Бунин һәм Ҡөрьән: шағирҙың Көнсығышҡа юлы05.12.2017
Бунин һәм Ҡөрьән: шағирҙың Көнсығышҡа юлы Билдәле йырсы, Рәсәйҙең халыҡ артисы Ренат Ибраһимов Ғәрәп Әмирлектәрендә йәшәгән дуҫы Исмәғил ШӘҢГӘРӘЕВКӘ ебәргән видеохатында урыҫ шағиры Иван Буниндың “Йәшел әләм” (“Зеленый стяг”) тигән шиғырын уҡый. Был әҫәрҙән тәьҫирләнгән эшҡыуар әҙәбиәтсе сифатында Бунин ижадындағы ислам темаһы буйынса фекерҙәре менән уртаҡлаша.
– Исмәғил Ҡәләметдин улы, XIX–XX бы­уат­тарҙа ижад иткән мәшһүр шағирҙар араһында ниңә нәҡ Бунинға иғтибар иттегеҙ?
– Белеүебеҙсә, урыҫ һәм сит ил әҙәбиәте вә­кил­дәренән исламға мөрәжәғәт итеүселәр аҙ булмаған. Шулай ҙа улар араһында Бунин айырым урын биләй. Эш уның ислам темаһына йыш мөрә­жәғәт иткәнендә, ҡайһы бер әҫәрҙәренең эпиграфы итеп Ҡөрьән аяттарын алғанында ғына түгел, ә был хеҙмәтте тәрән аңлап ҡабул иткәнендә лә.
– Ниндәй юл менән ул Ҡөрьәндең тәрән мә­ғәнәһен аңлауға килгән икән?
– Дөрөҫ, нәҡ Юл! Бунин тормошондағы ул Юлды аңламайынса шағир һәм уның ижады тураһындағы бер һорауға ла яуап ала алмаҫһығыҙ. Ерҙәгеләр өсөн Аллаһҡа илткән Юл бөтә кеше өсөн дә асыҡ. Тик Бунин осрағы башҡасараҡ. Уның ижадын өй­рәнгән әҙәбиәтселәр, быны ишеткәс, бәлки, йылмайып ҡуйыр, әммә шағирҙа исламды тәрән аңлау, рухи байлыҡ, тәжрибә туплау теләгенең уяныуына уның ғүмер буйы юлсы, шәреҡсә әйтһәк, дәрүиш булыуы ла тәьҫир итмәй ҡалмағандыр.
Бунин һәм Ҡөрьән: шағирҙың Көнсығышҡа юлы Яҙыусы тураһында иҫтәлектәр уҡығанда Иван Алексеевичты яҡын белгән шағирә Галина Кузнецова әйткән фекергә, дөрөҫөрәге, ул биргән һорауға иғтибар иттем: “Сәйер тойолһа ла, сәйәхәт ит­кән­дә һеҙ һәр ваҡыт кеше аяғы баҫмаған алыҫ урын­дарҙы, донъя төпкөлдәрен һайлар булған­һы­ғыҙ”. Бунин гел ысынбарлыҡтан, Октябрь инҡи­лабына тиклем дә, унан һуң да илдә барған ығы-зы­ғынан ҡасырға тырышҡан. Бәлки, шул сәбәп­тән­­дер ул бер ҡасан да үҙ мөйөшө булмаған мәң­гелек дәрүиш образын алғандыр. Ун туғыҙ йәшендә өйөнән сығып китә лә артабанғы бөтә ғүмерен ҡур­тым фатирҙарында, ҡунаҡханаларҙа һәм дуҫтарының йорттарында үткәрә.
– Ә бит ул – Нобель премияһы лауреаты, бик тә хәлле кеше булған. Уны теләһә ҡайһы ил бик шатланып үҙендә йәшәтер ине, моғайын?
– Даһиҙар менән хәл башҡараҡ шул. Ысын­бар­лыҡта уларҙы, ғәҙәттә, вафат булғас ҡына ҡәҙерләй башлайҙар. Икенсе яҡтан, быны Бунин үҙе телә­неме икән һуң? Минең уйлауымса, тәбиғәткә, та­рихи урындарға, цивилизациянан алыҫыраҡ ерҙәргә ынтылған дәрүиш йәне уны һәр ваҡыт яңы юлдарға саҡырып торғандыр. “Эх, әгәр фатирҙан фатирға күсеп йөрөүҙән туҡтаһаң... Бына шулай минең кеүек ғүмер кисергәндә йәшәүҙең тәмен тағы ла нығыраҡ тояһың кеүек. Ерҙә йәшәү үҙе лә нин­­дәйҙер бер станцияла туҡтап торған кеүек кенә тойола” (1924 йылдың 9 сентябрендә көн­дәлеккә теркәл­гән яҙманан). Уны психологик, дини, тарихи мәсьәләләр ҡыҙыҡһындырған. Улай ғына ла түгел, Бунин “донъяның йөҙөн кү­рер­гә” ынтылған. Бөйөк аҡыл эйәһе Әбү­ғәли­сина ла шундай уҡ хистәр кисергән бит:
Мне дервиша путь предназначен Аллахом.
Скиталец не знает сомнений и страхов,
Что вдруг потеряет насиженный дом
И хлам, что зовут почему-то добром.
Какой самодержец, лукавый властитель
Способен построить такую обитель,
Где горы, долины – от века до века –
Как утварь домашняя для человека?
И что их дворцы? Как сарай для скотины
В сравненье с величием горной вершины.
Из города в город иду, и в котомке
Лишь книги… Прочтут их когда-то потомки.
(“Персеиды”. Ибн Ильяс тәржемәһе).

“Я обречен познать тоску всех стран и всех времен”, – тип яҙған Бунин үҙенең бер шиғырында. Был юлдарҙа барыһы ла әйтелгән тип һанайым.
– Ижади эҙләнеүҙәр таңында Буниндың юлы ниндәйерәк һәм ҡайһы тарафтарға йүнәлгән була?
– Яҙыусы тәүге оҙайлы сәйәхәтендә Ҡырым ярымутрауына бара. Һуш китерлек матур тәбиғәтле ғәжәп был ерҙәргә ул бик күп әҫәрҙәрен бағышлай. Беренсе барыуында уҡ, Пушкин һәм Лермонтов эҙ­ҙәрен эҙләгәндәй, Ҡырымды арҡырыға-буйға йөрөп сыға. Көндәлектәренән күренеүенсә, 1896 йылдың 1 июнендә Иван Бунин тимер юл буйлап Александровскиҙан (Запорожье) Баҡсаһарайға йүнәлә. Ә Баҡсаһарайҙан һыбай килеш Чуфутҡәлғә монастырына бара.
– Ҡырым ярымутрауына Бунин былай ғына барамы, әллә берәй сәбәп буламы?
–  Бер нисә фекер бар. Беренсенән, Лермонтов хаҡындағы һөйләшеүҙәребеҙ­ҙең дә төбөндә ятҡан ҡан мәсьәләһен онотмайыҡ. Иван Алексеевич сы­ғышы менән атаһы яҡлап боронғо поляк дворяндарынандыр, тип фараз ителә. Ә әсәһе яғынан (ҡыҙ фамилияһы Чубарова) унда татар тамырҙары ла шәйләнә, тиҙәр. Замандаштарының иҫтәлектәре буйынса, Буниндың әсәһе Пушкин һәм Жуковский лирикаһында тәрбиәләнгән һәм күп ваҡытын балалар менән шөғөлләнеүгә бағышлаған яғымлы, мөләйем, хисле ханым була. Буниндың ҡатыны Вера Николаевна Муромцева: “Әсәһе Людмила Александровна һөйләүе буйынса, Ваня тыумыштан үҙенсәлекле булып, башҡа балаларҙан айырылып торған һәм бик нескә күңелле булған”, – тип иҫкә ала. Әсәһе уның Ҡырымға юл тотасағын, ата-бабалары диненә мөрәжәғәт итәсәген күҙ алдына кил­терә алдымы икән? Бөгөн беҙ шағирҙың шул сәйәхәтенә ҡан мәсьәләһе лә тәьҫир иткәндер тип фараз ғына ҡыла алабыҙ.
Пушкин менән Лермонтовтың йоғонтоһон да онотмайыҡ. Был хаҡта уның көндәлектәрендә яҙмайынса, дуҫ-иштәренә һөйләмәйенсә лә ҡалыуы ихтимал, әммә “Баҡсаһарай фонтаны”ның тылсымы ул йылдарҙа көслө булған, Лермонтов образы ла нәҡ әлеге юл менән бәйле. Шул уҡ ваҡытта Ҡырым­ға барыр өсөн йәш Буниндың үҙе генә белгән сә­бәптәре лә була.
– Тимәк, барыбер интрига ла, бөгөнгә тиклем тикшеренеүселәрҙең күҙ уңынан йәшенеп ҡалған мотивтар ҙа булған?
– Киреһенсә, иң өҫтә ятҡан сәбәптәр тиер инем мин уларҙы. Әйҙәгеҙ, барыһын бер епкә теҙәйек. Кү­ренеүенсә, уның Ҡырымға сәйәхәте ваҡытында яҙылған “Бында хан ерләнгән” тигән шиғыры бик күптәрҙең иғтибарын йәлеп иткән. Ҡыҙғанысҡа ҡар­шы, күп кенә тикшеренеүселәр тарихи дөрөҫлөк менән әллә ни дуҫ түгел. Бигерәк тә Сәмәрҡәндтә ерләнгән Аҡһаҡ Тимергә ҡағылышлылары менән. Шуныһына иғтибар итәйек: аңлашылмаусанлыҡ әлеге шиғырҙың темаһын Ҡырымдағы аныҡ ерләү урынына бәйләп аңлатыу арҡаһында тыуа. Бу­ниндың Сәмәрҡәндтән алып Баҡсаһарайға тиклем йәшәгән төрки халыҡтарҙың тарихи яҙмышын берләштереү теләге аңлашыла кеүек. Әйҙәгеҙ, беҙ ҙә дүрт тарлауыҡ тоташа торған Салачык ер­ле­­генә тиклемге юлға күҙ һалып, уның менән Мәрйәм Дере тарлауығына төшөп ҡарайыҡ. Бында төрбә, мәҙрәсә һәм мосолман зыяраты урынлаш­ҡан. Тарлауыҡ төбөндә төрбә күренә. Был – Ҡырым ханлығына нигеҙ һалған Хажигәрәй һәм уның улы Миңлегәрәй ерләнгән урын.
Нәҡ ошо “бөтә халыҡтарҙың һәм илдәрҙең һа­ғышын тойоп була торған урын”да “Бында хан ерләнгән...” шиғырын яҙыу теләге тыуғандыр ҙа. Ул былай яңғырай:
Тут покоится хан,
покоривший несметные страны,
Тут стояла мечеть над гробницей вождя:
Учь толак бош ослун! Эти камни, бурьяны
Пахнут мускусом после дождя.
И сидел я один на крутом и пустом косогоре.
Горы хмурились в грудах синеющих туч.
Вольный ветер с зеленого дальнего моря
Был блаженно пахуч.
Шуныһын да иҫкәртәйек: бында Аҡһаҡ Тимергә “Бик күп илдәрҙе яулап алған хан ерләнгән” тигән һүҙҙәр генә тура килә, сөнки Баҡсаһарай һәм уның тирәһендәге Салачык, Иҫке Йорт, Азис, Чуфутҡәлғә ҡырым татарҙары өсөн изге урын булыуы менән билдәле. Бунин килгән саҡта әлеге төрбәләр таш­лан­дыҡ хәлдә, ҡәберҙәре туҙҙырылған, таштар ме­нән күмеп ҡуйыл­ған була. Ҡәбер ташындағы яҙыу­ҙарҙың күбеһе “... бында ерләнгән” тип башлана. Бунин был һүҙҙәргә бары “Бик күп илдәрҙе яулап алған хан ерләнгән” тигән һүҙҙәрҙе генә өҫ­тә­гән. Ә Аҡһаҡ Тимер тураһын­да­ғыһын инде халыҡ үҙе уйлап бөтөрөп ҡуйған. Ул бит шулай уҡ Сыңғыҙ хан да, Батый хан да була алыр ине. Унда улар­ҙың эҙе лә булмаған һәм була ла алмаған. Әммә халыҡ тарихты үҙенсә күҙаллап, риүәйәттәр тыу­ҙы­рырға ла һәләтле. Быныһы теманан бер аҙ сит­ләшеү булды.
Мине иң ғәжәпләндергәне “учь толак бош ослун” тигән ҡырым-татар һүҙҙәре булды. Бигерәк тә уларҙың шундай оҫта һәм урынлы итеп ҡуйылышы таң ҡалдырҙы. Татарса һөйләшмәһә лә, төрки телдәрҙең матурлығын һәм яңғыраш үҙенсәлек­тәрен ана нисек итеп тойомлаған бит ул. Ҡан тәьҫиреме? Көнсығышҡа юл алыуының сәбәбеме?
– Бунин һәм Аҡһаҡ Тимер – бер-береһенән бик алыҫ торған тарихи һындар. Хатта уларҙың Мәрйәм Дере тарлауығында “киҫешеүҙәре” ту­раһын­дағы мәғлүмәт тә мистика булып тойола...
– Буниндың был шиғырын уҡый башлағанда уҡ рәхимһеҙ Аҡһаҡ Тимер күҙ алдына килеп баҫа. Поэтик легенда булыуына ҡарамаҫтан, уның “Аҡһаҡ Тимер” хикәйәһе кеүек үк, әҫәр үҙенә тартып тора. Ваҡиғалар Ҡырымдың бер ауылын­дағы ҡәһүәха­на­ла бара. Урам йырсыһы үткенселәр өсөн йыр баш­ҡара. Ул хикәйә­нең бер өҙөгөн иҫегеҙгә тө­шөрәйек әле: “О, Темир-Аксак-Хан, говорила песня, не было в подлунной отважней, счастливей и славнее тебя, смуглоликий, огнеглазый – светлый и благостный, как Гавриил, мудрый и пышный, как царь Сулейман! Ярче и зеленей райской листвы был шелк твоего тюрбана, и семицветным звездным огнем дрожало и переливалось его алмазное перо, и за счастье прикоснуться кончиком уст к темной и узкой руке твоей, осыпанной индийскими перстнями, готовы были умереть прекраснейшие в мире царевны и рабыни. Но, до дна испив чашу земных утех, в пыли, на базаре сидел ты, Темир-Аксак-Хан, и ловил, целовал рубище проходящих калек:
– Выньте мою страждущую душу, калеки!
…А-а-а, Темир-Аксак-Хан, где она, горькая муд­рость твоя? Где ее муки души твоей, слезами и желчью исторгнувшей вон мед земных оболь­щений?”
Бына һеҙгә Иван Бунин, уның һүҙҙәре, уның тормош фәлсәфәһе, уның Аҡһаҡ Тимер яҙмышын оҫта итеп һүрәтләүе. Был Ҡырым юлдарының шиғрилеге менән байытылған фәлсәфәүи проза ғына булһа ла, минең өсөн башҡаһы мөһим: әҙип төрлө осорҙарҙың ритмын тоя-тоя төрки халыҡтар үткән тарихи юлдан барған. Һәм нәҡ әлеге юл уны Ҡөрьәнгә, Ислам нигеҙҙәренә яҡынайтҡан да инде.
– Ҡөрьәндең бөйөк мәғәнәләрен төшөнөүгә бағышланған был юл Пушкиндың урыҫ әҙә­биәтендә айырым бер йүнәлеш барлыҡҡа кил­тергән “Ҡөрьән аятына оҡшатыуҙар”ынан нимәһе менән айырыла һуң?
– Образлы итеп әйтһәк, Шәреҡҡә И. Бунин тау­ҙарҙа һаҡланып ҡалған төрки мәҙәниәте аша килә. Һәм Ҡырым ярымутрауына ҡабат-ҡабат әйләнеп ҡайтасаҡ әле. Рәсәйҙә Ислам көнсығышына юл ярған беренсе кеше булмаһа ла, данлыҡ­лы урыҫ әҙәбиәте әһелдәре Пушкин, Толстой, Лермонтов һәм башҡалар­ҙың эҙҙәренә ышаныслы аҙымдар менән баҫып барған ижадсы ул.
Бунин юл алған ваҡытта мәғлүмәт яланы ла үҙенсәлеклерәк була: урыҫ теленә тәржемә ителеп, Көнсығыш шиғриәте һәм тарих буйынса бик күп китаптар донъя күрә башлай. Йәмәғәтселектең, би­герәк тә интеллигенцияның мосолмандарға мө­нәсәбәте йомшара: европалылар выждан ирке прин­циптарын раҫлау өсөн көрәшһә, Рәсәй им­пе­рияһы 1905 йылдың 17 апрелендә беренсе тап­ҡыр “Диндәргә тигеҙ мөнәсәбәт тураһында”ғы законды ҡабул итергә мәжбүр була, Петербургта Сәмәрҡәнд архитектура стилендә йәмиғ мәсете төҙөлә һ.б.
Шуға, әлеге үҙгәрештәрҙе һәм Бунин­дың Ҡырым ярымутрауы менән генә сикләнергә йыйынмауын иҫәпкә алып, былай тиергә була: уның ислам донъяһын­дағы юлы башҡа төрлө, мәғлүмәт һәм рухи яҡтан ғына түгел, географияһы яғы­нан да үҙен­сәлекле. Уның сәйәхәттәр картаһында 1903 йылда – Төркиә, 1906 йылда – Мысыр, Сүриә, Фәләстин, 1910 йылда – Алжир, Сахара һәм Тунис. Һинд океанынан Цейлонға сәйәхәте һәм большевиктар Рәсәйендәге ауыр ваҡыттарҙа күпме мосолманды осрата әле ул унда.
– Ислам юлына инеүҙә сираттағы мөһим пункт ҡайһыһы була?
– Был һорауға мин һис тә икелән­мә­йенсә “Истанбул” тип яуап бирә алам. Шағирҙың һуңғы ҡатыны Вера Муромцева-Бунина ла иренең Истанбулда булыуын уның рухи һәм ижади тормошона тәьҫир итерлек бик мөһим, һөҙөмтәле ваҡиға тип иҫкә алған. Ниһайәт, Бунин мауыҡтырғыс яңы донъяға килеп эләгә һәм ислам уның күңеленә ғүмерлеккә инеп ҡала.
– Был ижади эҙләнеүме, әллә үҙенең һай­лауымы? Бунин үҙе йәшәгән илдең асылын “үҙ күңеле аша” ҡабул итеү­селәр­ҙән булған бит.
– Мин быны, һис шикһеҙ, рухи һайлау тип уйла­йым. Уны исламды дин булараҡ та, мәҙәниәт булараҡ та аңлау теләге этәргәндер. Бигерәк тә Пушкин кеүек ижадсыларҙың йоғонтоһонда былар үҙенән-үҙе аңлашыла һәм бер ниндәй ҙә шик тыу­ҙырмай кеүек. Башҡа сәбәбе лә булған. Көнба­йыш­тың рухи ҡиммәттәренән күңел ҡайтыу тиә­йем­ме... Ни өсөн Көнбайыш түгел, ә Көнсығыш булыуын ул “Братья” хикәйәһенең бер геройынан да әйттерә бит: “Бога, религии в Европе давно уже нет, мы при всей своей деловитости и жадности, как лед холодны и к жизни, и к смерти: если и боимся ее, то рассудком или же только остатками животного инстинкта”. Быны аңлатып тороу кәрәк­мәйҙер тип уйлайым. Һәр кешенең үҙе теләгәнсә уйларға хаҡы бар.
Бунин кеүек кешенең рухи һайлауы тураһында һөйләү еңел түгел. Талантының күп яҡлы булыуы, ҡыҙыҡһыныуҙар даирәһе, тәрән мәғлүмәттәр менән оҫта эш итә белеүе уны донъя күләмендәге ысын ижадсы итә.
– Әҙәби дөрөҫлөгөнән бигерәк, ислам рухы һәм “ислам” һүҙенең тәрән­леге менән баһалы булған ижадының үҙенсәлеге нимәлә?
– Иван Бунин динебеҙҙе үҙенең эске донъяһы аша үткәреп, нескә тойоп ижад иткән тиергә тулы хаҡыбыҙ бар. Уның шиғриәте бер ниндәй фараз­дарға урын ҡалдырмайынса ғына беҙгә Ҡөрьәндең тәрән мәғәнәһен аңлаған, Мөхәммәт пәйғәмбәрҙе ололаған шағир күңелен асып бирә. Ислам дине Бунинға донъяны аңларға, цивилизация сиктәренән һәм сикләүҙәренән ҡасырға ярҙам иткән булһа кә­рәк. Танылған урыҫ шағирәһе һәм яҙыусыһы Зинаида Гиппиустың “Бунин знал и видел то, что шире России. А лишь видя и любя это всемирное, вечное, жизнь в ее тайнах, – можно понимать и жизнь своей земли” тигән һүҙҙәре бик дөрөҫ әйтел­гән тип иҫәпләйем.
Ә ҡабатланыу тураһында былай тиер инем. Бунин бит ислам темаһына ғына түгел, динебеҙҙең рухи нигеҙҙәренә мөрәжәғәт итә. Иң мөһиме – ши­ғырға һалынған һүҙҙәренән уның Аллаһҡа ихлас ышанғанлығын аңлайһың. Шул уҡ ваҡытта был һүҙҙәрҙә ниндәйҙер серлелек, йәше­рен мәғәнә лә бар, йәғни үҙең уйлап, төшө­нөп бөтөргә тейешһең булып сыға. Бында ул мосолман аҡыл эйәләре традицияларын дауам итеп, юғары төшөн­сәләр тураһында күңелең уйланырлыҡ итеп әйтә белә.
“Сер” (“Тайна”) тигән шиғыры Бунин поэзияһының төп ҡомартҡыларынан һаналырға хаҡлы.
Элиф, Лам, Мим.
(Коран, 29:1; 30:1, 31:1, 32:1).
Он на клинок дохнул – и жало
Его сирийского кинжала
Померкло в дымке голубой:
Под дымкой ярче заблистали
Узоры золота и стали
Своей червонною резьбой.
“Во имя Бога и пророка,
Прочти, слуга небес и рока,
Свой бранный клич: скажи, каким
Девизом твой клинок украшен!”
И он сказал: “Девиз мой страшен.
Он тайна тайн: Элиф, Лам, Мим”.
“Элиф, Лам, Мим? Но эти знаки
Темны, как путь в загробном мраке:
Сокрыл их тайну Мохаммед…”
“Молчи, молчи! – сказал он строго, –
Нет в мире бога, кроме Бога,
Сильнее тайны – силы нет”.
Сказал, коснулся ятаганом
Чела под шелковым тюрбаном.
Окинул жаркий Атмейдан
Ленивым взглядом хищной птицы –
И тихо синие ресницы
Опять склонил на ятаган.
Үҙе күҙаллаған әңгәмәләше менән Бунин Аллаһ Тәғәләнән башҡа ғибәҙәткә лайыҡлы зат булмауы, Мөхәммәт салләл­лаһу ғәләйһи үәссәлләмдең Аллаһтың рәсүле булыуы хаҡында, йәғни ислам динендәге һәр кеше белергә тейешле шәһәҙәт хаҡында һөйләшә. Әммә ул быны үҙенсә, образлы тел менән әйтеп бирә.
– Шағирҙың урыҫ телендәге шиғыр­ҙа­рында төрки һәм ғәрәп һүҙҙәре лә бик йыш осрай.
– Был уның поэзияһына үҙенә бер төрлө нәфислек, матурлыҡ өҫтәй, күҙал­лау­ҙы киңәйтә, уйланыу өсөн ерлек тыуҙыра. Минеңсә, башҡа­ларҙы ҡабатла­майынса, үҙ күңеле аша кисереп, юғары ҡиммәттәр тураһындағы уйланыуҙарынан ҡатмарлы каллиграфик биҙәктәр яһап яҙа белеүе лә Бунинға булған ҡыҙыҡһыныуҙы арттыралыр.
– Нисек уйлайһығыҙ, шул хаҡтағы шиғы­рын­да Ҡәҙер кисәһенең мөһимле­ген аңлатып бирә алғанмы Бунин?
– Әҙиптең һәр шиғыры үҙенсәлекле. Шуларҙың береһе – Ҡәҙер кисәһе тура­һында. Белеүебеҙсә, Аллаһ Тәғәлә шул кис тураһында айырым бер сүрә иңдерә һәм уны “Ләйләтүл ҡәҙер”, йәғни “Ҡә­ҙер кисәһе” дип билдәләй. Сүрәнең башында уҡ: “Ҡөрьәнде ошо изге Ҡәҙер кисәһендә иңдерҙек”, – тип әйтелә. Изге китабыбыҙ­ҙағы аяттар Хира тауында Ябраил фә­рештә “Уҡы!” тигәндән һуң инә башлай. Шулай итеп, игелеккә, яҡтылыҡҡа, пак­лыҡ­ҡа, яҡшылыҡҡа, йәғни бәхет-сәғәҙәткә илтә торған юлды күрһәткән изге китап Рамаҙан айының Ҡәҙер кисәһендә Ләүһүл-мәхфүздән күктәрҙең беренсе ҡатына төшөрөлә. Ошо серле кистең шәрә­фәтен вә хикмәтен аңлатып, Аллаһ Сүбхәнәһү вә Тәғәлә мөьминдәргә: “Ҡәҙер кисе мең айҙан да хәйерлерәк”, – тигән һөйөнөслө хәбәр бирә, йәғни ошо кистә ҡылынған ғибәҙәттең мең айлыҡ ғибәҙәт әжеренән дә артығыраҡ булыуын аңлата.
Мөхәммәт пәйғәмбәр менән Ябраил фәрештә араһындағы был аралашыу кү­ренешен Буниндың замандашы, танылған рәссам Николай Рерих бик оҫта итеп һүрәтләгән. Миңә ҡалһа, был урында уның 1932 йылдың 19 апрелендә барон Таубеға яҙған хатынан өҙөк килтерһәк, урынлы булыр: “Посылаю снимок с моей картины “Магомет на горе Хира получает указ архангела Гавриила”. Мне приходилось слышать очень трогательные отзывы единоверцев Магомета об этой картине, отмечавших понимание традиции в сокрытии лица пророка”.
Рәссамдың хатына юҡҡа ғына иғти­барығыҙҙы йүнәлтмәнем мин. Башҡа дин, мәҙәниәт кешеһенең ислам ҡиммәттәрен шулай нескә аңлап, тойомлап башҡаларға еткерергә тырышыуы мөһим. Нәҡ шундай ихлас мөнәсәбәт булғанда диндәр, мәҙә­ниәттәр, цивилизациялар араһында диалог башлана ла инде. Рерих быны үҙенең ижады менән иҫбат итә. Бунин да шул уҡ юл менән бара.
Изгелек, табыныу, тәүбә итеү нимә ул тиһәк, Алла­һыбыҙ хозурында кешелеклелек күрһәтеү шул була бит инде. Хәҙрәти Пәйғәмбәребеҙ (с.г.в.): “Ҡәҙер кисәһендә Аллаһ Тәғәлә Үҙенә инанып һәм сауабын Унан көтөп, Ҡәҙер кисәһен ғибәҙәт ҡылып уҙғарған кешенең ҡылған гонаһтарын ғәфү итер”, – тигән (Бохари, Саләтут-Тәрәүих, II т., 253-сө бит). Һүҙ менән генә түгел, йөрәк менән тәүбә итеү тураһында был. Үҙең ҡылған гонаһтарҙы һәм яңылыш­лыҡ­тарҙы таныу һәм уларҙың ғәфү ителеү кисәһе был. Иң мөһиме – кеше киләсәккә өмөт һәм ышаныс менән ҡарай. “Ҡәҙер кисе” шиғырында Бунин бына нисек тасуирлай бит уны:
Ночь Аль-Кадра. Сошлись, слились вершины,
И выше к небесам воздвиглись их чалмы.
Пел муэдзин. Еще алеют льдины,
Но из теснин, с долин уж дышит холод тьмы.
Ночь Аль-Кадра. По темным горным склонам
Еще спускаются, слоятся облака.
Пел муэдзин. Перед Великим Троном
Уже течет, дымясь, Алмазная река.
И Гавриил – неслышно и незримо –
Обходит спящий мир. Господь, благослови
Незримый путь святого пилигрима
И дай земле Твоей ночь мира и любви!
Ниндәй яҡты энергия бирә был юлдар! Беҙҙең өсөн изге булған әйберҙәр тура­һындағы уйҙары менән уртаҡлашҡан Буниндың рухи тәжрибәһен һүҙҙәр менән генә аңлатып бөтөрөп булмай.
– Шағир ижадында Мөхәммәт пәй­ғәм­бәр ниндәй сағылыш таба?
– Бунин шиғырҙарындағы Мөхәммәт пәйғәмбәр образы – айырым тема ул. Уға инеп китер өсөн Ҡөрьәндәге “Беҙ һиңә Кәүсәр бирҙек” тигән һүҙҙәргә нигеҙләнгән шиғырына иғтибарығыҙҙы йүнәлтәйем. Кәүсәр – ожмах баҡсаларында аға торған йылға. Ҡөрьән менән танышыу Бунинда иҫ киткес ассоциациялар тыуҙырған тигәндә, нәҡ әлеге шиғырҙы иҫкә алырға кәрәктер.
Здесь царство снов.
На сотни верст безлюдны
Солончаков нагие берега.
Но воды в них небесно изумрудны,
И шелк песков белее, чем снега.
В шелках песков лишь сизые полыни
Растит Аллах для кочевых отар,
И небеса здесь несказанно сини,
И солнце в них – как адский огнь, Сакар.
И в знойный час, когда мираж зеркальный
Сольет весь мир в один великий сон
В безбрежный блеск, за грань земли
печальной,
В сады Джиннат уносит душу Он.
А там течет, там льется за туманом
Река всех рек, лазурная Ковсерь,
И всей земле, всем племенам и странам
Сулит покой. Терпи, молись и верь.
– “Түҙ, ғибәҙәт ҡыл һәм ышан”. Ғәйәт тәрән мәғәнәле был һүҙҙәрҙе Мөхәммәт пәйғәмбәр менән нисек бәйләйһегеҙ?
– Мөхәммәт пәйғәмбәр тауҙа яңғыҙ доға уҡып, ғибәҙәт ҡылып йөрөгәндә эргә­һенә Ябраил ғәләй­һис-сәләм (фәрештә) килеүе һәм уға пәйғәмбәрлек индереүе хаҡында беләһегеҙ. Мәғлүм хәҙисте Бунин үҙенсә былай еткерә:
В пустыне красной над пророком
Летел архангел Гавриил,
И жгучий зной в пути далеком
Смягчал сияньем белых крыл.
Шул уҡ ваҡытта “Мөхәммәт Пәйғәмбәр һөргөндә” шиғыры аша шағир пәйғәмбәр булыуҙың бөтә ауырлығын, ҡатмарлы­лы­ғын еткерергә тырышҡан. Бер нимәгә ҡа­рамайынса кешеләргә Аллаһ һүҙен ет­кереүсенең яҙмышын тасуирлауы буйынса ла, хикәйәләүе, һүрәтләүе буйынса ла шиғриәт сиктә­ренә һыймай торған әҫәр тиер инем мин уны.
Духи над пустыней пролетали
В сумерки, над каменистым логом,
Скорбные слова его звучали,
Как источник, позабытый Богом.
На песке, босой, с раскрытой грудью,
Он сидел и говорил, тоскуя:
“Предан я пустыне и безлюдью,
Отрешен от всех, кого люблю я!
И сказали Духи: “Недостойно
Быть пророку слабым и усталым”.

И пророк печально и спокойно
Отвечал: “Я жаловался скалам”.
Бына ул – рух көсө! “Мин ҡаяларға зарландым”. Бына ул кешегә илаһи дө­рөҫ­лөктө еткереүсенең образы: “Түҙ, ғибәҙәт ҡыл һәм ышан”.
– Бунин ижадында тағы бер ғәжәп нәмә – уның ислам ғибәҙәтенә сумыуылыр...
– Быны мин дә иғтибар үҙәгенә алыр инем: ши­ғыр­ҙарында мәҙәни тасуирлау ғына түгел, ә Ал­лаһ­ҡа табыныу, шул та­быныуҙа “иреү” бар. Шағир доғалар һәм намаҙ уҡыр алдынан пакланыу, та­ҙары­ныу, йәғни тәһәрәт алыуҙың мөһимлегенә ба­ҫым яһай, намаҙ уҡығандағы һәр хә­рәкәтте тәф­сирләп һүрәтләй. Аллаһҡа бөтә барлығы менән ышанған һәм уға табынып доға ҡылған, намаҙ уҡыған мосол­мандарҙы диңгеҙ ярындағы тулҡын менән сағыштыра. Үҙем дә Аллаһҡа ихлас ышанған кеше булараҡ, бындай юлдарҙы уҡыу күңелемә балаларымдың көлгән тауышын, ҡоштар һайрауын, шишмә сылтырауын ишеткәндәге кеүек рәхәтлек бирә. Ул юлдарҙа, шағирәнә оҫталыҡҡа йәше­ренеп, ислам диненә ихлас мөнәсәбәт, Аллаһтың берлеген таныу һәм Уны ололау тойомлана.
– Ә бит, уйлап ҡараһаҡ, ул башлыса Европаса донъяла йәшәгән. Шул донъяла мосолманса ғибәҙәт ҡылһа, уны бөйөк шағир, тотош бы­уындың рухи лидеры итеп күргән замандаштары үҙенән бик тиҙ ситләшер, аралашыуҙан баш тартыр ине, моғайын.
– Һеҙ хаҡлы. Бәлки, шуға “Бәҡара” сүрәһенә нигеҙләнеп “Пәрҙә” (“Завеса”) исемле шиғырын яҙғандыр ҙа ул. Хәтер­ләһәгеҙ, унда бындай һүҙҙәр бар: “Поистине, те, которые не уверовали, — все равно им, увещевал ты их или не увещевал, они не веруют. Наложил печать Аллах на сердца их и на слух, а на взорах их – завеса. Для них – великое наказание!” Буниндың шиғри һүрәтләүендә ул былай яңғырай:
Так говорит Господь:
“Когда, Мой раб любимый,
Читаешь ты Коран среди врагов моих,
Я разделяю вас завесою незримой.
Зане смешон врагам мой сладкозвучный стих”.
И сокровенных чувств,
и тайных мыслей много
От вас Я утаил. Никто моих путей,
Никто моей души не знает, кроме Бога:
Он Сам нас разделил завесою своей.
– Бунин үҙенең ниндәй дингә өҫ­төнлөк биреүен аныҡ билдәләмәй генә Мосолман Көнсығышының рухи асылына төшөнөү юлындағы барлыҡ әҫәр­ҙәрен “Ислам” тигән исем биреп, бер китапҡа туплап баҫтырып сығара. Быны йәмәғәтселек фекеренә ҡаршы килеү тип аңларғамы, әллә башҡа­самы?
– Бында бер төрлө генә яуап биреп булмай. Беренсенән, Пушкин, Лермонтов, Толстой һ.б. ижад­тарындағы Ҡөрьән мотивтары менән таныш булған Рәсәй йәмәғәтселеге ислам тематикаһын ҡабул итергә әҙер булған. Икенсенән, мосолман шағирҙарының һәм ғалимдарының байтаҡ тәрже­мәләре баҫылған булған. Өсөнсөнән, ул йыйын­тығын Бунин 1905 йылда “Диндәр тиңлеген таныу тураһында”ғы закон ғәмәл­гә ингәс кенә баҫтырырға батырсылыҡ иткән бит. Урыҫ әҙәбиәте тарихында “Ислам” тип аталған беренсе һәм берҙән-бер йыйынтыҡ була ул! Ижадташтары әлеге китапты ғәжәпләнеп, әммә хуш күңел менән ҡаршы ала. Шул уҡ ваҡытта Иван Буниндың китабы уның шиғ­ри тәжрибә­ләрен туплаған йыйынтыҡ ҡыналыр тиеү үтә ябайлаштырыу булыр ине. Күптәр үҙенең дини ҡараштары йә иһә атеист булыуы һөҙөмтә­һендә был фекерҙе хуплай алмаҫ, әммә Бунин ислам тураһында яҙып ҡына ҡалмаған, ул исламда йәшәгән!
– Тимәк, Иван Буниндың “Ислам” тигән китабын шиғриәт кенә түгел тип әйтә алабыҙмы?
– Минең өсөн ул шиғриәт кенә түгел. Китаптағы төп әҫәрҙәрҙең береһе булған “Йәшел әләм”де генә алайыҡ, ул бит шиғри мәғәнәләр генә түгел, ышаныу ҙа бирә. Александр Блок юҡҡа ғына был әҫәргә иғтибар итмәй һәм үҙенең рецен­зияһында уны Көнсығыштың серле пәр­ҙәләрен аса торған әҫәр тип атамай бит! Беҙ бөгөн уның хаҡында хатта “исламдың тәрән мәғәнәләрен аса торған” шиғыр тип әйтә алабыҙ.
Бөйөк урыҫ шағиры Иван Буниндың рухи эҙләнеүҙәре хаҡында быға өҫтәп тағы ни әйтә алабыҙ? Үҙ юлын табыуҙың кеше тормошондағы иң мөһим нәмә булыуы тураһында уйлана алабыҙ...

Әңгәмәне философия
фәндәре кандидаты, журналист,
“Что? Где? Когда?” тапшырыуы уйынсыһы Нурали ЛАТИПОВ ойошторҙо.


Вернуться назад