Ватансылыҡ — Тыуған илгә, ергә, уның халҡына, теленә, диненә, тарих һәм мәҙәниәтенә ҡарата һөйөү. Тыуған илгә мөхәббәт хисе һәм Тыуған ил үҙе — юғары ҡиммәттәр, кеше өсөн иң изге, ҡәҙерле төшөнсәләр. Йәш быуында тотороҡло патриотик, юғары рухи-әхлаҡи сифаттар, ысын граждан итеп тәрбиәләү — беҙҙең төп бурыс. Солтанбәк урта мәктәбендә был йәһәттән бай тәжрибә тупланған. Халҡыбыҙҙың тарихын белеү фарызСолтанбәк — бай тарихҡа эйә, республикаға һәләтле шәхестәр үҫтереп биргән ауыл. Ниндәй генә ауыр ваҡыттарҙа ла солтанбәктәр үҙҙәренең асылына тоғро ҡалған, милли рухын юғалтмаған. Ауылыбыҙҙа көслө ихтыярлы, ҡунаҡсыл һәм йомарт, мәҙәниәтле һәм ихлас кешеләр ғүмер итә. “Заманында Тәфтиләүгә бирешмәйенсә, яндырылған Һөйәнтүҙ ауылы урынында яңынан тамырланып киткән башҡорттар бит улар!” – тиҙәр беҙҙең хаҡта. Шул ҡәһәрле янғын урынында, Солтанбәккә ингән ерҙә, 2002 йылда бейек стела ҡуйылды. Унда “Тәфтиләү” йырынан өҙөк яҙылған:
“...Ташҡайҙарға соҡоп яҙҙым ҡарғыш –
Ейәндәрем уҡыр бер саҡта”.
Ошонда уҡ йәнәшә генә Ер шарын ҡулдар күтәреп торған һәйкәл ҡуйылды.
Ауылыбыҙҙың ғына түгел, районыбыҙҙың ошо иҫтәлекле урынын республикабыҙҙан һәм башҡа сит-яҡтарҙан да милләттәштәребеҙ килеп күреп, тарихыбыҙҙың ҡанлы үткәненә күҙ һалып китә. Был беҙҙең өсөн бик ҡәҙерле урын. Уҡыусылар менән унда барып, сәскәләр һалабыҙ, тарихҡа байҡау яһап, һәләк булғандарҙы иҫкә алабыҙ. Йыш ҡына өмәләр ойоштороп, эргә-тирәләрен таҙартабыҙ. Уҡыусылар бында килгән һайын һәр саҡ берҙәм, дуҫ, татыу йәшәргә кәрәклегенә инанып ҡайта. Ошондай тарих һаҡлаған иҫтәлекле урындарға йөрөү — балаларҙа илһөйәрлек тәрбиәләүҙең бер сағылышы.
Батырҙар өлгөһөндә Ауылыбыҙҙан Бөйөк Ватан һуғышына 127 ир-егет киткән. Шуларҙың 86-һы яу яландарында ятып ҡала, тик 41-е генә тыуған ауылына әйләнеп ҡайта. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн уларҙың береһе лә арабыҙҙа юҡ, ләкин беҙ уларҙың яу юлдары, күрһәткән батырлыҡтары тураһында уҡыусыларға һөйләйбеҙ. Еңеү көнөндә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан олатайҙарыбыҙҙың, туғандарыбыҙҙың фотоһүрәттәрен тотоп, “Үлемһеҙ полк” акцияһына ҡушылабыҙ. Был акция, тәү сиратта, киләсәк өсөн кәрәк. Балалар тарихи ысынбарлыҡты белеп, ғорурланып, өлгө алып үҫергә тейеш, тип уйлайым.
Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған иртәлектәргә Тыуған ил һаҡсылары — армия сафтарында хеҙмәт итеп ҡайтҡан ағайҙарҙы, атайҙарҙы, олатайҙарҙы һәм Ишембай кадет корпусында белем алған үҫмерҙәребеҙҙе саҡырабыҙ. Улар менән малайҙар ҡатнашлығында етеҙлектә, ҡыйыулыҡта бәйгеләр ойошторабыҙ. Балалар менән илһөйәрлек, батырлыҡ тәрбиәләүсе әҫәрҙәр, китаптар тураһында әңгәмәләр үткәрәбеҙ.
Музей патриотик хис-тойғо уятаУҡытыусыларҙы илһөйәрлек рухында тәрбиәләүҙә мәктәбебеҙҙең тыуған яҡты өйрәнеү музейы мөмкинлектәренән уңышлы файҙаланабыҙ. Оҙаҡ йылдар музей эшмәкәрлеген алып барған география уҡытыусыһы Фәйрүзә Фаһаманова бында бай материал туплаған. Экспонаттар балаларҙы башҡорт халҡының ижады, тарихы, кәсеп-һөнәрҙәре һәм көнкүреше менән таныштыра, уларҙың үҙаңын үҫтерә, әүҙемлеген, ижади һәләтен уята, үҙ халҡына хас булған сифаттар, патриотик хис-тойғо, милли рух тәрбиәләүгә нигеҙ һала. Шуға күрә йәш быуындың ышаныслы шәхестәр булып үҫеүенә, быуаттар бәйләнешенә, традициялар һаҡланыуға туранан-тура йоғонто яһай. Шулай уҡ бында башҡорт халҡының арҙаҡлы һәм районыбыҙҙың күренекле шәхестәре, тыуған яҡтың тәбиғәте тураһында альбомдар, һүрәттәр тупланған.
Фәйрүзә Мәхийән ҡыҙы етәкселегендә уҡыусылар, ауылыбыҙ тарихы, уның ер-һыу атамаларын өйрәнеп, тикшеренеү эштәре яҙа. Республика конкурстарында ла ҡатнашып, яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшәләр. Мәҫәлән, VI класс уҡыусыһы Эмилия Зәйнуллина, ер-һыу атамаларын өйрәнеү буйынса бәйгелә ҡатнашып, республика призеры булды.
Йәш быуында —
ижад һәм рух сатҡылары Илһөйәрлек рух, намыҫ, ихтыяр көсө булып, моғайын да, тыуғанда уҡ әсә һөтө менән һалыналыр. Был төшөнсә уҡыусыларыбыҙҙың осҡонланып торған күҙҙәрендә һәм төрлө ижади эштәрендә лә сағыла.
Мәктәптә балалар ижадына ҙур иғтибар бүленә. Ҡәләм тирбәткән уҡыусыларҙың эштәре айырым папкаларҙа һаҡлана. Бигерәк тә ҡыҙҙар илһамланып тыуған ауылыбыҙ, уның гүзәл тәбиғәте, бай тарихы тураһында матур шиғырҙар, рухлы ҡобайырҙар ижад итә. Уларҙың иң уңышлылары район һәм республика матбуғат баҫмаларында ла баҫылып сыға. Бик оҫта ҡобайырсы булып танылған уҡыусыбыҙ Илмира Манапова бөгөн БДУ-ның журналистика факультетында уңышлы ғына уҡып йөрөй. Һәләтле ҡыҙ Башҡортостан юлдаш телевидениеһының “Тамыр” каналында “Тау-тау хәбәрҙәр” тапшырыуын да алып бара.
Мәктәптә һәм район күләмендә матур традицияға әйләнгән “Һаумы, һаумы, әкиәт!”, ”Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәр, Тыуған ил тураһында һүрәттәр, шиғырҙар бәйгеләрендә уҡыусыларыбыҙ әүҙем ҡатнаша. Мәҫәлән, IX класта яҡшы билдәләргә генә уҡыусы Илиза Рәхимйәнова “Урал батыр” район конкурсында гран-при яуланы. Ә IV класс уҡыусыһы Алһыу Миңлеғәлиева “Һаумы, һаумы, әкиәт!” район конкурсында II урынға лайыҡ булды.
Йыл һайын Республика көнөн ҙур әҙерлек менән ҡаршы алабыҙ. Быйыл башланғыс кластарҙа — “Башҡортостанды беләһеңме?” викторинаһы, шиғырҙар конкурсы, өлкән кластарҙа — Башҡорт теле аҙналығы, V-VI кластарҙа “Шаяндар, тапҡырҙар” ярышы бик күңелле һәм мауыҡтырғыс үтте. Уҡыусылар Башҡортостандың байлыҡтарын, йылға-күлдәрен, батырҙарын, күренекле шәхестәрен иҫкә төшөрҙө.
“Башҡортостандың дәүләт символдары” һүрәттәр конкурсында ла балалар теләп ҡатнаша. “Сәскә ат, гүзәл Республикам!” тигән әҙәби-музыкаль кисәлә уҡыусылар Башҡортостан тураһында йырҙар йырлай, шиғырҙар һөйләй, бейей. Ошондай саралар уҡыусыларҙа илһөйәрлек, ерһөйәрлек, берҙәмлек сифаттарын тәрбиәләргә, башҡа милләттәргә хөрмәт уятырға ярҙам итә.
Китап һәм гәзит-журналдар —
рухи байлыҡ сығанағыМәктәбебеҙҙә бай китапхана бар. Балалар башҡорт әҙиптәренең әҫәрҙәрен күпләп уҡый. Бында матбуғат баҫмалары ла тупланып барыла. Ҡыҙҙар һәм егеттәр гәзит-журналдарҙы ҡарап бара. “Башҡортостан”, “Йәшлек”, “Йәншишмә” гәзиттәрен, “Аманат”, “Аҡбуҙат” журналдарын дәрес үткәргәндә генә түгел, кластан тыш сараларҙа, ата-әсәләр менән эш алып барғанда ла йыш ҡулланабыҙ. Туған телгә, Тыуған илгә һөйөү тәрбиәләүҙә улар ҙур ярҙамсы булып тора. Әйткәндәй, мәктәбебеҙҙә матур традиция бар. Йыл да уҡытыусылар коллектив менән “Ышаныч” район һәм “Йәнтөйәк” төбәк гәзитенә яҙыла. Нәҡ беҙҙең районда алты районға таратылған “Йәнтөйәк” төбәк гәзите сыға икән, был да Асҡыныбыҙҙың данын арттыра, халҡыбыҙҙың милли үҙаңын, рухын күтәреүсе бер сара булып тора. Республика гәзит-журналдарын да күпләп алдырабыҙ. Ғөмүмән, милли баҫмаларға яҙылып, үҙебеҙҙе әүҙем, илен, телен, тарихын яратыусы илһөйәрҙәр итеп күрһәтергә кәрәк, тигән фекерҙәмен. Барыһы ла беҙҙең теләккә, рухыбыҙға бәйле.
Мәктәбебеҙҙә ниндәй генә саралар үткәрелмәһен, телһөйәрҙәр бәйгеһеме, спорт ярыштарымы, фән буйынса викториналармы, экологик өмәләрме — уларҙың телмәр осо барыбер ҙә тыуған ерҙе яратыуға, уны ҡәҙерләүгә, һаҡлауға, уның данын арттырыуға барып ялғана. Үҫеп килгән йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләү ысулдарын һәм юлдарын артабан камиллаштырыуҙы дауам итәсәкбеҙ.
Лилиә МИҢЛЕҒӘЛИЕВА,
Солтанбәк мәктәбенең башланғыс
кластар уҡытыусыһы. Асҡын районы.