Аҡ халатлы, аҡ күңелле табип01.12.2017
Аҡ халатлы, аҡ күңелле табип Табипҡа мөрәжәғәт итмәгән кеше юҡтыр. Миңә лә һирәкләп булһа ла Өфө ҡалаһының 44-се поликлиникаһына барырға тура килә.
Ҡайһы бер дауаханаларҙағы һыу буйы оҙон сиратҡа, медицина хеҙмәткәрҙәренең тупаҫлығына зарланыуҙы йыш ишетәһең. Әммә мин ошо дауалау учреждениеһындағы таҙалыҡты, бөхтәлекте күреп һоҡланам, регистратуралағы ҡыҙҙар һәр саҡ йылмайып ҡаршы ала һәм кәрәкле кабинетҡа йүнәлтмә бирә.


Үҙем терапевт Алһыу Рәзим ҡыҙына күренергә тырышам. Уға инергә теләүселәрҙең күплеген белә табип, шуға ла һәммәһен дә ҡабул итеп өлгөрөргә тип ваҡытты оҙаҡҡа һуҙмай. Барыһы ла йылмайып сыға был кабинеттан. Беҙҙең Алһыу дарыуҙар менән генә түгел, йылы һүҙе, яғымлы ҡарашы, иғтибарлы мөнәсәбәте менән дә дауалай шул. Үҙ эштәрендә табип­тар Р. Хәсәнова, Л. Зәйнуллина, Р. Батырова, С. Абдулова, шәфҡәт туташтары Ф. Мавлина, С. Ғәлләмова, Р. Батырова, М. Жорова, Р. Ғүмәрова, Л. Мөслимова, Л. Сакаева хаҡында ла тик йылы һүҙҙәр әйтергә була. Әйткәндәй, 44-се поликлиниканың бер өлөшө — Нижегородка биҫтәһендә, Ленин, Аксаков урамдарында, рентген бүлмәһе ҡаршы йортта урынлашҡан. Был бер аҙ уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра. Уларҙы бер бинаға ғына урынлаштырып булмаймы икән? Көндөҙгө стационарҙа ауырыуҙар бигерәк тә күп, коридор тар.
Алһыу Рәзим ҡыҙы Өфө ҡалаһында тыуып үҫкән. 1987 йылда баш ҡалалағы медицина училищеһының лаборатор диагностика бүлегенә уҡырға инә. Уны “биш”ле билдәләренә генә тамамлап, 1990 йылда тырыш ҡыҙ белемен Башҡорт дәүләт медицина университетының дауалау эше факультетында дауам итә. 1998 йылда был уҡыу йортон да уңышлы тамамлап, баш ҡаланың 21-се дауаханаһында эш башлай. 2000 йылдан алып 44-се поликлиникала хеҙмәт итә. Хәҙер ете йыл инде терапия бүлеге мөдире вазифаһында.
Алтын ҡуллы табип ҡына түгел Алһыу – уңған ҡатын, хәстәрлекле әсә лә. Ғаиләһендә ике бала үҫә. Тормош рәүеше, кешеләргә ҡарата мөнәсәбәте менән дә күптәргә үрнәк булырлыҡ ул. Тынғыһыҙ, йомарт күңеленә, ихласлығына, кешелеклелегенә һоҡланмау мөмкин түгел.

Өфө ҡалаһы.


Вернуться назад