Йәнә торлаҡ мәсьәләһе18.04.2012
Редакцияға мөрәжәғәт итеп, Ғафури районының Сәйетбаба ауылынан Г. Вәлиева Белорет районында йәшәүсе әсәһе, Бөйөк Ватан һуғышы ветеранының тол ҡатыны Н. Йомағужинаға торлаҡ сертификатының ни өсөн тейеш түгеллеген асыҡлауҙы үтенгәйне.
Гәзит уҡыусыбыҙҙы борсоған мәсьәләгә аңлатма биреүҙәрен һорап, хатты Белорет районы хакимиәтенә юлланыҡ һәм түбәндәге яуапты алдыҡ:
“Белорет районы муниципаль район хакимиәтендә Гөлсирә Әйүп ҡыҙы Вәлиеваның Белорет районының Үткәл ауылында йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ветерандың тол ҡатыны Нәсиха Усман ҡыҙы Йомағужинаның торлаҡ шарттарын яҡшыртыу буйынса мөрәжәғәте тикшерелде.
Законға ярашлы, Белорет ҡалаһында социаль найм килешеүе буйынса торлаҡ Белорет районы муниципаль хакимиәтендә сиратта тороусы граждандарға ҡәтғи рәүештә мотлаҡ сират тәртибендә генә бирелә. Сиратҡа социаль торлаҡҡа мохтаж граждандар индерелә (бер кешегә дөйөм майҙандың 12 квадрат метрҙан кәм булмауы фарыз).
Рәсәй Федерацияһы Торлаҡ кодексының 52-се статьяһына ярашлы, торлаҡҡа мохтаж граждандар мотлаҡ йәшәгән урынында ғариза нигеҙендә урындағы үҙидаралыҡ органдары тарафынан иҫәпкә ҡуйыла.
Тимәк, Н. У. Йомағужина, Үткәл ауылында йәшәгәнлектән, торлаҡҡа мохтаж булыу тураһындағы ғаризаны Шығай ауыл Советы биләмәһе хакимиәтенә яҙырға тейеш.
Бынан тыш, 2011 йылдың 12 майында үткәрелгән торлаҡ йорттоң йәшәүгә яраҡлымы-түгелме икәнлеген тикшергән ведомство-ара комиссияның актына ярашлы, Үткәл ауылының Үҙәк урамында урынлашҡан 2-се йорт йәшәүгә яраҡлы тип табылды.
Белорет районы муниципаль район
хакимиәте башлығы В.Г. Миронов”.


Вернуться назад