Тәҡдимдәр кәрәк18.04.2012
Башҡортостан Республикаһының Бүздәк районы муниципаль районының хәл иткес тауыш биреү хоҡуғына эйә территориаль һайлау комиссияһы ағзаһының вәкәләттәре ваҡытынан алда туҡтатылыуға бәйле, “Рәсәй Федерацияһы граждандарының һайлау хоҡуҡтары һәм референдумда ҡатнашыу хоҡуғының төп гарантиялары тураһында”ғы Федераль закондың 29-сы статьяһының 6-сы пунктына ярашлы, Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы хәл иткес тауыш биреү хоҡуғына эйә булған комиссияның яңы ағзаһын тәғәйенләү өсөн кандидатуралар буйынса тәҡдимдәр ҡабул итә.
Документтар ошо белдереү баҫылып сыҡҡан көндән һуң бер ай эсендә түбәндәге адрес буйынса тапшырыла:
450008, Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 46, сәғәт иртәнге 9-ҙан киске 6-ға тиклем (эш көндәрендә).
Өҫтәмә мәғлүмәттәр өсөн телефон: 250-66-22.