Сират “электрон”ға әйләнде29.11.2017
Сират “электрон”ға әйләндеСтәрлетамаҡта 3-сө почта бүлексәһе туғыҙ ай дауам иткән ремонт эштәренән һуң ҡабаттан үҙенең ишектәрен асты. Хәҙер унда халыҡты заманса шарттарҙа хеҙмәтләндерәләр.

Был ҡалала “электрон сиратлы” тәүге бүлексә, ә республикала – өсөнсөһө, тағы икәүһе Өфөлә асылған.
– Почтаға килгәндәр аҙ ғына ваҡыт эсендә бик күп эшен атҡарып ҡайтырға теләй. Беҙ клиенттарҙың ихтыяжын иҫәпкә алырға тейешбеҙ, ошондай уңайлыҡтар сиратты кәметәсәк. Ғөмүмән, хеҙмәтлән­дереүҙең сифатын яҡшыр­та­саҡ, – тип аңлатты бүлексәне асыу тан­танаһында “Рәсәй почтаһы”ның Баш­ҡорт­остан идаралығы директоры Ирек Ғәлимов.
Атап әйткәндә, банктарҙағы, күп функциялы үҙәктәрҙәге һымаҡ, хәҙер был бү­лексәгә киләһең дә тейешле талон ала­һың, шунан ундағы һандарҙың таблола күренгәнен көтөргә генә ҡала. Алты ҡабул итеү тәҙрәһе бөтә һорауҙар буйын­са ла эшләй, һәммәһендә лә банк карта­һы менән түләп була. Ысынлап та, уңай­лы. Юҡһа “бында коммуналь түләүҙәр сираты”, “бында хат ебәреүселәр сираты” тип аптыраған саҡтар ҙа юҡ түгел бит.
Бүлексәнең яңылыҡтары бының менән генә сикләнмәй: “Почта-банк” хеҙмәте аша кредит юллап-түләп була, клиенттар өсөн үҙ-үҙеңде хеҙмәт­лән­дереү зонаһы эшләй, унда хеҙмәткәрҙе көтөп тормай, посылканы үҙеңә төрөргә мөмкин. Бүлексә һау­лығы буйынса мөм­кинлектәре сиклән­гән граждандар өсөн дә ҡулайлаштырылған.
– Былтыр тағы өс урында ремонт эш­ләнде, ә ҡаланың төньяҡ өлөшөндә яңы бүлексә асылды. Быйыл иһә ҡалаға почта ташыу өсөн ике автомобиль тапшырылды, – тип барлап үтте урындағы почта бүлексәләрендә атҡарылған эш­тәрҙе ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов. – Алдағы йылда йәнә ике бүлексәне төҙөкләндереү көтә.
Ул шулай уҡ стәрлетамаҡтар исеме­нән почта хеҙмәткәрҙәренең сифатлы эше өсөн почтамт начальнигы Илшат Абдул­линға рәхмәт хаты тапшырҙы.
Бүлексә эшен башлау менән унда кемдер хат ебәрергә, кемдер коммуналь тү­ләү­ҙәрен башҡарырға килеп тә инде. Күп­тәр йыһазландырылған, ҡулайлаш­ты­рылған бүлексәгә һоҡланыуын йәшер­мәне.
– Хәҙер тиҙ генә эшеңде теүәлләп ҡайтып китергә тура килә, ә бындай матур ерҙән сығаһы ла килмәй бит, – тип шаяртып алды, мәҫәлән, хеҙмәт ветераны Садиҡ Солтанов.
Ысынлап та, сираттар шаяртыу өсөн сәбәп кенә булып ҡалһын инде.


Вернуться назад