Ошо ай аҙағына тиклем Рәсәй инвалидтары халыҡ-ара хоҡуҡҡа эйә булыуы ихтимал. Президент Дмитрий Медведев Дәүләт Думаһына инвалидтарҙың хоҡуҡтары буйынса Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы конвенцияһын оҙайтыу тәҡдимен индергән.
Халыҡ-ара ойошма мәғлүмәттәре буйынса, әле мөмкинлектәре сикләнеүселәр иҫәбенә 650 – 900 миллионлап кеше инә. Уларҙың 80 процентҡа тиклеме үҫешкән илдәрҙә йәшәй. Шулай ҙа дөйөм ғүмер оҙайлылығы менән бергә иҡтисадтағы өлөштәре лә арта.
Рәсәйҙә, Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, инвалидтарҙың өлөшө сағыштырмаса юғары түгел: Европа берләшмәһе буйынса уртаса 16 процент булһа, илебеҙҙә халыҡтың 9,1 процентын тәшкил итә. Әммә әлегәсә Рәсәй инвалидтарының тормош сифаты яҡшыртыуҙы көтә. 2011 йылда мәктәптәрҙең 5 проценттан аҙырағы ғына мөмкинлектәре сикләнгән уҡыусыларҙың мохтажлығын иҫәпкә алып йыһазландырылған. Эшкә һәләтле йәштәгеләренең һәр бишенсеһе генә хеҙмәт баҙарында үҙ урынын тапҡан (АҠШ-та был күрһәткес 40 процентҡа яҡынлаша, ә Европа берләшмәһе илдәрендә 50 процентҡа етә).
Халыҡ-ара реабилитация үҙәге эксперттары белдереүенсә, Европала инвалидтарға йәшәү өсөн иң уңайлы ил булып Бөйөк Британия һәм Финляндия һанала.
Росстат, матбуғат саралары мәғлүмәттәренән.