Бала бағыусылар хәстәр тойһон01.12.2017
Ҡат-ҡат инанған бер ғәмәл бар: бала бер ҡасан да, бер нәмәгә лә кәртә булып тора алмай, һәм быны иҫбатлаған миҫалдар бихисап. Бынамын тигән алмаш үҫтереү менән бер рәттән, төрлө йүнәлешле белем алырға, карьера баҫҡыстарынан күтәрелергә, бөтмәҫ мәшәҡәттәре менән бергә ҡушып, йорт-фатир хәстәрләргә, кино-театрҙарға йөрөргә, дуҫтар менән аралашырға, сәйәхәт итергә һәм башҡа мең эште теүәлләргә өлгөргән таныштар-дуҫтар бик күп.

Әммә киңерәк фекерләгәндә, был ғына етерлек түгел! Илдәге демографик хәл дәүләт етәкселеген, зыялыларҙы, фән һәм медицина әһелдәрен, ғөмүмән, ил киләсәге өсөн борсолған кешеләрҙе нисәмә йыл хафаға һала: тыуым кимәле түбән, халыҡ ҡартайғандан-ҡартая бара, һаны ла ҙур тиҙлек менән түбәнгә тәгәрәй. Ошо хәлде йырып сығыу өсөн, һуңғы йылдарҙа ил етәкселеге эҙмә-эҙлекле социаль сәйәсәт алып бара, тыуымды арттырыуҙың һөҙөмтәле юлдарын эҙләй. Уларҙы һанап сығыу кәрәк түгел – Әсәлек капиталы, күп балалыларға ер участкаһы биреү, пособиеларҙы арттырыу һәм башҡа ыңғай саралар хаҡында һәммәбеҙ хәбәрҙар.
Ошо көндәрҙә иһә балалар мәнфәғәтендәге эшмәкәрлектең милли стратегияһын тормошҡа ашырыу буйынса координация советы ултырышында Рәсәй Президенты Владимир Путин демография сәйәсәтенең масштаблы реформаһы башланыуын хәбәр итте, кисекмәҫтән тормошҡа ашырыла башлаясаҡ әһәмиәтле яңылыҡ менән бүлеште:
– 2018 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәй ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү өсөн яңы сараларҙы ғәмәлгә индерергә тәҡдим итәм. Тәүгеһе – беренсе бала тыуғас, уға 1,5 йәш тулғансы айлыҡ пособие түләнәсәк, – тине.
Күҙаллауҙарынса, пособиеның күләме уртаса 10,5 мең һум тәшкил итәсәк, ул ил субъектында балалар өсөн билдәләнгән йәшәү минимумы күләменә ҡарап билдәләнәсәк. Әйтергә кәрәк, түләүҙәр адреслы буласаҡ, тимәк, ғаиләнең килемдәре мотлаҡ иҫәпкә алынасаҡ. Владимир Путин бының ғәҙеллеген билдәләп үтте, “беренсе сиратта ысынлап та мохтаждарға ярҙам итергә тейешбеҙ”, тип белдерҙе. Аныҡлабыраҡ әйткәндә, ил субъектында эшкә яраҡлы граждандар категорияһы өсөн билдәләнгән йәшәү минимумы күләменән 1,5 тапҡырға күберәк килем алған ғаиләләр был пособиеға өмөтләнә алмай, ә ошо күләмдән аҙыраҡ аҡса эшләүселәргә ярҙам күрһәтеләсәк.
Владимир Путин, һуңғы йылдарҙа Рәсәй ғаиләләрендә кәмендә ике бала тәрбиәләнеүе ғәҙәти күренешкә әйләнә башланы, тип белдерҙе. Балалар үлемен кәметеү, тәбиғи тыуымды арттырыу кеүек ғәмәлдәрҙең күрһәткестәре яҡшырһа ла, демографик хәл барыбер киҫкен мәсьәлә булып ҡала, шуға күрә оҙаҡҡа иҫәпләнгән демографик сәйәсәтте әүҙемләштереү, балалыҡты һәм әсәлекте яҡлаған яңы сараларҙы кисекмәҫтән тормошҡа ашыра башлау – заман талабы. Был эштәр эҙмә-эҙлекле һәм тотороҡло булырға, тәүге сиратта күп балалы һәм мохтажлыҡ кисергән балалы ғаиләләр хәстәрлек тойорға тейеш, тине Президент.



Вернуться назад