“Ҡыҙ балалар ҡайтмай бер киткәс...”05.12.2017
“Ир балалар ҡайта хеҙмәт иткәс,
Ҡыҙ балалар ҡайтмай бер киткәс”, –
тип йырлана башҡорт халыҡ йырында. Әйткәндәй, ниңә ҡайтырға тейештәр? Әйҙә төшкән урындарында гөрләтеп донъя көтһөндәр, балалар үҫтерһендәр, ауылыбыҙҙың яҡшы данын таратһындар.



Һоҡланып бөтә алмайым шундай ҡатын-ҡыҙға. Миҫал өсөн бер нисәүһен билдәләп үтергә булдым. Белорет районының Аҙнағол ауылынан Фәриҙә Ғилманова педагогия училищеһын тамамлағас, Шығай ауылына килен булып төшә. Ауыл тормошонда әүҙем эш алып бара. Дүрт балаһы ла юғары белемле. Үҙе Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең мәғариф алдынғыһы, хеҙмәт ветераны.
Аҙнағол ауылынан Мәрзиә менән Салауат Кәримовтарҙың ҡыҙҙары Динара Сермән урта мәктәбен тик яҡшы билдәләргә, ә БДУ-ны ҡыҙыл дипломға тамамланы. Университетта уҡығанда уҡ Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында мөхәррир булып хеҙмәт юлын башлай һәм әле лә эшен яратып башҡара. Йәмәғәте менән ике ҡыҙ тәрбиәләйҙәр.
Районда Альбина Шәрифулла ҡыҙы Яҡшыбаеваны белмәгән кеше һирәк. Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлағас, Балаҡатай районы мәктәбенә юллама буйынса эшкә китә. Биш йылдан һуң тыуған яғына ҡайтып, Нура, Олойылға ауылдарында уҡытыусы, артабан директор булып эшләй. 49 йыл ғүмерен мәғарифҡа арнаған Альбина Шәрифулла ҡыҙы Рәсәйҙең Почет грамотаһы, “Фиҙакәр хеҙмәте өсөн” миҙалы менән бүләкләнә. Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре һәм хеҙмәт ветераны исемдәренә лайыҡ була.
Сермән ауылында Хәйербәшәр Иблийәмин улы Хабрахманов ғаиләһендә биш бала тыуа. Ике улы – Рәшит менән Рәйес бик иртә вафат булды. Өс ҡыҙы – Әнисә, Әлфиә, Рәйсә бер-бер артлы үҫтеләр. Сермән мәктәбен тамамлау менән Өфө педагогия институтына юлландылар. Әнисә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы һөнәрен алып, тыуған ауылында уҡыта. Тормош иптәше Фуат Зада улы Ибраһимов менән бер ул һәм ҡыҙ үҫтерҙеләр. Балалары ла аҡыллы, тырыш, ярҙамсыл. Әнисә үҙе лә, хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, әүҙем тормош алып бара. Ветерандар советы ағзаһы. Йорто “Өлгөлө йорт” исеменә лайыҡ булды.
Әлфиә Хәйербәшәр ҡыҙы 1977 йылда рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы дипломын алғас, юллама буйынса Баймаҡ районының Беренсе Этҡол ауылы мәктәбендә эш башлай. Ул һәр сарала әүҙем ҡатнаша, мандолинала оҫта уйнай. Тырыш, уңған йәш белгесте “Алға” колхозының баш инженеры Рәфҡәт Хәлим улы Хисмәтуллин күҙләй, оҙаҡҡа һуҙмай, донъя ҡороп ебәрәләр. Йәштәр үҙ көстәре менән ҙур йорт һалып сыға.
Егәрле егетте 1991 йылда ауыл хакимиәте башлығы итеп һайлайҙар һәм ул ун йыл үҙ вазифаһын намыҫлы үтәй. Татыу ғаиләлә биш бала тәрбиәләнә. Улар төрлө һөнәр алған: өлкән улдары Салауат – үҙ ауылдарында эшҡыуар, Илшат – Баймаҡ ҡалаһында мәктәп директоры, Динарҙары — “Россельхозбанк” бүлексәһе етәксеһе. Ә улдары Раян иһә ауыл мәктәбен көмөш миҙалға, аҙаҡ Башҡорт дәүләт медицина университетын ҡыҙыл дипломға тамамлай. Уны Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтына эшкә алалар. Үҙ эшенә яуаплы ҡараған тырыш егет — ауырыуҙарға донъя йәмен, тәбиғәт матурлығын, төҫтәр сағыулығын күреү бәхетен бүләк иткән медицина фәндәре кандидаты. Яңыраҡ Вьетнамға барып, биш ай эшләп ҡайтты. Динара иһә — белеме буйынса финанс хеҙмәткәре, Һаҡлыҡ банкында эшләй.
Әлеге көндә Әлфиә менән Рәфҡәт икәүҙән-икәү генә донъя көтә. Улар хаҡлы ялда. Балалары күптән ҡанат нығытып, атай йортонан сығып китһә лә, яҡындарының хәлен белергә һәр саҡ ҡайтып тора. Хисмәтуллиндар ғаиләһе баҡсасылыҡ, ҡортсолоҡ менән шөғөлләнә. Әлфиә бәйләү, тегеү, сигеү эштәренә оҫта, шуға ла төрлө конкурстарҙа ҡатнаша.
Рәйсә Хәйербәшәр ҡыҙы ла мәғариф юлын һайлай, ике дипломға эйә. Ул оҙаҡ йылдар Өфө ҡалаһының 63-сө мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй, директор урынбаҫары йөгөн дә тарта. Башҡортостандың мәғариф отличнигы исемен йөрөтә.
Өс һеңлекәштең дә үҙ-ара татыу йәшәүе һоҡланыу тыуҙыра. Улар өсөн бер-береңде аңлау, ихтирам итеү кеүек сифаттар беренсе урында тора. Тәбиғәттәре буйынса сабыр, тыныс холоҡло һәм намыҫлы кешеләр улар.

Солтан СИРАЖЕТДИНОВ.
Белорет районы.


Вернуться назад