төшкән һуҡмаҡ урынына таштан баҫҡыстар эшләнде, инеш сыҡҡан ергә бетон ҡулса һалынды, тирә-яғы кәртәләнеп, япма аҫтына алынды. Ҡыҫҡаса әйткәндә, күҙҙең яуын алырлыҡ урын булды.
– Үҙен тәбиғәт менән бер бөтөн һанаған ата-бабаларыбыҙ тирә-яҡ мөхиткә бик һаҡсыл ҡараған һәм уны күҙ ҡараһы кеүек һаҡлап, бысратыуға, әләф-тәләф итеүгә юл ҡуймаған. Беҙ ҙә уларҙан мираҫ булып ҡалған ер-һыуыбыҙҙы ҡәҙерләйек.
Бар республикаға билдәле Мораҙым тарлауығы менән Әүлиә тауының тап беҙҙең ауыл биләмәһендә урынлашыуы менән хаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ. Әле баҫып торған еребеҙ ҙә мөғжизәгә тиң хозурлыҡҡа эйә. Ҡайынтау шишмәһе барыбыҙҙың да яратҡан ял урынына әйләнеренә иманым камил, – тине Юлдыбай ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Илдар Килсенбаев.
Район етәксеһе Ғайса Янбаев та халыҡты был иҫтәлекле ваҡиға менән ҡотлап үтте, шишмәгә һәм, ғөмүмән, тыуған яҡ тәбиғәтенә һаҡсыл ҡарарға өндәне.
Әйткәндәй, юлдыбайҙар менән мәҡсүттәр республикала был изге бурысты иң тәүгеләрҙән булып атҡарып сыҡҡан. Ошо эшкә ҙур көс һалғандарҙың икәүһенә – шәхси эшҡыуар Рәмил Айытҡужин менән тракторсы Әнүәр Ишбаевҡа район хакимиәтенең рәхмәт хаттары тапшырылды.
Халҡыбыҙҙа “Һыу юлын күрһәтеү” тигән бик матур йола йәшәп килә. “Ҡайынтау” фольклор театры ана шул йоланы сәхнәләштереп, килгән ҡунаҡтарға шишмә һыуын тәмләтте.
Мәҡсүттәге шишмә ил инәһе Бәндәбикә исемен йөрөтә. Ауылдан бер нисә саҡрым ситтәрәк урынлашҡанлыҡтан, Юлдыбайҙағы һымаҡ бында һыу юлы аса алмаҫтар асыуын, әммә был урындың да халыҡтың яратҡан ял, туҡтап һыуһын ҡандырыу еренә әйләнәсәгенә шик юҡ.
Мәҡсүт ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Әхмәтйән Вәлитов әйтеүенсә, “Социаль үҫеш” программаһы буйынса төҙөкләндереүгә ике шишмә дәғүә иткән. Һыуға анализ яһағандан һуң, ошоноһо һайлап алынған.
Тарихта ҙур эҙ ҡалдырған, даны бөгөнгә тиклем йәшәп килгән Бәндәбикәнең яҙмышы, уның ҡылған изге эштәре хаҡында хаҡлы ялдағы уҡытыусы Таңһылыу Хәмиҙуллина ентекле бәйән итте. Ветерандар советы рәйесе Миңлевәли Вәлитов, сараға килгәндәргә моңло йыр йырлап ишеттергәндән һуң, был эште атҡарып сыҡҡандарға, район хакимиәтенә ауыл халҡы исеменән рәхмәт белдерҙе. Бында ла әүҙемдәргә – проектты тормошҡа ашырыуға ҙур көс һалған Петр Ильинға, Александр Мәжитовҡа район хакимиәтенең рәхмәт хаттары тапшырылды.
Ике ауылда ла тантанаға йыйылғандар район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәренең һәм урындағы һәүәҫкәрҙәрҙең йыр-моңон тыңлап кинәнде, шишмә һыуынан ҡайнатылған самауыр сәйенән ауыҙ итте.

Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА.
Күгәрсен районы.


Вернуться назад